Һуңғы ваҡытта башҡорт милли кейеменә ҡарата иғтибар артыуы һиҙелә. Фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторола, бөгөн иһә Өфөлә Башҡорт милли кейеме көнө уҙғарыла. Ғөмүмән, башҡорттар үҙ милли кейеме тураһында иң тәүге сиратта ниҙәр белергә тейеш?

keyemЗөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, философия фәндәре докторы, профессор, БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Әҙәм тәнендә барлыҡҡа килгән замандарҙан алып, кейем кешене һыуыҡ, эҫе, ел-ямғыр кеүек тәбиғәт стихияһынан һаҡлаусы ғына түгел, уның мәҙәни-социаль статусын, этник сығышын билдәләүсе лә, шул уҡ ваҡытта кешенең эске донъяһы – рухиәтен, эстетик-мәҙәни ҡараштарын, аң-белем һәм художестволы зауыҡ кимәлен күрһәтеп тороусы билдә лә ул. Башҡорттарҙың бөгөнгө көнгәсә килеп еткән боронғо милли кейеме башҡа бер халыҡта ла булмағанса үҙенсәлеге менән айырылып тора. Традицион башҡорт костюмдарында бер ваҡытта ла арзан яһалма биҙәүестәр, быяла мунсаҡтар булмаған. Алтынға ла ҡыҙыҡмаған башҡорт – көмөштө үҙ иткән, сөнки тап ошо металдың шифалы дауалау үҙенсәлектәрен белгән һәм уның яман көстәрҙән һаҡлағыс тылсымына ышанған.

Студент сағымда миңә Мәскәүгә барып, диплом эше яҙырға тура килгәйне. 17 ҡатлы ҙур ятаҡта бөтөн донъянан йыйылған студенттар йәшәнек. Шулар араһында милли кейемдә йөрөгән төркмән ҡыҙы иғтибарымды йәлеп итте. Заман стиленә яраҡлаштырып тегелгән кейеменә зауыҡлы биҙәүестәре лә үҙенсәлекле  милли колорит өҫтәй. Шул саҡтан алып миндә “Ә ниңә беҙ ҙә шулай кейенмәйбеҙ һуң?” тигән уй йәшәне. Университетта эстетиканан дәрестәр бирә башлағас, үҙем дә милли стилдә кейенеп, көмөш биҙәүестәр тағып йөрөй башланым. Быйыл учалылар башҡорт милли кейеменә арналған фәнни-ғәмәли конференция ойоштороу тәҡдиме менән Ассамблеяға мөрәжәғәт иткәс, шатланып ҡабул иттек. Республика Башлығы ла был идеяны хупланы. Бындай конференциялар Баймаҡ районында, Сибай ҡалаһында ла үткәйне. Был бөтәбеҙгә лә, айырыуса йәштәр өсөн бик кәрәк эш. Әгәр ҙә халҡыбыҙ үҙ асылын (ә ул милли кейемдәрҙә бигерәк тә сағылыш таба) ҡәҙерләп һаҡлай икән, тимәк, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы, оҙон ғүмерле булыр, тип уйлайым. Иғтибар итһәгеҙ, мин Башҡортостанда ғына түгел, ә Мәскәүҙә Дәүләт Думаһында  ла  Учалыла эшләнгән үҙебеҙҙең милли стилдәге биҙәүестәр тағып йөрөйөм. Халҡыбыҙ ҡомартҡыларының заманса был өлгөләренә һоҡланмаған кеше һирәк. Ҡыҙыҡһыналар, һорашалар, заказ биреүселәр ҙә бар хатта. Бының менән мин, беҙ ҙә башҡа милләттәр рәтендә үҙ йөҙөбөҙҙө, үҙ рухыбыҙҙы күрһәтә, раҫлай алабыҙ, тип әйтмәксемен. Милли колорит, ошо стилдәге кейем һәм биҙәүестәр кешенең рухи асылын ғына ла күрһәтеп ҡалмай, минеңсә, был һәр кемдең үҙ-үҙен раҫлау сараһы ла.  Бик яҡшы башланғысҡа нигеҙ һалынды, халҡыбыҙ ҡомартҡыларын тергеҙеп, беҙ киләсәк быуындарыбыҙ рухын да һаҡлаясаҡбыҙ, тимәк.

Асия ҒӘЙНУЛЛИНА, “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе үҙәге, Сибай “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:Учалыларҙан алда 18 май көндө  беҙ Сибай ҡалаһында башҡорттоң милли кейемдәре байрамын гөрләтеп үткәреп ебәргәйнек. 2 йәш ярымлыҡ баланан алып, 82 йәшкә тиклемге инәйгә тиклем меңәрләгән кеше башҡорт милли кейемдәрендә почетлы подиумдан үтте. Улар араһында ҡалабыҙҙың ябай кешеләре, юғары, урта  һәм махсус урта белем биреүсе мәғариф учреждениелары коллективтары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре булды.  Шуныһы ҡиммәт: был ысын мәғәнәһендәге халыҡ байрамына һәр кем үҙе тегеп кейгән милли кейемдәрҙә килгәйне. Сибайҙа ғына түгел, Көньяҡ Урал райондарында ла хәҙер түшелдерек, селтәр, һаҡал, хәситә, ҡашмауҙы эшләргә өйрәнде халыҡ. Байрамдың төп программаларының береһе ана шундай оҫталарҙың ярышына арналды, аҙаҡ уның еңеүселәре билдәләнде. Кемделер айырып әйтеүе лә ҡыйын: һәр кемдең күҙ нурҙарын түгеп, тырышып әҙерләнгәне күренеп тора. Ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәренә  милли кейем нескәлектәре буйынса белгес кәңәштәре кәрәклеге лә күренде, ләкин уларҙың изге ынтылыштарын ихтирам итеп, “йөҙ йыртмай”  ғына хеҙмәттәре баһаланды. Әйтеүемсә, иң ҡиммәте – кешелә үҙ тарихына, тамырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм ошо йүнәлештә дөйөм хәрәкәттең башланып китеүе. Ошоноң шаһиты булып, ҙур ҡыуаныс кисерҙек. Шулай ҙа ҡайһы бер деталдәргә туҡталғым килә. Кейем теккәндә һәр милләттең үҙ стиле булыуын онотмаҫҡа кәрәк, юғиһә, башҡа халыҡтарҙағы биҙәктәрҙе файҙаланыусылар бар. Үҙең матур тип иҫәпләгән, һәр бер ялтыраған нәмәне күлдәк, камзул йә селтәргә ҡаҙап ҡуйыу дөрөҫ түгел. Унан һуң элек кейелгән ҡайһы бер көндәлек, эш кейемдәрен дә туранан-тура бөгөнгөгә күсереп, үтә ябайлаштырып ебәрергә ярамай. Заманында ата-бабаларыбыҙ бер елән өсөн генә лә өйөр-өйөр малын түләп, иҫәпләшкән икән, ул кейемдәр бик ҡиммәт, зауыҡлы булған. Башҡорт милли кейемдәре Һиндостан, Италия кеүек сит илдәрҙән килтерелгән сифатлы тауарҙарҙан тегелгән булған. Әле беҙ боронғоға оҡшатып, камзул итәге ситтәренә 5 һуҫар тиреһе тегеп сыҡһаҡ, яурын баштарына 4 һуҫар ҡойроғо китә. Кеш (соболь) тиреһе лә ҡулланылған борон бының өсөн. Ҡама тундар, ҡамсат бүректәр булған. Әйткәндәй, көҙ – көҙгө милли кейемдәр, ә ҡыш еткәс, Алла бирһә, халҡыбыҙҙың ҡышҡы кейемдәре байрамдарын да үткәрергә ниәтләп торабыҙ.

Гүзәл ҠАЗБУЛАТОВА, философия фәндәре кандидаты: Башҡорттоң милли кейеме уны “уҡый” белгәндәр өсөн үҙе бер бай тарихлы китап кеүек ул. Уның ысын өлгөләрен хәҙерге быуындарға фәҡәт музейҙарға барып ҡына тамаша ҡылырға тура килә. Башҡорттарҙың милли кейеме халыҡтың философик-этик  ҡараштарына, тормош шарттарына, меңәр йыллыҡ тарихына, ырым-йола, традицияларына ныҡ бәйле. Кейеменә ҡарап, кешенең ниндәй социаль ҡатламға ҡарауы, ғаилә хәле тураһында (айырыуса ҡыҙҙарҙың, кейәүгә сыҡҡан килендәрҙең)  мәғлүмәт “уҡырға” мөмкин булған. Мәғәнәүи йәһәттән баш кейемдәренең ҡәтғи үҙ дәрәжәһе, үҙ тәғәйенләнеше барлығы ла мәғлүм. Мәҫәлән, өлкәнерәк ҡатындар баштарына киндер йә ситсанан аҡ яулыҡ – таҫтар ябынған, дәрәжәле, бай ҡатындары яулыҡ өҫтөнән ҡама йәки ҡамсат бүрек кейгән. Ә бына ҡашмау – кейәүгә сыҡҡан ҡатындар өсөн генә тәғәйенләнгән баш кейеме. Йәш ҡыҙҙар ҡашмау кеймәгән, сәстәренә тәңкәле сулпылар, үрместәр таҡҡан, елкә соҡоро тапҡырында ҡайын туҙынан өсмөйөшләп яһалған сәс ҡыҫтырғыс йөрөткән. Әйткәндәй, уның да ҡыҙ баланы күҙ тейеүҙән, сихырҙан һаҡлау функцияһына иғтибар биргәндәр. Шул уҡ ваҡытта халыҡ кейеме йәмғиәт үҫешенең социаль, матди һәм техник кимәлен дә күрһәтеп торған һәм эстетик йәһәттән биҙәүестәрҙең геометрик концепцияһында сағылыш тапҡан. Милли кейем “теле” һөйләү телмәре менән бер рәттән, йәмғиәттең аң-белем даирәһен киңәйткән һәм киләсәкке быуындар өсөн мәғлүмәт тапшырыу сараһы ла булып хеҙмәт иткән. Унан һуң, кейемдәге деталдәр, биҙәктәр яман көстән, яман күҙҙән һаҡланыу саралары булараҡ та билдәле. Ырыу, йорт ҡотон һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙ кейемдәрендә был символдар айырыуса асыҡ сағылыш тапҡан, сөнки бала имеҙеүсе әсәләрҙе, йәш кенә килендәрҙе боҙомдан ҡурсығандар, сит-ят күҙҙән һаҡлағандар. Мәҫәлән, башҡорт ҡатын-ҡыҙының туй костюмы тулы комплектында 30 кг-ға тиклем ауырлыҡта булған. Үҙегеҙ белеүегеҙсә, ул күлдәктән генә тормаған, әлбиттә. Ҡашмау, һаҡал, түшелдерек, сәсүрместәр, камзулдар көмөш тәңкәләр, мәрйен, аҡыҡ, гәрәбә, фирүзә кеүек аҫыл таштарҙан эшләнгән төрлө биҙәүестәр менән биҙәлгән. Ғөмүмән, милли кейемдәргә баштан-аяҡ мәғәнә һалынып эшләнгән, тигәйнем, сөнки ысынбарлыҡ серҙәрен төшөнөүгә ынтылыш, кешелек донъяһының мәғәнәһен һәм ҡиммәттәрен эҙләүгә яуап рәүешендә Ислам дине барлыҡҡа килгәс, донъя моделенең символик һүрәтләнеше булараҡ, ул мәҙәниәттә, шул иҫәптән милли кейемдәрҙә лә сағылыш тапмайынса ҡалмаған. Боронғо кейемдәрҙә донъяуи ысынбарлыҡ өс ҡатлы булараҡ айырым-асыҡ сағылыш алған: йыһан, ер һәм ер аҫты донъяһы.  Элгәре бик популярлыҡ менән файҙаланылған аяҡ кейеме – сарыҡҡа ана шул ер аҫты донъяһына инеү элементы булараҡ  ҡараш йәшәгән һәм уның ҡуныстары ла  милли орнамент символикаһы, төрлө сигеү өлгөләре менән биҙәлә торған булған. Ғөмүмән, башҡорт милли кейемдәре хаҡында бик оҙаҡ һөйләргә булыр ине, сөнки хәҙер кеше сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн стилләштереп тегелгән концерт костюмдарынан ғына  сығып фекер йөрөтә. Айырыуса йәштәр был хаҡта бер ни ҙә белмәй. Башҡорт милли кейемдәре, уларҙың тарихы, символикаһы ентекләп өйрәнелгән, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн материалдар бик күп хәҙер, уларҙы табып, уҡып, танышып барырға кәңәш итәм: 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтөн донъя фольклориадаһында мәғлүмәтле кешеләр булып ҡатнашайыҡ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды

http://blog.kiskeufa.ru/?p=958

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *