Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов тураһында китап сыҡты

оцветнение 3Ошо көндәрҙә «Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә филология фәндәре кандидаты Нияз Сәлимовтың «Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов» исемле китабы донъя күрҙе. Танылған һүҙ оҫтаһы, мәғрифәтсенең тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән йыйынтыҡта сәсәндең тормош юлына һәм ижади эшмәкәрлегенә байҡау яһалған, өр-яңы шиғырҙары, ҡобайырҙары, йырҙары һәм әкиәттәре урын алған. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков ғәрәпсә яҙылған әҫәрҙәрҙең байтағын  башҡортсаға әйләндергән. Бынан тыш, Фәрит Иҫәнғоловтың «Арыш башағы» романынан өҙөктәр бирелгән – Вәлиулла Ҡоломбәтов был әҫәрҙә төп геройҙарҙың береһе.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: китапта Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов тарафынан яҙып алынған Салауат Юлаевтың «Һандуғас», «Тирмәндә», «Зөләйха», «Яу» кеүек шиғырҙары, «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып…» ҡобайыры ла бирелгән.

Сәсән-мәғрифәтсенең бай ижади мираҫы тупланған йыйынтыҡ – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, филолог-студенттар, мәктәп уҡыусылары һәм фольклор менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн яңы уҡыу йылы алдынан  күркәм бүләк

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *