Дин мәсьәләһендә һуңларға ярамай

IMG_8802Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Дин ойошмалары комиссияһы төҙөлгәйне. Уның рәйесе итеп Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Айнур Арсланов һайлап ҡуйылды.

Был комиссияның тәүге ултырышы “Башҡортостанда татыулыҡ һәм толерантлыҡты һаҡлау” темаһына арналды. Унда йәштәр ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре республикала дини экстремизмды иҫкәртеү, был ағыуҙың таралыуына юл ҡуймау, йәштәрҙе традицион дин нигеҙендә тәрбиәләү, улар араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау тураһында һөйләште.

Башҡортостан мөфтөйө урынбаҫары әйтеүенсә, республикала ваһһабизм, Хизб ут-Таһрир әл-Ислами, урҙа кеүек ҡурҡыныс ағымдар һәм секталар үҙ эшен йәйелдереп маташа, уларҙың эшмәкәрлегенә кәртә ҡуйырға, йәштәребеҙҙе аралап алып ҡалырға кәрәк.

– Бындай кире күренештәргә юл ҡуймаҫ өсөн үҙ-ара килешеп, бер төптән эш итергә тейешбеҙ. Беҙҙең эшмәкәрлек халыҡҡа үҙенә күрә вакцина кеүек булырға тейеш, – тип мөрәжәғәт итте ултырышта ҡатнашыусыларға Айнур Нурғәли улы.

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” сәхифәһен алып барған Гүзәл Ситдиҡова әйтеүенсә, 2000 йылдар башында океан аръяғынан ябырылған был бәләгә ҡаршы тороу өсөн юғары әҙерлекле белгестәребеҙ булыуы шарт.

– Мәсьәлә үтә етди. Уны республика етәкселеге ҡатнашлығынан тыш хәл итеп булмай, – тигән фекерҙә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. – Диндең милләткә лә, телде һаҡлауға ла йоғонтоһо ҙур. Тыуған иле, теле өсөн янған егеттәр имам булып китергә тейеш.

Гүзәл Ситдиҡованың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, Айнур Арсланов та дини белем биреүҙе тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙең береһе тип атаны.

– Тәү сиратта Урал аръяғы райондары йәштәрен бер урында туплаясаҡ белем йорто кәрәк. Сибайҙа бындай мөмкинлек бар. Күркәм мәҙрәсә төҙөлә башлағайны, әммә тамамланмай тороп ҡалды. Эске биҙәлеш эштәренә миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Әгәр был изге эште ослап ҡуйһаҡ, бихисап мәсьәләне хәл итә аласаҡбыҙ, – тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары.

Ултырышта ҡатнашҡан психолог Зәкинә Муллабаева йәштәрҙе тыйыуҙан файҙа булмауы, уларҙы үҙ өлгөңдә тәрбиәләү кәрәклеге тураһында һөйләне.

“Тархан” яугирҙар клубы етәксеһе, Грепплинг федерацияһы президенты Динар Аҡмырҙин да шундай уҡ фекерҙә:

– Йәштәргә дәрес уҡытып, дингә ылыҡтырыуы еңел түгел. Шуға ла беҙ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған спорт ярыштары ойоштороуҙы, концерттар үткәреүҙе ҡулай тип таптыҡ. Спортсыларыбыҙ, сәхнәнән сығыш яһаған мосолман егеттәребеҙ – йәштәргә өлгө. Миҫал өсөн, беҙҙең сафта булған йәш йырсы Илгиз Абдрахмановтың Әбйәлилдәге концертынан һуң (агитация алып барылмаһа ла!) өс егеттең дингә килеүен ишеттек. Әйтергә кәрәк, грепплинг, көрәш кеүек спорт тренировкаларында ла агитация алып барылмай. Беҙ бары эшебеҙ, үҙ-үҙебеҙҙе тотошобоҙ менән үрнәк күрһәтәбеҙ, – тине Динар Аҡмырҙин.

Республика именлегенә хәүеф менән янаған экстремистик ойошмаларҙың үрсеүен туҡтатыу, йәштәрҙе Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡанаты аҫтында туплау зарурлығын ултырышта ҡатнашҡан Ишембай районы имам-мөхтәсибе, “Дәғүәт” нәшриәте етәксеһе Илшат хәҙрәт Хафизов та билдәләй.

– Ваһһабиттар, урҙа сектаһы һәм башҡа экстремистик ойошмалар йылдам эшләй. Финанс мөмкинлектәре лә ҙур. Беҙ бер китап сығарғансы, улар йөҙ баҫмаһын сығарып, таратып та өлгөрә, – ти Илшат хәҙрәт.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеген етәкләгән Тимур Вәлитов әйтеүенсә, бөгөн Өфөлә ошондай ойошмаларға эйәргән мең ярым самаһы егет бар.

– Йәштәрҙе һәләкәткә илткән ағымға ҡаршы тороу өсөн дөрөҫ сәйәсәт алып барырға, иҫкәртеү сараһын күрергә кәрәк. Йыназа, мәжлестәрҙә доға уҡыу менән генә кешеләрҙе иманға килтереп булмай. Мәсеттәрҙә уҡытыуҙар башлау мөһим. Иман йорттарында үҙебеҙҙең һәр яҡтан үрнәк булырлыҡ йәштәребеҙ имам булып торһон. Сөнки мәсеткә салафит та, ваһһабит та килә, имам һәр кемгә үрнәк, абруйлы кеше булырға тейеш. Традицион Исламдың дәлилдәре – аят-хәҙистәрҙә. Шуға ла беҙҙең осраҡта белемле булыу – төп шарт.

Ултырышта әйтелеүенсә, бөгөн дин мәсьәләһенә иғтибар етмәй. Тыныс тормошобоҙға ниндәй хәүеф янауы тураһында саң ҡағырға, киң мәғлүмәт сараларын дә йәлеп итеп, халыҡҡа дин әһелдәренең фекерен еткерергә кәрәк.

“Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева дингә килгән ағай-апайҙарҙың ҡайһы бер мәсьәләләрҙе дөрөҫ аңламауын да билдәләп китте.

– Дини кеше тип, балаларын икенсе милләт вәкилдәре менән өйләндереү осраҡтары йышайҙы. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе башҡорт итеп яратҡан икән, нәҫелебеҙҙе дауам итергә, ҡыҙҙарыбыҙҙы башҡорт егеттәренә кейәүгә бирергә, башҡорт балаларын үҫтерергә тейешбеҙ.

Йәнә, Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы әйтеүенсә, Башҡортостанда аҫтыртын эш алып барған секталарҙы, экстремистик ойошмаларҙы закон нигеҙендә республиканан ҡыуып сығарыу юлын табырға, агитацияны, ойошмалар эшмәкәрлеген туҡтатыу өсөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ултырышты йомғаҡлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев бөгөн күтәрелгән һорауҙарҙың урынлы һәм ваҡытлы булыуын, уларҙы хәл итеү юлын табырға кәрәклеген билдәләне.

Комиссия ағзаларының фекере бер – республикала татыулыҡ һәм толерантлыҡты һаҡлап ҡалыу юлы дини юҫыҡтағы эштәрҙе яйға һалыуҙан башлана. Шуға ла дин мәсьәләһенә еңел ҡарарға ярамай. Һуңлауыбыҙ ҙа бар.

Ә Сибайҙағы мәҙрәсәгә килгәндә, уны төҙөп бөтөүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте етәкселәренә, Урал аръяғы төбәгендә йәшәгән милләттәштәргә мөрәжәғәт итергә ҡарар ителде. Ил төкөрһә, күл була, тигән әйтем бар. Күмәкләһәк, тиҙ арала был изге эште лә атҡарып сығырбыҙ, тигән өмөттәрен белдерҙе ултырышта ҡатнашыусылар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *