“Милли моңға, йырға сарсаныҡ”

4Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында Башҡорт мәҙәниәте байрамы уҙҙы. Унда күп һанлы ҡунаҡтар, тамашасылар алдында йыр һәм бейеү ансамблдәре, солистар сығыш яһаны. Байрам иһә тарихи Башҡортостан ерендә халҡыбыҙҙың йыр-моңон, йолаларын һаҡлауға, ситтә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе берләштереүгә йүнәлтелгәйне.

Сит яҡтарға байтаҡ ҡына сығып йөрөлһә лә, Ырымбур өлкәһенә әлегәсә аяҡ баҫҡаным юҡ ине. Сәфәргә сыҡҡанда башта төрлө уйҙар сыуалды: ҡасандыр Ватаныбыҙ һаналған ерҙәр хәҙер ҡайһылай икән, үҫәргән башҡорттары бөгөн унда нисек йәшәй? Тарих йәһәтенән дә ҡыҙыҡһыныуҙар булды. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, бергә барған ағайҙарҙың береһе – философия фәндәре докторы Ғәфүр Сәлихов, икенсеһе тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев булды. Икеһе лә, әйткәндәй, шул яҡтарҙа тыуып үҫкән. Шуға күрә лә алты сәғәтлек сәфәр бушҡа булманы – Ҡыуандыҡҡа барып еткәнсе төбәктең тарихы, шул ерлеккә бәйле риүәйәттәр менән яҡшы ғына танышып та өлгөрөлдө.

3Баҡһаң, XX быуат башындағы милли хәрәкәтте ҡуҙғалтып ебәреүселәр ҙә – Аллабирҙе Йәғәфәров, Сәғит Мерәҫовтар ошо төбәктән сыҡҡан. Йәнә башҡорт мәктәптәрен булдырырға кәрәк тигән петицияны ла тәүләп үҫәргәндәр яҙған тиҙәр. Тағы шуныһы ҡыҙыҡлы: Ейәнсура районына атама биргән ауыл да ошо яҡта икән. Заманында төп ижтимағи саралар ҙа шунда үткән булған. Тик был ерҙәр Ырымбур өлкәһенә бүленгәс, Ейәнсура ауылы – шул яҡта, районы беҙҙең яҡта тороп ҡалған.

Хәҙер, ана, үҙ еремә сит яҡҡа кеүек юл сыҡҡанмын… Юҡ, йөрәгем түренә йәндәй яҡын ул Ырымбур! Топонимдар ҙа бит, ана, әле булһа тарихты ономай. Ҡужанаҡ, Ҡороил, Ҡайраҡлы, Аҡбулат, Боранғол, Сараҡташ тигән исемдәр генә ни тора һуң?! Ул төбәктә хатта Алпамышаларҙың һөйәген һаҡлаған ҡурғандар ҙа өнһөҙ генә тарих һөйләй тиҙәр…

Барып еткәндә ҡояш офоҡ артына йәшенгән ине. Эргәлә Сүктең тауышы сыға, Һаҡ ҡына никтер тын ҡалған. Урындағылар әйтеүенсә, был риүәйәт бөгөн дауам итә – “Һаҡ” үлгән дә, “Сүк” кенә ҡалған, имеш. Шуға ла, йәнәһе, халыҡ сүгеп йәшәй… Кем белә, бәлки һүҙҙәрендә хаҡлыҡ та барҙыр.

Сара уҙасаҡ яланға иһә беҙ таң менән аяҡ баҫтыҡ. Уратып тирмәләр ҡоролған, ара-тирә кешеләр ҡуҙғалған. Ә уртала торған бағанға һарыҡ бәйләп ҡуйылған. “Әһә, тимәк, көрәш тә буласаҡ”, тигән уй баштан йүгереп үтә. Бер ваҡыт усаҡтар яғылды, тағанға ҡазандар эленде. Ҡатын-ҡыҙ аш-һыу әҙерләй башланы. Араларынан берәү тирмәләргә район байраҡтарын элергә рөхсәт ителмәгәненә әсенеүен белдереп ҡуйҙы. Сәбәбе генә билдәһеҙ ҡалды…

Бер аҙҙан кәштәләр теҙелде, кибеттәр асылды. Иң тәү күҙгә бәрелгәне: “Ҡымыҙ” тигән башҡортса яҙыу. Унан тағы боронғо әйберҙәр күҙгәрмәһе ойошторған етмеш йәштәрҙәге оло ағайҙың тырышлығы ла иғтибарҙы йәлеп итте. Эргәһендә халыҡтың өҙөлөкһөҙ элекке экспонаттарҙы ҡарауы ниндәйҙер бер мөғжизәүи күренеш тә өҫтәп ҡуйҙы.

2Төп байрамды “Беҙ берҙәм ғаилә булып йәшәйбеҙ” тигән төрлө милләт вәкилдәренең бейеүе асып ебәрҙе. Унан һуң инде Ырымбур өлкәһенең губернаторы Юрий Берг, Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов һәм башҡалар һүҙ тотто. Был йәһәттән Гөлназ Радмил ҡыҙы Республика Башлығының сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. Үҙенән: “Илебеҙҙәге халыҡтарҙың йолаларын һаҡлауығыҙға шатмын, сөнки киләсәк йолалар нигеҙенә ҡорола”, – тип өҫтәне. Ә Әмир Миниәхмәт улы берҙәм, әүҙем булырға, ғорур башҡорт халҡынан икәнебеҙҙе онотмаҫҡа өндәне. Үҙ сығышында йәнә Урындағы “Ҡаруанһарай” мосолмандар ойошмаһы етәксеһе Гөлимә Жынғабилованы, “Ҡаруанһарай” гәзитенең баш мөхәррире Салауат Аҡдәүләтовты, Төбәк башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары Луиза Райманованы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләне. Тағы байтаҡ кешеләргә маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Шул саҡ исеме яңғырағас, Артур Туҡтағоловтоң да сараға килгәне асыҡланды. Баҡһаң, ул да ошо төбәктән икән.

Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, байрамда Ибраһим ауылының ир-уҙаманы Йәғәфәр Яманһариндың Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе итеп тәғәйенләнеүе тураһында иғлан ителде. Йәмәғәтселектең был аҙымын Ырымбурҙағы Ҡоролтайҙы тергеҙеү тип тә әйтергә мөмкиндер.

Мәҙәниәт байрамын артабан Ырымбур өлкәһенең төрлө ауыл-ҡалаларынан, Башҡортостандан килгән ансамблдәр, төркөмдәр һәм солистар дауам итте. Сәхнәгә әле берәү, әле икенсеһе күтәрелде. Көтмәгәндә бер мәл “Сыңрау торна” моң булып ағылды. Шул ҡәҙәр аһәңле итеп йырлағандарын ишеткәнем юҡ ине. Лирик йыр яңғырағас, егеттәрҙең ҡыҙҙарҙы бейеүгә саҡырыуы йәнә бер матур күренеш булды. “Заман” фольклор һәм “Ләйсән”, “Мираҫ” башҡорт коллективтары, “Аманат”, “Шатлыҡ” бейеү ансамблдәре лә сағыу сығыш яһаны. Бар ғәм менән сараны йөрәкһенеп тамаша ҡылыуҙан ҡайҙалыр артҡы яҡта көрәш барғаны ла иҫтән сығып ҡуйған. Майҙанға барып еткәндә, һарыҡты еңеүсеһе алып киткән ине…

7Байрамға кеше күп йыйылды ул көндө. Араларынан үҙен Чернобыль аварияһы ликвидаторы тип танытҡан ағай, йәнә ике Ленин ордены, төрлө миҙалдар кавалеры булған олатай, Ҡаҙағстандан килгән апай менән һөйләшергә тура килде. Һәммәһенең дә күҙендә шатлыҡ сағыла ине. Әйткәндәй, йәштәрҙең эргәһенә лә барып туған телдә һүҙ ҡушып ҡараным. Шунда ла һәр береһе башҡортса яуап ҡайтарҙы. Башҡа мөхиттә лә телдәрен онотмауҙары һоҡландырып ҡуйҙы.

Тирмәләргә лә халыҡ ағылыуҙан туҡтаманы. Уларҙың һәр береһендә халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлекле өлгөләрен күрергә мөмкин ине. Береһендә умартасылыҡ, икенсеһендә һунарсылыҡ, ҡайһыһында милли биҙәүестәр, уҡ-һаҙаҡ һәм ҡурай урын алған. Йәнә һәр ерлектең һаҡланған ҡомартҡылары ла халыҡ ҡарамағына ҡуйылды. Ул ғына түгел, теләгән берәү ҡайһы тирмәлә булһа ла тамаҡ туйҙыра алды. Һәммәһендә лә өҫтәлдәр һыйҙан һығылып ултырҙы.

Байрам кискә лә тамамланырға уйламаны. Дөйөм концерттан һуң йәштәр киске уйынға ҡалды. Ни генә тиһәң дә, урындағы халыҡҡа был сара танһыҡ ине. Үҙҙәре лә бит “беҙ башҡорт теленә, йырына сарсаныҡ” тиҙәр. Ә инде сәхнәгә баҫҡан артистың эргәһенә менеп үк бейеүҙәре, һәр йырға ҡушылып моңланыуҙары быға асыҡ дәлил ине…

6Ә беҙҙе иһә алда юлдар көтә ине. Ниәтебеҙ – бер-ике ауылға кереп, кешеләре менән һөйләшеп алыу. Ейәнсура ауылына туҡталдыҡ. Тәү күрешкән кешебеҙ ауыл муллаһы булды. Ул үҙ аҡсаһына мәсет төҙөп ята икән. Артыҡ уҡ хәлле булмаһа ла, кеҫәһенән өлөш сығара. Белдереүенсә, ауылда алты йөҙләп өй бар бөгөн. Ләкин Иман йортона йөрөүсөләрҙең һанын бигүк күп тип әйтә алмай. Тағы эскелек сиренең таралғанына әсенде. Һуң, был күренеш ҡайҙа ҡарама бит!.. Ирекһеҙҙән үҙеңдең дә йөрәк тирәһе һыҙлап ҡуя… Бына, кем әйтер, халыҡтың ҡырылыуында бер Тәфтиләү генә ғәйеплеме?..

Урамда осраған икенсе берәү менән урындағы мәктәп тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, әле туҡһанынсы йылдарға тиклем үк башҡорт мәктәбенән сиркәү эшләнеүе асыҡланды. Әле, билдәле, урыҫ телендә генә бирелә. Шунда ла эргәлә мәктәп булыуына шөкөр итәләр. Кешеләр был яҡта зарланмай, бары баш баҫып эшләүҙәрен, алға ҡарай ынтылыуҙарын белә. Әйткәндәй, Башҡорт мәҙәниәте байрамы ла Ырымбур өлкәһендә йәшәгән башҡорт эшҡыуарҙары ярҙамында ойошторолдо.

Ғөмүмән, бындағы милләттәштәребеҙ үҙҙәренең дәрт-дарманы, рухлы булыуы, ихласлығы менән хәтерҙә ҡалды. Ана, сит мөхиткә ҡарамаҫтан, балаларына милли тәрбиә бирәләр. Ә бит ул яҡтарҙа башҡорт теле бөтөнләй уҡытылмай. Улайһа беҙгә нимә ҡамасаулай?.. Ҡалай ҙа уйланырға урын бар… Ә тарихи Башҡортостан ерендә йәшәгән башҡорттарҙы рухландырыр сараларҙың был һуңғыһы булмаһын тигән өмөттә ҡалабыҙ.

 

Фәзулла СӘЙЕТОВ, Новосергеевка ауылы, Чернобыль аварияһы ликвидаторы:

Бына ун йыл буйына музей менән шөғөлләнәм, ауылдарҙан ауылдарға йөрөтәм күргәҙмәмде. Әйткәндәй, барыһы ла үҙем йыйған әйберҙәр. Бөгөн дә килтерҙем. Халыҡҡа ҡыҙыҡ бит. Боронғо башҡорт биҙәүестәре, һауыт-һабалар, революция йылдарындағы ҡылыс, штыктар ҙа бар. Ә әҙ генә иғтибар бүлһәләр ҙә миңә күңелле – тимәк, эшем бушҡа түгел.

 

Дания ШӘРИПОВА, Ҡаҙағстан, Тарас ҡалаһы:

Бында ҡунаҡҡа килдем. Ошолай башҡорттоң үҙ милләтен онотмауына ҡыуанам. Барыһы ла шундай яҡшы ойошторолған, тирмәләр матур итеп биҙәлгән.

Денис ҒИЛМАНОВ,

“Башҡортостан” гәзитенән

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *