Ҡоролтай сәнғәт әһелдәрен тәбрикләне

3Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен һаҡлауға, Башҡортостанда театр сәнғәтен үҫтереүгә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн бер төркөм театр эшмәкәрҙәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Сәнғәт эшмәкәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы республикала тәүге тапҡыр ойошторолған Театр һабантуйында үтте.

Салауат дәүләт башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы артисы Рәмзил Сәлмәнов, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисткаһы Илүзә Мөхитова, Туймазы дәүләт татар театры актеры Марат Хәсәнов, Өфө дәүләт академия драма театры актеры Александр Левушинға Рәхмәт хаттарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Хөрмәтулла Үтәшев тапшырҙы. Әйткәндәй, ошондай уҡ Рәхмәт хаты Хөрмәтулла Ғаззали улының үҙенә лә бирелде.

5Беренсе Театр һабантуйы Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының Йәштәр советы башланғысы менән 19 июндә Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында үтте. Байрамда республикалағы бөтә театрҙан да вәкилдәр ҡатнашты. Һабантуйҙа төрлө милли уйындар, бейеү марафоны, көрәш ойошторолдо, ижади коллективтар байрамды үҙҙәре әҙерләп алып килгән концерт номерҙары менән байытты.

Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, был сара республика театрҙары араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм театр берлектәрен ижади яҡтан үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте

Фотолар Салауат дәүләт башҡорт драма театры сайтынан алынды

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *