Берҙәмлек менән көслөбөҙ!

18 март БДУ-ның Сибай институты базаһында IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһын тормошҡа ашырыу проблемаларына арналған «Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге» исемле Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә үткәрелгән был сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, шулай уҡ милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Силәбе өлкәһе, Марий Эл республикаһы, Урал аръяғы райондары һәм ҡалалары ҡоролтайҙарының башҡарма комитетынан вәкилдәр, төрлө уҡыу йорттарында, ғилми-тикшеренеү институттарында эшләп йөрөгән ғалимдар, махсус урта һәм дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусылары ҡатнашты.

Көн тәртибе ҡунаҡтарҙы ҡаршылау һәм Сибай институтының төп корпусы алдындағы арҙаҡлы шәхестәр аллеяһында- ғы бюстарға сәскәләр һалыу менән башланды. Артабан уҡыу йорто буйлап экскурсия уҙғарылды.

Сараның пленар өлөшө Сибай институтының кәңәшмәләр залында дауам итте. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһын тормошҡа ашырыу проблемаларына арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы «Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге» темаһы аҫтында үтте һәм ул Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын бергәләп йырлау менән башланып китте.

Артабан сәхнәлә бер-бер артлы институттың ҡурайсылар, «Ете ырыу» халыҡ бейеүҙәре һәм «Ноғай» фольклор-инструменталь ансамблдәре сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың конференцияла ҡатнашыусылар алдына  сығып, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауы сараға байрам төҫө бирҙе.

Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.Н.Бикмәтов ғилми-ғәмәли конференция эшендә республика төбәктәренән, сит өлкәләрҙән 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы хаҡында белдерҙе һәм ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Төрлө тарафтарҙан йыйылған милләттәштәребеҙҙе Сибай институты директоры, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты З.F.Йәрмөхәмәтов сәләмләне.

– Беҙ 2014, 2015 йылдарҙа ла халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләргә арналған ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарҙыҡ. Өфөлә үткән IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бик мөһим мәсьәләләр ҡуҙғатылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғариф системаһында барған оптималләштереү башҡорт мәктәптәрен ябыуға килтерҙе. Мәҫәлән, 2010 йылдан алып 2015 йылға тиклем республикала башҡорт мәктәптәренең һаны 123-кә кәмегән. Был бик борсоулы хәл, – тине Зиннур Fөбәйҙулла улы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғоловтың сығышы ла башлыса мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәргә, телебеҙгә бәйле булды.

– Ил башлығы В.В.Путиндың Рәсәйҙең халыҡ-ара ареналағы авторитетын күтәреү буйынса алып барған сәйәсәтен беҙ хуплайбыҙ. Әммә Рәсәйҙә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың этносын, телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына төбәк компоненттарын индереү буйынса аныҡ эш алып барырға тейешбеҙ. Конференцияла уҡытыусыларҙың күпләп ҡатнашыуы яҡшы. Һеҙ башҡорт теленең йәмен, тәмен, нәфислеген оҫта итеп күрһәтеп, уҡыусыларға өйрәтергә бурыслыһығыҙ. Балаларыбыҙ үҙ телендә ҙур ғорурлыҡ менән һөйләшһен. Милләтебеҙ данын Рәсәйгә һәм Бөтә донъяға таратырға яҙһын, – тип һүҙ тотто ул.

Артабан конференцияға килеүселәрҙе Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А.Ф.Иҙрисов тәбрикләне. Ул ҡаланың социаль-иҡтисади хәленә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, башҡорттар күпләп йәшәүсе ҡала булараҡ, милләтебеҙҙе үҫтереүсе үҙәктәрҙең эшмәкәрлегенә баһа бирҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Г.Г.Янбаева милли баҫмаларҙың бәҫен күтәреү һәм тиражын арттырыу проблемаһына туҡталып китте. Филология фәндәре докторы, профессор М.Х.Иҙелбаев, Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Р.Ә.Солтангәрәеваларҙың фәһемле сығыштары иғтибарһыҙ ҡалманы. Башҡортостан Диниә назаратының пресс-секретары Әбдел-Әхәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың «Йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү» темаһына һөйләгән доклады ла урынлы булды. Иҡтисад фәндәре докторҙары, Сибай институты профессорҙары Ә.Ә.Барлыбаев һәм Р.З.Йәрмөхәмәтовтар төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, агротуризмды йәйелдереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Марий Эл республикаһы һәм күрше Силәбе өлкәһенән килгән яҡташтарыбыҙҙың ялҡынлы телмәрҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Fөмүмән, ғилми-ғәмәли конференцияла сығыш яһаусы һәр милләттәшебеҙ халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге менән янып йәшәүен белдерҙе.

Көндөң икенсе яртыһында секциялар ултырышы, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Һуңынан конференция вәкилдәре күмәкләп киләсәккә бурыстар билдәләне, резолюция ҡабул итте.

Сибай институтында ойошторолған олуғ саранан милләттәштәребеҙ рухланып, яңы эштәргә илһамланып таралышты.

БДУ-ның Сибай институты директоры Зиннур Fөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов:

– Беҙҙең уҡыу йорто базаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә бындай форматтағы конференция тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй. Үткән йылдың ноябрь айында Өфөлә төрлө төбәктәрҙән, яҡын һәм алыҫ дәүләттәрҙән милләтебеҙ вәкилдәре IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына йыйылды. Ул ярайһы ғына эшлекле шарттарҙа үтеп, республикабыҙҙы, хатта бөтә Рәсәйҙе борсоған проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4 айға яҡын ваҡыт үтеп китһә лә, ҡоролтайҙа ҡабул ителгән конкрет эш планы һаман да урын еренә еткерелмәгән. Бөгөнгө ҡорҙа халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында уртаға һалып һөйләшелер, алда торған маҡсат-бурыстар асыҡланыр, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы рәйесе—БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов етәкселегендәге яңыртылған состав Ҡоролтайҙың эшен артабан ҡырҡа йәнләндерер, кәрәк саҡта үҙ һүҙен әйтер, иң мөһиме, халҡыбыҙҙың арҡа терәге булыр, тип ышанабыҙ.

Нурдәүләтов Муса Солтанморат улы, Марий Эл республикаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

– Мин сығышым менән Баймаҡ районының Алғаҙы ауылынанмын. 52 йыл ғаиләм менән Марий Эл республикаһында йәшәйем. 2003 йылда унда башҡорттарҙың ҡоролтайын булдырҙыҡ һәм уның рәйесе итеп мине һайлап ҡуйҙылар. Марий Эл республикаһында яҡынса 300 башҡорт йәшәй. Бергәләшеп Башҡортостандан килгән яҡташтарыбыҙҙы ҡаршылайбыҙ, йола байрамдары, мәҙәни саралар уҙғарабыҙ. Үҙем ҡурай эшләү менән шөғөлләнәм. Йәштәрҙе халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы менән таныштырам, башҡортомдоң ысын улдарына ҡурай бүләк итергә яратам. Йылына 2-3 тапҡыр тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнәм. Башҡортостаныма ҡайтыуҙы мин Хажға барыу менән тиңләр инем. Һәр ваҡыт бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ.

Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты ағзаһы, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева:

– Төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе – туған телде һаҡлау. Туған тел белемдең, донъяны танып белеүҙең нигеҙе. Үҙ телебеҙҙе белеү, тәү сиратта, ғаиләнән килә. Һуңғы ваҡытта ата-әсәләр балаларын рус мәктәбенә бирә башланы. Был дөрөҫ булмаған хәл. Шуның өсөн дә туған тел мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Беҙ үҙ мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Бының өсөн театр, филармонияның үҙ тамашасылары, гәзит-журналдарҙың уҡыусылары, ә уҡыу йорто өсөн унда уҡырға теләүсе абитуриенттары булырға тейеш. Бөгөнгө сарала ошолар тураһында матур фекер алыштыҡ.

Альбина Ҡоҙашева, Гөлфирә Исхаҡова, “Атайсал” гәзите

30.03.2016

http://ataysal.ru/?new=4337

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *