«Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя!»

курултай– Ошондай исем аҫтында 25-26 июндә Баймаҡ районы Граф күле буйында Асыҡ йәштәр форумы үтә. Байрамға Башҡортостан һәм күрше төбәктәр йәштәре саҡырыла.

Сараның маҡсаты — йәштәрҙе туплау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу.

Форумды ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостандың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Баймаҡ районы хакимиәте.

Тәүәккәл, сәмле, дәртле йәштәрҙе мауыҡтырғыс милли уйындар, спорт ярыштары, конкурстар көтә. Программала көрәш, мини-футбол, волейбол, гер күтәреү, ADCC грепплинг һәм воркаут буйынса оҫталыҡ дәрестәре, һыбайлы биатлон, төрки халыҡтарының милли уйыны Ылаҡ кеүек ҡыҙыҡлы тамашалар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы күңелле ял сәғәттәре лә ҡаралған.

Форум дауамында «Йәшлек моңо-2016» йыр, «Киске уйын» сиктәрендә тамашасылар араһында бейеү конкурстары, «Яратам һине, Башҡортостан!» тип исемләнгән флешмоб та үтәсәк.

Кем үҙен төрлө ярыштарҙа һынап ҡарарға, кисен йырлап-бейеп күңел асырға, яңы дуҫтар табырға теләй, һәммәгеҙҙе лә йырҙарҙа данланған Ирәндек буйында, Граф күле янында көтөп ҡалабыҙ. Шәп байрамдан ситтә ҡалмағыҙ!

Башлана – 14 сәғәттә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *