Ырғыҙға, һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған төбәгенә сәйәхәт

Башҡорт халҡының күренекле яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған яҡтарын барып күреү, Һамар башҡорттары менән танышыу теләге күңелдә күптән йәшәп килә ине инде. 1984 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультеты уҡытыусыһы, ассистент Әминә Абдуллинаның (әле профессор) ике студент ҡыҙ менән был яҡтарға барып ҡайтыуы тураһындағы мәҡәләне уҡығас, был теләгебеҙ тағы ла көсәйҙе генә.

Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Хәсән мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Разия Сәхәү ҡыҙы Усманова Бөрө ҡалаһы, әҙибәнең музейы менән бәйләнешкә инеп, үҙҙәрендә лә шундай уҡ музей булдырыу теләге менән күп ваҡыттар янып йәшәй, тик оло йәштәге уҡытыусының яман сирҙән ҡапыл вафат булып ҡалыуы был изге маҡсаттың тормошҡа ашыуына ҡамасаулай. Разия Сәхәү ҡыҙының ғүмер буйы күңел түрендә йөрөткән теләген атҡарыу бурысы Украинка “Белем биреү үҙәге” дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһының башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы Хәмиҙуллина иңенә төшкән булып сыҡты. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы ваҡыт менән дә, финанс сығымдары менән дә иҫәпләшмәй, энтузиастарса эшкә тотондо. 2013 йылдың апрель айында ул миңә шылтыратып, беҙҙең ҡалаға килергә, мөмкин булһа Һ. Дәүләтшинаның БДУ-ның Бөрө филиалындағы музейы экспонаттарының күсермәһен алып ҡайтырға теләген белдерҙе. Бөртөкләп йыйылған ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы ситкә ебәреү башта йәл кеүек булһа ла, әҙибәнең тыуған яҡтарында ла уның яҡты иҫтәлеге йәшәргә, яҡташтары уны белергә тейеш, тигән уй беҙҙе был эштең хаҡлығына инандырҙы. Бер нисә көн үтеүгә Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы үҙенең тормош иптәше Сафиулла ағай менән Бөрөлә инеләр инде. Музейҙағы һәр бер фотоны, һәр документты ихтирам менән, ентекле ҡарап сығып, яңы мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, Һәҙиә Дәүләтшинаның Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы алдына ҡуйылған бюсына сәскәләр һалып, әҙибәнең рухын хөрмәтләне Хәмиҙуллиндар.

Бер йылдан ашыу ваҡыт үткәс, 2014 йылдың сентябрь айында Башҡорт, татар һәм мари филологияһы кафедраһы мөдире Артур Айрат улы Фәтҡуллиндың юллауы буйынса,  Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән БДУ-ның Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-инглиз бүлеге студенттарын Һамар өлкәһенә фольклор экспедицияға алып барыу мөмкинлеге килеп тыуҙы. Беҙ ойоштороу эштәрендә ярҙам һорап Һамар өлкәһе  Мәғариф һәм фән министрлығының көньяҡ идаралығына, Оло Чернигов районының мәҙәниәт бүлегенә һәм, әлбиттә, шәхсән Зөбәйҙә Энгель ҡыҙына мөрәжәғәт иттек. Улар теләгебеҙҙе хуплап ҡаршы алды, сәфәребеҙ уңышлы булһын өсөн шарттар тыуҙырҙы. Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы Оло Чернигов районындағы һигеҙ башҡорт ауылы буйлап үтәсәк экспедицияның ентекле маршрутын төҙөнө.

19 кешенән торған экспедиция ағзаларын Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Раҡия Хазирова менән Зөбәйҙә Хәмиҙуллина Оло Чернигов район мәҙәниәт йорто алдында күренекле яҡташтары Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар, Рәшит Ниғмәти, Фатима Мостафиналар иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташ янында ҡаршы алдылар.

Экспедиция үҙ эшен Ырғыҙ йылғаһының башланған ере, Хәсән ауылы, Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған йорто торған урынды, Янғол байҙың (“Ырғыҙ” романындағы Ниязғол байҙың прототибы) Байҡал күле, уның йорт-ҡаралды урындары менән танышыуҙан башланы. Беҙҙе Ҡадир Ғабдрахман улы  Усманов һәм Сәмиға Ильяс ҡыҙы Ғиззәтуллина оҙатып йөрөнө. 1990 йылда төшөрөлгән “Һәҙиә” фильмынан күреп белеүебеҙсә, ҡасандыр тормош ҡайнап торған башҡорт ауылының бөтөүгә дусар ителеүе кәйефте ҡырҙы, әлбиттә. Ошо ауыл уҙаманы, иң аҙаҡҡы булып күрше Костино ауылына күсенгән Ҡадир Ғабдрахман улының ҡамыш баҫҡан Ырғыҙ йылғаһының аръяғында ҡыйығы күренеп торған йортона йотлоғоп ҡарап тороуын күреү ҙә ауыр тойғолар ҡалдырҙы.

Ҡадир Усманов һөйләүенсә, үткән быуаттың 50-се йылдарында Хәсән ауылы янында тимер юлы төҙөүҙе планлаштыралар. 1957 йылда Мәскәүҙән Ырғыҙ йылғаһы аръяғындағы илле ете гектар ерҙә төҙөлөш башларға тигән приказ килә. Ләкин Хәсәндә төҙөлөргә тейешле өйҙәрҙе генераль планды боҙоп Костинола һалып өлгөргән булалар. Шул рәүешле Хәсән “перспективаһыҙ” ауылдар рәтенә инеп китә. Ауыл халҡы Костиноға күсергә мәжбүр була.  Хәсән ауылы шулай бөтөүгә дусар ителә. Әлегә тиклем картала ла булмаған Костино Һәҙиә Дәүләтшинаның күсенеп ултырған ауылдаштары иҫәбенә ҙурайып китә. Ауылға Яңы Хәсән тигән исем бирергә кәрәк ине, сөнки хәҙер уның төп халҡын Хәсән ауылы башҡорттары тәшкил итә, тигән фекер менән янып йәшәй хәҙер Ҡадир олатай.

Һәҙиә Дәүләтшина Һамар башҡорттары хәтерендә

Костино ауылында Һәҙиә Дәүләтшинаға Баймаҡ районы башҡорттары тарафынан ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташты барып күрҙек. Ауылдың иң оло кешеләренең береһе Хөббихужина Фәрихә Ғабдрахман ҡыҙы (Ҡадир Усмановтың бер туған апаһы) менән осраштыҡ. Ул ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән бүлеште. “1930-1932 йылдар тирәһе булғандыр. Сәмсеҡәмәр исемле ҡыҙ менән уйнап йөрөйбөҙ. Бер ваҡыт уларға ирле-ҡатынлы ҡунаҡтар килеп төштө. Матур ине ҡатыны: билдәре өҙөлөп тора, ҡаштары ҡыйылып киткән, ап-аҡ йөҙлө. Килешле костюм-күлдәк кейгән. Капрон яулығын матур итеп бәйләп, суҡлап ҡуйған. Өйгә ҡайтып, “Инәй, Сәмсеҡәмәрҙәргә матур бер ҡыҙ килгән. Ире менән”, – тип һөйләйем. “Ул – Һәҙиә Дәүләтшина, Исмәғил бабайҙың яҡын туғаны”, – тине инәйем. Шулай уҡ Һәҙиә апайҙың яңғыҙы ғына килеп киткәне хәтерҙә ҡалған.

1955 йылдар тирәһендә Һәҙиә апайҙың әсәһе Гөлйәүһәр әбей килеп китте. Мин был ваҡытта уларҙың ҡәрҙәше Исмәғил бабайҙың улы Ильясҡа кейәүгә сыҡҡан инем инде. “Һәҙиә үлгәс, аптырап сығып киттем. Ағай-энемде күреп, әҙерәк күңел күтәреп киләйем, тинем”, – тип һөйләне Гөлйәүһәр инәй.

Өс көн булды ул беҙҙә. Күберәк ҡәйнәм менән һөйләшеп ултырҙылар. Әбей һәйбәт кенә ине. Ҡәйнәм минең турала ниндәйҙер бер һүҙ әйткәс, әрләп тә ташланы уны Гөлйәүһәр әбей: “Һыңар балаңдан рәхәт күреп ултыраһың: намаҙ уҡыйым тиһәң, ҡомғаныңа һыу ҡойолған, сәйең ҡайнаған. Ашайһың да ҡыйшаяһың. Һин миңә киленде яманлама. Мин бит күреп, һынап ултырам. Килен яҡшы, үҙең яманһың. Тик ултыр”. Еңгәһе ине бит уға минең ҡәйнәм.

Аҙаҡ әбей Диңгеҙбай, Ташбулат ауылдарына барырға булып, хушлашып беҙҙән китеп барҙы.

Янғол байҙың өйөндә бәләкәй генә сағымда бер тапҡыр булдым. Өсөнсө бисәһе инәйемдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған ине. Урта буйлы, матур ғына бер ҡатын ине Мәхүбә әбей. Мишәр икән, тигәндәре хәтерҙә ҡалған. Бер малайы кәмит күрһәтәм, тигән булып, ҡағыҙ алып,  күҙ, танау, ауыҙ урындарын тишеп мәрәкәләп йөрөгәне, минең унан ҡурҡып илауым иҫтә ҡалған”. Бына шундай хәтирәләр һаҡлай күңелендә туғыҙ бала әсәһе, 89 йәшлек Фәрихә инәй.

Фәрихә инәйҙең бикәме Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙы Хәтипова Имеләй (Ҡыпсаҡ) ауылында йәшәй. Ул 1922 йылдың 29 сентябрендә  Хәсән ауылында тыуған. Янғол байҙың кесе ҡатыны Мәхүбә Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙының кендек әбейе булған.

“Һәҙиә апай – атайым яғынан беҙгә туған. Минең атайым Хөббихужин булып йөрөһә лә, Аралбаев фамилиялы булырға тейеш булған (Гөлйәүһәр инәйҙең дә ҡыҙ фамилияһы Аралбаева – Г.Ҡ.). Һәҙиә Дәүләтшина 1935 йылда Һәҙиәт исемле бер туған  ҡустыһы менән килгәйне. Бер 10 көн торҙолар беҙҙә. Аҙаҡ Өфөгә ҡайтып киттеләр. Күпмелер ваҡыттан ҡустыһы зым-зыя юғалған. Һәҙиә апай: “Ҡустым юҡ булды. Әллә һеҙгә барҙымы? – тип борсолоп хат яҙғайны беҙгә.

Ғөбәй еҙнәм Ташбулаттыҡы ине. Мин 1934 йылда бишенсе класта  уҡығанда уның менән хат алыша торғайныҡ.  Көлә-көлә яуап яҙған була торғайны еҙнәм. “Һин үҫеп етһәң, үҙем кейәүгә бирәм”, – тип тә яҙғайны. Апайым ҡайҙалыр киткәнендә, “Ул ҡайтмаһа, балдыҙ, һине алам да ҡуям”, – тип шаярып яҙғаны иҫтә ҡалған.

1948 йылда Һәҙиә апай икенсе ире Зәйнулла менән Хөббиниса әбейҙәргә ҡунаҡҡа килделәр. Мин Ҡыпсаҡ ауылына кейәүгә сыҡҡан инем. Һәҙиә апайҙарҙы саҡырып ҡунаҡ иттек. Ул замандың һыйы ла әллә ни түгел инде: күкәй ҙә ҡоймаҡ. Шулай ҙа матур, күңелле итеп ҡунаҡ булыштыҡ.

Гөлйәүһәр апайҙы 1952 йылда Диңгеҙбайҙың Йомағужа тигән кешеһе бортлы машинаға ултыртып алып килгәйне.  Кис төшкән ине. Свет та юҡ, бер шәм генә. Гөлйәүһәр апай өйгә кергәс, артынан мин дә керҙем. “Эй, туғаным, кил әле, Исмәғил ағайыма ғына оҡшаған бер кеше икәнһең”, – тип, алдына ултыртып, яратып-яратып алды ул мине.

Апайым еңгәләре менән күрешергә теләгәс, биш-алты әбейҙе ҡунаҡҡа саҡырып алдым иртәгәһенә. Аҙаҡ Тольяттиҙа торған Мәрйәм ҡыҙым барып күрҙе уны Өфөгә, 10 класты бөткәс. Гөлйәүһәр апайым: “Һин Исмәғилдең бер затымы әллә?”, – тип сырамытҡан уны шунда уҡ.

Һәҙиә апайҙы миңә оҡшаған тип әйтә торғандар ине. Минең бабай ҙа, Зәйнулла еҙнәм дә: “Был тиклем бер-берегеҙгә оҡшарһығыҙ икән?! – тип аптырашҡандар ине 1948 йылда ҡунаҡ булышҡанда” (Ысынлап та, ап-аҡ йөҙлө, һөйкөмлө Сәмсеҡәмәр инәйҙе күргәс тә, “Һәҙиә апай ҡартайғансы йәшәһә, тап ошондай әбей булыр ине” тигән фекер тыуа – Г.Ҡ.). Бына ошоларҙы бәйән итте беҙгә Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙы берсә көлөмһөрәп, берсә һағышланып.

Сәмсеҡәмәр инәй менән яҙыусы, журналист Рәлис Ураҙғолов та ихлас аралашҡан икән. Инәйҙең атаһы Исмәғил Хөббихужа улы тураһында һөйләгәндәрен тыңлап, беҙ яҙыусының “Аслыҡ” романындағы ҡайһы бер персонаждарҙың прототиптарын танығандай булдыҡ.

Һамар энтузиастары

Исток ауылы мәктәбендә ғәжәйеп кеше, энтузиаст Харитонова Фәтиха Сөнәғәтулла ҡыҙы менән таныштыҡ. Байтаҡ йылдар Тольятти ҡалаһында йәшәп ҡайтҡан ханым үҙ инициативаһы менән ике музей ойошторған. Ул был эше өсөн бер тин дә эш хаҡы алмай. Музейҙарына кабинет бирһендәр өсөн, Фәтиха апай ике мең һумға ғына иҙән йыуыусы булып эшкә урынлашҡан. Башҡорт һәм рус халыҡтарының этнографияһына арналған музейҙа беҙ Ырғыҙ буйы башҡорттарының тормош-көнкүреш яраҡтары, биҙәнеү әйберҙәренең, ғөмүмән һәр бер экспонаттың ғәжәп бер һаҡсыллыҡ, ихтирам менән һаҡланыуын күреп һоҡландыҡ. Музей иҙәненә йәйелгән кейеҙ өҫтөндә һибелеп ятҡан ашыҡтарҙы күреп, беҙҙең Башҡортостанда бик таралыш тапмаған был уйынды уйнап күрһәтеүҙәрен һораныҡ. Фәтиха Сөнәғәтулла ҡыҙы менән Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы тубыҡланып ултырып, уйын барышы менән таныштырҙылар. Үҙҙәренең экологик яҡтан таҙа, ҡул йылыһын, күҙ нурҙарын һаҡлаған кейеҙ өҫтәрендә тәбиғи, таҙа ашыҡ һөйәктәре менән уйнап үҫкән бала саҡтарын һағынып иҫкә төшөрҙөләр.

Фәтиха Харитонованың икенсе музейы совет осорона арналған. Бында В.И. Лениндың портреттары, әҫәрҙәренең тулы йыйынтыҡтары, шул осорҙағы почет грамоталары, юлбашсы тураһында сыҡҡан бихисап китаптар, пионер галстугы, комсомол, пионер, октябрят значоктары, дружина байраҡтары, барабан, элекке мәктәп формалары һ.б. бихисап әйберҙәр ҡәҙерләп һаҡлана.  Музей хужабикәһе нумизмат та икән, ниндәй генә аҡса берәмектәре ҡуйылмаған бында!

Фәтиха Сөнәғәтулла ҡыҙының Дим буйы башҡорттары һөйләшен хәтерләткән телмәре лә бик һоҡландырҙы. “Беҙләр барлыҡ өй эшләрен эшләшеп үҫтек: йөн теттек, ҡауырҫын ҫыҙырҙыҡ, юрғаннар эшләнек”, – тип һөйләне ул.

Ҡасҡын (Таллы) ауылы мәҙәниәт йортонда беҙҙе “Туған моңдар” фольклор коллективы менән уның етәксеһе Шагаева Фатима Кәбир ҡыҙы көтә ине. Таллының сибәр һәм ҡупшы апайҙары беҙгә йыуа йыйыу йолаһын күрһәтте. Ошо йола эсендә Ырғыҙ буйы башҡорттарына хас булған бейеү элементтары, йырҙары менән таныштырыуға өлгәште һәүәҫкәр артистар. “Әллүкәй” бейеүен таҡмаҡтар әйтеп,  өйөрөлөп йөрөп бейеп күрһәтте улар. Әлзирә Ғарифова, Фатима Шагаева, Әмирә Волкованың моңдары ла әсир итте студенттарҙы. Мәҙәниәт йортоноң уңған һәм талантлы мөдире Фатима Кәбир ҡыҙы ойошторған музейҙағы экспонаттар байлығы ла һоҡландырҙы. Нимәләр генә юҡ бында: боронғо көбөләр, күмер менән эшләүсе үтектәр, патефон, “Зингер” тегеү машинкаһы, керогаз, боронғо шкафтар, сигеүле таҫтамалдар, селтәрҙәр, һандыҡ, ауылдаш бабайҙың Бөйөк Ватан һуғышын урап ҡайтҡан таҡта сумаҙаны, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре, 150 йылдар элек тегелгән камзул,  сәсүрмес һ.б. бихисап ҡомартҡылар.

Мәҙәниәт йорто гөрләп тора бында. Исемдәре есеменә тап килә тигәндәй, Таллы уңғандары тал сыбыҡтарынан төрлө әйберҙәр үрергә лә әүәҫләнеп алғандар. Клуб түрендә уларҙың һоҡланғыс ижад емештәре күргәҙмәгә ҡуйылған.

Украинка “Белем биреү үҙәге” дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһында Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы Хәмиҙуллина тарафынан биҙәлә башлаған Һәҙиә Дәүләтшина музейын күреп ҡыуандыҡ. Бында рәссам Рим Йыһангировтың “Ырғыҙ” романы буйынса үткән быуаттың 70-се йылдарында төшөрөлгән картиналары күргәҙмәгә ҡуйылған ине. Рәссам ошо яҡ кешеһе булараҡ уларҙы бар тарихи дөрөҫлөгөндә, интерьерҙар, этнографик үҙенсәлектәр, йолаларҙы һаҡлап, әҫәр йөкмәткеһен бар тулылығында асып биреүгә өлгәшкән.

Зөбәйҙә Энгель ҡыҙына ҙур уңыштар юрап, әҙибәнең Украинка мәктәбендә урынлашҡан музейы Ырғыҙ, Кәрәлек буйҙары башҡорттарының яратҡан урындарының береһенә әйләнһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Ырғыҙ буйы башҡорттарының һүҙ йомғағын һүткәндә

Кинйәғол ауылында Шәймәрҙәнова Фатима Вәғиз ҡыҙы, Шаһиәхмәтова Фариза  Ғаяз ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Беҙ барып ингәндә балсыҡ баҫып, йорт-ҡураһын һылап йөрөгән Фариза инәй донъя көтөүгә булған дәртлелеге менән бер һоҡландырһа, мәғлүмәтлелеге, йор әңгәмәсе булыуы менән таң ҡалдырҙы. Инәй бына нимәләр һөйләне беҙгә: “Беҙҙең ауылдың өс исеме бар: Кинйәғол – Шүрәле – Бишул. Кинйәғол исемле бабай ошо урынға килеп ултырған, был тирәлә ул заманда диңгеҙ булған. Ҡамышлыҡтар ҙа булмаған, тирән булған. Әбейе Көмөшбикә бик сая булған. Көмөш әбей юлы тип уның исеме тарихҡа ла инеп ҡалған.

Ни өсөн ауылдың исемен Шүрәле тип йөрөткәндәрен һөйләйем әле. Берәүҙең көмөш айғыры көн дә тирләп ҡайта икән. Аптырағас, һумала буяп ебәргән хужа. Ҡараһа, атҡа шүрәле йәбешеп ҡайтҡан. “Иһаһай-миһаһай! Ат сабыш та арт йәбеш!” – тип һамаҡлай икән был шүрәле ҡыҙы. Бабай ҡыҙҙы кире ебәрмәгән. Ҡатын итеп алған. Шүрәленән биш ул тыуған. Шуға ауылды Бишул тип тә, Шүрәле тип тә йөрөтәләр. Бабай һунарға йөрөр булған. “Бабай, ҡырҙан ҡайтһаң, тамағыңды ҡырып кер!” – тип иҫкәртеп ҡуйған уны ҡатыны. Хужа бер тапҡыр тамағын ҡырмай килеп инһә, шүрәле затынан булған йәмәғәте мейе ҡапҡасын асып, тубығына һалып бетен үлтереп ултыра икән. Әбей үлгән дә ҡуйған. Бабай үкенә лә һуң, әбей юҡ. Шүрәле шулай итә икән, беҙҙең башҡорт алайтмай бит”.

Ҡыпсаҡ ауылында Харрасова Һәҙиә Вәхит ҡыҙы көмөш телле саратов гармунында уйнап ишеттерҙе. Бабайы менән ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп тә алдылар:

– Силәге тулып ҡалһын.

Ҡаршы таҡмаҡ әйтешәйек,

Бер ҡыҙыҡ булып ҡалһын.

– Һандуғастар һайрай-һайрай,

Һайрай-һайрай торғайны.

Һин миңә кәрәкмәйһең, тип

Ул да йөрөй торғайны.

– Аҡ пилотка буламы?

Үҙеңә яҙмаған йәрҙе

Теләп алып буламы?

– Егет алай буламы?

Егет былай буламы?

Ҡыҙлар янына егет килҫә,

Бер йырламай буламы?!

– Егет егетлеген итә –

Ат эсерә урамда.

Йөрәгенә сыҙай алмай

Сығып китә буранда.

Һәҙиә инәй менән Зөбәйҙә Энгель ҡыҙы “Тирмән” исемле бейеүҙе өйрәтте студенттарға.

“Тигермән, тигермән.

Тәгәрмәсе тимерҙән”, – тип бейеүгә төшөп китте Башҡортостан студенттары. Харрасовтарҙың йәшлек дәрте һүнмәүенә һоҡланып сыҡты был йорттан йәштәр.

Сурина Рәйсә Кәшфулла ҡыҙының да ауыҙ гармунында уйнай-уйнай бейеп китеүе матур бер күренеш булды.

Рәшит Ниғмәтиҙең тыуған ауылы Диңгеҙбайға килгәс, етемһерәп ултырған башланғыс мәктәп бинаһы (сөнки мәктәп күптән ябылған – Г.Ҡ.) янына барып, Башҡортостандың халыҡ шағиры хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташты ҡараныҡ, шағирҙы иҫкә алдыҡ, әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙөк. 1933 йылғы Йомағәлиева Миңлекамал Жәдид ҡыҙы менән матур әңгәмә ҡорҙоҡ. Инәйҙең көнкүреше матур булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Ғөмүмән, студенттар Ырғыҙ буйы әбейҙәренең матур йәшәүҙәренә һоҡланып туйманы. “Тыштан ҡарағанда, самандан һалынған өйҙәре бәләкәй генә кеүек. Эскә инһәң, иркен, матур, бөхтә. Күптәренең автомат кер йыуыу машиналары кеүек заманса уңайлыҡтары бар”, – тине улар. Ысынлап та, саман өйҙәр шып-шыма итеп һылап ҡуйылған, кәртә-ҡуралары төҙөк.

Маһира Сөләймән ҡыҙы Садиҡова – Башҡортостан матбуғатының күптәнге дуҫы. Ғүмер буйы “Совет Башҡортостаны” (әле “Башҡортостан”) гәзитен, “Ағиҙел” журналын алдырып барған.

Инәйҙең шәжәрәһе Диңгеҙбай ҡартҡа барып тоташа. “Иң ҡарт ҡартатайым булған ул. Диңгеҙбай – Мортаза –  Ғәлимйән – Сөләймән – Маһира”, – тип һанап бирҙе Маһира инәй. Ә әсәһе Хәсән ауылынан төшкән килен булған, Һәҙиә Дәүләтшиналарға ҡәрҙәш тура килә.

Маһира Сөләймән ҡыҙының өйөндә бар тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылып ғәйет намаҙы уҡыйҙар икән, сөнки Диңгеҙбай ауылында  мәсет юҡ.

Йомағәлиева Мәрхәбә Сәйетбаттал ҡыҙы ла яҡшы хәтерле, күңелле әңгәмәсе булып сыҡты. “Ҙур бейеү”, “Һигеҙ бейеү”, “Алты бейеү” кеүек бейеүҙәрҙең хәрәкәттәрен иҫенә төшөрҙө. Таҡмаҡ әйтеп, дөбөрләтеп бейергә лә төшөп китте:

Алабута, балдырған –

Барыһы беҙҙе йөҙәтте.

Беҙҙең кеүек эшлекһеҙҙе

Егәрлегә өйрәтте.

“Тағы ла: Тейәгәндәр ҡалайҙар. // Әммә ҡыҙыҡ булыр ине // Үлеп бөтһә бабайҙар, – тип йырлай торғайныҡ. Бабайҙар үлеп бөтһә, ҡыҙыҡ түгел икән. Әле әтәс һуйҙырырға ла, тауыҡ һуйҙырырға ла кеше юҡ. Ир кеше эҙләп, әллә ҡайҙарҙан урап килергә тура килә”, – тип көлдөрөп тә алды ул беҙҙе.

Мәрхәбә Сәйетбаттал ҡыҙы дауалау серҙәрен дә яҡшы белә, ҡот ҡойоу менән шөғөлләнә икән.

Мөтиғуллина Рәбиғә Дәүләтбай ҡыҙы менән Йыһангирова Руза Хәсән ҡыҙы, Ғатауллин Борис Хәсән улы ямғыр теләү йолаһын иҫкә төшөрҙөләр. Үлгәнтау, Әүлиә ҡәбере тураһында ла һөйләнеләр. Ырғыҙ йылғаһының диңгеҙ кеүек тулып ятҡан сағын, һыу инергә ярамаған тәрән урындары булғанлығын һағынып хәтерләне улар.

77 йәшлек Сәғитова Маһинур Кәрим ҡыҙы фольклор экспедицияһының оло табышы булды. Күпме матур риүәйәт-легендалар, халыҡ ижады өлгөләрен ишеттек  унан. Уның һөйләшеүе Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы геройҙарының телмәрен хәтерләтте беҙгә. “Бер йылға буйында урыҫтар менән башҡорттар һуғышҡан. Башҡорттар араһында бер батыр булған, барыһын да еңеп сыҡҡан. Урыҫтарҙың иң шәбе уны атына һуғыпмы төшөрһә, теге батыр Гөлөстан исемле ҡыҙ кеше булып сыҡҡан. Теге урыҫ ҡыҙ кешене еңә алмай йөрөгәненә бик ғәрләнгән икән, ти. Шунан бирле был йылғаны батыр ҡыҙҙың исеме менән атап йөрөтә башлағандар. Олоҫтан һыуы Ырғыҙға ҡоя бит инде”, – тип һөйләне инәй.

Диңгеҙбай ауылында сыҡҡан “Зәлифәкәй” йыры тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишеттек: “Зәлифә минең атайым Кәрим ҡарттың ике туған апаһы булған. Яратҡан егетенә кейәүгә бара алмаған, Аҡъегет Муса исемле берәү араларына төшкән. Йырҙың:

Ҡара ғына тырантас, ай, күн япҡан.

Зәлифәкәй менән Муса ятҡан,

Алламорат барып уятҡан, – тигән юлдары хәтеремдә ҡалған.

Атайымдар ғәрләнеп был йырҙы башҡаларҙан да йырлатманы, тарихын да һөйләтмәй торғайнылар”.

Был яҡтарҙа туйҙарҙың нисек үтеүе тураһында һораштыҡ Маһинур инәйҙән. “Тәүге көн ҡоҙалар килә. Беренсе килгәндә уларҙы ҡурҙаҡ, сәй менән һыйлайҙар ине. Аҙаҡ һалма бирәләр ине. Ауыл икегә бүленә: яртыһы бер саҡыра, аҙаҡ ҡалған икенсе яртыһы ҡунаҡ күрһәтә. Таңға тиклем ҡунаҡ була инек. Иртәгәһенә хужа үҙенә саҡыра. Ауылдың икенсе яртыһы саҡырған ҡунаҡтан һуң, кире хужаның өйөндә йыйыла инек. Төп ҡоҙа көрәгә яба, килендең яҡын туғаны уны аса. Ҡуймы, күлдәкме, шуның кеүек бер зат әйтә. Һандыҡты йырлап асалар ине. Иң өҫтә асҡан кешегә күлдәклек ята. Ул килен менән кейәүҙе ҡунаҡҡа саҡырырға тейеш. Аҙаҡ күлдәк урынына урын япмаһы, беләҙек һалыу сығып китте. Ҡоҙалар бер-береһенә күлдәк кейҙерешәләр.

Ҡыҙ йәшереү йолаһы ла бар беҙҙең яҡта. Ҡыҙҙы әхирәттәре йәшерә. Еңгәләре эҙләй ине. Кәләште тапҡас, һөйрәкләп кейәү янына алып барып ҡуша инеләр. Кейәү еңгәләренә таҫтар бирә ине. Иртәгәһенә ҡунаҡ күреп йөрөйҙәр ине. Еҙнәләренең аяҡ кейемен йәшерә ҡәйнеш-балдыҙҙары,  кейәү уларға һуғылған балдаҡ, аҡса, бәке өләшә ине.

Шаршау эсендә, уның дүрт мөйөшөнән тотоп килен төшөрә торғандар ине.

Һыу башлатыу “Ырғыҙ” романында һүрәтләнгәнсә. Күлдән һыу алғас, яҡын бикәсе бисмилла итеп килендең иңенә көйәнтәне һала. Бәхетем түгелмәһен, тип килен һыуҙы сайпылтмай ғына алып ҡайтырға тырыша. Өй иҙәненә кейеҙ, буй юрғандар теҙеп, табын әҙерләнгән була. Ҡыҙҙар өйгә сәйгә керә. Килен бикәстәренә яулыҡ, ойоҡ, хушбый, йөҙөк кеүек бүләктәр өләшә, тыштағыларға ла һабын һ.б. заттар бирә”.

Ырғыҙ буйы башҡорттары борон-борондан кейеҙ баҫыу эшенә маһир булған. “Кейеҙ баҫыуға көс кәрәк. Өлкәндәр йөндө брезентҡа йәйеп түшәй ине. Унан биҙәк һалаһың. Кейеҙгә эҫе һыу ҡояһың. Терһәктәребеҙ эҫе һыуҙан ҡара ҡутырға әйләнә ине. Был ауыр эште өмә итеп эшләй инек. Өмәнән һуң тышҡа сығып бейешә торғайныҡ”, – тип хәтерләй Маһинур инәй.

Был яҡтарҙа таралған уйындарҙы ла ҡыҙыҡ итеп иҫенә төшөрөп алды инәй: “”Миңә төш, миңә төш! Миңә төш. Хан, миңә төш! – тип ханталаш (ашыҡ уйынының бер төрө – Г.Ҡ.) уйнай инек. Буяулы була был ашыҡтар. Ханды өлкән итеп ҡыҙылға буяп ҡуялар ине.

Бишәнбәк тигән уыйнда биш кенә ашыҡты сиртеп уйнайһың. Бөгә тип ашыҡтың бейек яғы, сигә тип уйпат яғы атала ине.

Ояһыҙ йәшенбәк уйнай инек. Ауылдың йәштәре икегә бүленә, яртыһы йәшенә. Яртыһынан күберәге табылһа, тегеләре лә сыға. Өйләнешкән, балалары тыуып өлгөрмәгән йәштәр ҙә уйнай ине был уйынды”.

Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Ауырып-сырхап та китәһең. Им-том, әмәл-таҡыл да ят түгел Ырғыҙ буйы башҡорттарына.

“Кил, ҡотом, кил, ҡотом!

Аҡ балыҡтай йөҙөп кил.

Ҡарлуғастай осоп кил.

Ҡайҙан сыҡтың, шунда кил,

Килеп урыныңа кер! – тигән һүҙҙәр менән ҡот ҡоя инек”, – ти Маһинур Кәрим ҡыҙы.

Үтәкәй (Бөрйән) ауылының башланғыс мәктәп уҡытыусыһы Хәзиева Гөлнур Шәһиҙулла ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның әхирәте Тутыя Даянованың ейәнсәре булып сыҡты. Гөлнур Шәһиҙулла ҡыҙы: “Ҡәрсәйем Һәҙиә Дәүләтшина менән бергә уйнағанын һөйләй торғайны. Йомшаҡ күңелле, ғәҙел ине, тип хәтерләй торғайны яҙыусыны”. Беҙ Тутыя Ғәзиз ҡыҙының фотоһы әҙибәнең музейында һаҡланғаны тураһында әйттек. Әминә Абдуллина тарафынан 1984 йылда инәйҙең хәтирәләре ҡағыҙ битенә төшөрөп ҡуйылған булған: “Һәҙиәнең белем алыуға ынтылышы ҙур ине, мине лә шуға өгөтләй, ярҙам итә торғайны. Беҙ уның менән яңы тормош, бәхет хаҡында һөйләшергә ярата инек. Икәүләшеп уҡытыусы булып китербеҙ, тип хыяллана инек”.

Үҙем Хәсән ауылы ҡыҙымын. Бөрйән ауылында 1978 йылдан бирле йәшәһәм дә, һаман Хәсән күңел түремдә. Яҙ көндәре ирем, ейәнсәрем менән Хәсәнгә барып Мөһөрмән йондоҙҙарын йыйып ҡайттыҡ быйыл. Мөһөрмән тауы, Хапаза тауҙары  бар беҙҙең ауыл янында. Аслыҡ ваҡытында йомран тотоп көн күргәндәр бит инде. Мөһөрмән исемле әбей шунда үлеп ҡалған, шунан башлап был тауҙы уның исеме менән йөрөтә башлағандар.

Янғол байҙың Байҡал күлендә кер сайҡап үҫтек беҙ. Бәләкәй саҡта байҙың йорттары урынында уйнай инек. Яҙ көнө унда ямғыр яуғандан һуң, йыуылып сыҡҡан матур шәшке ярсыҡтарын “Янғол байҙың алтын шәшкеләре” тип йыйнай торғайныҡ.

Ғәзим Шафиҡовтың “Һәҙиә” фильмын күҙ йәштәрем аша ҡараным. Унда беҙҙең ауыл күренештәре төшөрөлгән. Ҡоҙағыйым Рәбиғә Зарипова менән Миңзифа әбей Усманова көңгөр-ҡаңғыр килеп һөйләшеп ултыра. Көтөү ҡайтып килә. Ауылымдың бөтөүенә йөрәгем әсенә”.

Оло Чернигов районының алты башҡорт ауылының мәктәпһеҙ булыуы тураһында күңелһеҙләнеп уйланып, Үтәкәй мәктәбенә ябылмай эшләргә яҙһын, тигән теләктә хушлаштыҡ Гөлнур Шәһиҙулла ҡыҙы менән.

78 йәшлек Хәсәнова Мәрйәм Әмерғәле ҡыҙы ла туй йолаларын хәтеренә төшөрҙө. Талғын ғына тауыш менән бик моңло итеп итеп йырлап та ебәрҙе ул. Күңелдәре йомшап, күҙ йәштәрен дә сығарып алды Мәрйәм Әмерғәле ҡыҙы.

Инәйҙең кейәүе (бер туған һеңлеһенең ире) Муллагилдин Мөбин Нәғим улы Бөрйән ауылының әле өсөнсө урында ултырыуы, элек ҡайһы урындарҙа урынлашҡаны тураһында мәғлүмәт бирҙе. Олатайҙың ғаиләһенә репрессия елдәре ҡағылған булып сыҡты: атаһы халыҡ дошманы тип ҡулға алынып, 1942 йылда атыла. Ғаиләләре 1943 йылда биш йылға Ҡаҙағстандың Петропавловка өлкәһенә һөрөлә. Йорт-ҡаралтылары тартып алына.

“Сүрәкә, күзнә уйнай инек. Һыйыр йөнөнән әүәләп туп һуға инек”, – тип бала саҡтарын да һөйләп алды Мөбин бабай.

Ырғыҙ ауылында Дим һәм Хәлимә Хәкимовтар ғаиләһе менән таныштыҡ. Дим Насип улының бик үҙенсәлекле тауыш менән башҡарған йырҙарын аудиотаҫмаға яҙҙырып алдыҡ. Хәлимә инәй Әүлиә ҡәберенең тарихын бәйән итте: “Августовка урыҫтары менән сыҡҡан низағта һәләк булған әүлиә. Үҙенең үлерен алдан белгән була. Үҙен һәләк булған урынында ерләргә, ауылға алып ҡайтып йөрөмәҫкә ҡушҡан. Ҡәбер аҙаҡ баҫыулыҡ эсендә ҡала. Августовка урыҫтары был урында һөрә башлаһа, аттары, үгеҙҙәре ятып үлә, тракторҙары туҡтап ҡала торған булған.

Әүлиә ҡәберен матур итеп кәртәләп ҡуйҙы хәҙер Бөрйән фермеры. Ямғыр оҙаҡ яумай торғанда, Бөрйән ауылы әбейҙәре ямғыр теләп, доға ҡылалар шунда. Ямғыр шунда уҡ яуа”.

Ырғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы Ибәтуллина Мәфтүхә Мөбин ҡыҙы беҙгә ауыл тарихы тураһында байтаҡ материалдары менән бүлеште. Әбейҙәрҙән үҙе яҙып алған таҡмаҡтарҙы ла тапшырҙы ул беҙгә.

Мәктәптә башҡорттарҙың көнкүрешен һүрәтләгән музей эшләй. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бик үҙенсәлекле көмөш биҙәүестәре хәтеребеҙгә уйылды

Ғәшиә Харис ҡыҙы Ғатауллина,  Бибинур Рәсүлева, Рәшит Ниғмәтиҙең өс туған ҡустыһы Ғәйнетдин Фәтхулла улы Сәйфетдиновтар ҙа ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр булып сыҡты. Ғәйнетдин олатай шағир тураһындағы иҫтәлектәрен һөйләне: “1937 йыл һуңғы тапҡыр бер-нисә айлыҡ ҡына ҡыҙҙары Флорида менән ҡайтып киткәйнеләр. Рәшит Ниғмәтиҙең юлы тыуған яҡтарына башҡа төшмәне”.

Ырғыҙ ауылының алыҫтан уҡ иғтибарҙы тартып торған, тышына зауыҡ менән ҡурай тажы төшөрөлгән мәҙәниәт йортонда булдыҡ. Милләттәштәребеҙҙең күңел асыу өсөн иҫ киткес матур урыны булыуға шатландыҡ. Тик бындағы бай китапхана фондында бер генә дана ла “Ырғыҙ” романы булмауы беҙҙе аптырашҡа ҡалдырҙы. Китапты почта аша һалып ебәрергә һүҙ бирҙек.

Был сәйәхәт студенттарыбыҙ күңелендә иҫ китмәле йылы тойғолар ҡалдырҙы. Бына нимә тип яҙа Таңсулпан Ибраһимова: “Ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙе ихлас күңелдән, бик йылы ҡаршы алдылар. Мәктәптәрҙә үҙ эшен яратып башҡарған, мөкиббән киткән уҡытыусылар менән аралаштыҡ, яғымлы, оло йөрәкле әбей-бабайҙарҙың кәңәштәрен тыңларға ашыҡтыҡ, ололарға ихтирамлы балалар менән таныштыҡ. Һамар башҡорттарының башҡорт телендә матур итеп аралашыуҙарына, рухлы, иманлы булыуҙарына ҡарап күңел һөйөндө. Ғөмүмән алғанда, беҙҙе был сәйәхәт тетрәндерҙе лә, һоҡландырҙы ла, илһамландырҙы ла, рухландырҙы ла.  Хәсән ауылы яҙмышы күңелдәрҙе әрнетһә, шундай мәҙәниәтле Һамар башҡорттары менән аралашыу йөрәктәрҙе йылылыҡ өҫтәне”.

Коллегабыҙ Әминә Абдуллинаның 1984 йылда үткән юлын Башҡорт, татар һәм мари филологияһы кафедраһы мөдире Артур Айрат улы Фәтҡуллин, башҡорт-инглиз бүлегенең II курс студенттары менән теүәл утыҙ бер йылдан һуң бына ошо рәүешле ҡабатланыҡ. Ырғыҙ йылғаһын һыулаған башҡорт ауылдарын, уның күркәм халҡын яратып, үҙ күреп хушлаштыҡ беҙ алыҫтағы яҡын туғандарыбыҙ менән. Ырғыҙ һыуы мәңге шаулап аҡһын, милләттәштәребеҙҙең рухы һүнмәһен, ауылдарҙа башҡорт балаларының шат тауыштары тынмаһын, тигән изге теләктәрҙә Башҡортостаныбыҙға юл алдыҡ.

Гөлнур ҠАСҠЫНОВА,

БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *