Бейеүҙәрем менән халҡымдың рухын күтәрәйем, тим

Бейеү – ул халыҡтың күңеле. Башҡорт профессиональ хореографияһының нигеҙен булдырыусы Фәйзи Ғәскәров ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлауы менән дә бәхетле ижадсы булғандыр, моғайын. Донъялағы сәхнә ҡалыптарынан тайпылып, бейеү ябай тамашасыға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы, ихлас булһын һәм, иң мөһиме, унда халыҡ күңеле сағылһын, тигән оло бурыстар йөкмәгән бөгөнгө ҡунағыбыҙ ҙа ижады менән үҙенә-үҙе һәйкәл ҡуйған шәхес. […]
Continue reading…

 

Дин мәсьәләһендә һуңларға ярамай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Дин ойошмалары комиссияһы төҙөлгәйне. Уның рәйесе итеп Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Айнур Арсланов һайлап ҡуйылды. Был комиссияның тәүге ултырышы “Башҡортостанда татыулыҡ һәм толерантлыҡты һаҡлау” темаһына арналды. Унда йәштәр ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре республикала дини экстремизмды иҫкәртеү, был […]
Continue reading…

 

«Туған телебеҙ баҡсаһын ҡыйҙан таҙартырға ваҡыт»

Ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади өлкәлә әленән-әле бығаса күрелмәгән хәл-ваҡиғалар, фәндә яңы асыштар булып тора, шуға ла уларға атама биреү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Йәмғиәттә туҡтауһыҙ барған реформалар, үҙгәрештәр йоғонтоһонда телдә яңы һүҙҙәрҙең пәйҙә булыуы һуңғы бер нисә тиҫтә йылда көсәйеп китте. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең лексик ҡатламы айырыуса матбуғат баҫмалары һәм киң мәғлүмәт саралары (радио, телевидение, Интернет) аша […]
Continue reading…