Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһында тәбиғәт образы

Гульнур ЯкуповаИң төп тәрбиәсе – Тәбиғәт

“Кесе Йыһанында” – әсәһе ҡарынында уҡ тирә-йүн йоғонтоһон һиҙеп-тойомлау һәләтенә эйә булған, Оло йыһанға сыҡҡас, әсәһе Гәүһәрҙең, ҡартәсәһе зирәк Рәйхананың, орденлы өләсәһе Зөлхизәнең, ауылдаш инәй-апайҙарының тәрбиәһендә һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек үҫкән Нурияның тағы ла бер тиңдәшһеҙ тәрбиәсеһе бар. Ул – тәбиғәт үҙе. Ғөмүмән, “Ҡатындар” трилогияһында тәбиғәт образы кеше яҙмыштарын, хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлағанда һәр ваҡыт йәнәш һүрәтләнә. Тәбиғәт күренештәре, миҙгел стихияһы, хайуандар тормошон һүрәтләү аша психологик үҙенсәлек, кәйеф, яҙмыш боролоштарын, хыял, һиҙем кеүек тойғоларҙы ҡыялатып бирә белеү маһирлығына эйә Гөлнур Яҡупова.

Трилогияның тәүге биттәрендә ҡарурмандағы бүре һуҡмағында осрашҡан ике йән эйәһенең – “азатлыҡ хаҡына әҙәми заттың муйынын сәйнәп ырғытырға һәләтле” бүре менән көсөк сағында ғына йыртҡыс ояһына килтереп ырғытылған Һарыгүҙҙең икеһенә генә аңлашылған “мәғлүмәти еҫ-тойомдар” тураһында хәбәр итеү аша автор әле кесе йыһанында яралғы хәлендә бәүелгән ҡыҙ баланың үҙ тормошонда төрлө яҙмыштар менән осрашырын иҫкәртә, ул тыуаһы мөхит менән таныштыра. Тәбиғәттә һәр кемдең үҙ урыны, үҙ миссияһы барлығын Әхмәҙин ҡартҡа этенең һеңгәҙәткәнсе һуғыуы аша төшөндөрә.

Бүреһуҡҡан ҡарттың бүре балаһын ҡулға эйәләштергән сағына әйләнеп ҡайтып, ни өсөн ризыҡты көсөктәренә ата бүре түгел, инә бүре ташығанын асыҡлап үтә яҙыусы. Был хәлдең тигенгә генә түгеллеген иҫкәртеп, балаларына ризыҡ ташыр, атай ҙа, әсәй ҙә урынына ғаилә йөгөн тартыр Гәүһәр яҙмышына әҫәр башында уҡ ҡыялатып ишара яһай.

Кескәй Нурияның Күрәнле ҡултығында үкереп ебәргән “үгеҙ” – мөншөгөр (өңшәүер) исемле ҡоштоң тауышын йотолоп тыңлауы, йофарға диҡҡәтен бүлеүе, алдына сығып үҫкән шәмәхә төҫөндәге умырзаяны турайтып ҡуйыуы һ.б. ошондай хәл-күренештәр барлыҡ тере йәндәргә генә түгел, киләсәктә кеше яҙмыштарына ла аяулы булыр холоҡ-фиғелен формалаштыра.

Тәбиғәтте кескәй ҡыҙ бала тирә-йүнде ҡабул итеү сараһы ғына түгел, ә иң мөҡәддәс теләк-ынтылыштарын бойомға ашырыр тылсымсы булараҡ та ҡабул итә. Тик тыуғандан бирле өлкәндәр ғәме менән йәшәгән сабый йыландар батшаһы Шаһимарандан әллә ниндәй баш еткеһеҙ мөғжизәләр көтмәй. Атайымды ситкә китеү ниәтенән төңөлдөр, тип үтенер инем тигән теләк йөрөтә Нурия.

Үргә аҡҡан Зәңгәр шишмә лә күҙгә төртөп үрнәк күрһәтә трилогияла. Тәбиғәттә барған процестар аша бар кешелек иҫкәртелә. Кеше менән дә, тәбиғәт менән дә Юғары аң идара итә, үрҙәргә ынтылығыҙ, тигән фекер үткәрелә.

Толпарлының ер кендеге икәнен аңлаған, осар тейендәрҙең ҡайтыу шатлығын кисергән ҡыҙ балаға тормоштоң ҡыуаныстарҙан ғына тормауын төшөндөрә тәбиғәт: тумыртҡаларҙың ҡарышлауыҡты ғына түгел, бал ҡорттарын да сүпләй торған ғәҙәте барлығын аса. Ғөмүмән, Бөйөк Тәрбиәсе – тәбиғәт шәхес формалаштырыуҙа туранан-тура ҡатнаша, Нурияны тормошта осрар һәр ҡыйынлыҡ, уйламаған ерҙән килеп сыҡҡан хөсөтлөктәр алдында юғалып ҡалмаҫҡа әҙерләүен  дауам итә.

 Хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаусы

Тәбиғәт образы әҫәр туҡымаһына ваҡ-ваҡ деталдәр, күренештәр аша ла туҡылған. Ярып сәселгән картуф “салҡатан әйгәҙәгән әрмәнде ише” ағарып ятмаһын тип тырышҡан бәләкәс ҡыҙҙы әрмәнде-баҡаларға иғтибар иттереүе лә тигенгә түгел яҙыусының. Тәбиғәттең телен әле аңлай ғына башлаған (баҡаларҙың ярға сығып баҡылдауы ямғырға икәнен Гөлбикә апайға иҫбатлау ваҡиғаһы) ҡыҙҙың: “Ни хәжәте бар был донъяла баҡа-әрмәнделәрҙең?” – тигән һорауына тәбиғәт һуңыраҡ үҙе үк яуап бирә: һөрһөп ятҡан үле баҡаларҙы ас бүреләргә ризыҡ итеп, Әсмә, Әшрәф һәм Нурияны үлем ҡурҡынысынан һаҡлап алып ҡала.

Бесән мәлендә күбәләкте, сысҡанмы-баҡамы йотҡан йыланды һағалап йөрөүсе Нурияны урмандағы бүре һуҡмағынан кешеләргә атлығып ҡайтҡан Һарыгүҙ ҡурсалай.

Ҡыҙыҡһыныусан, уйлы-ғәмле лирик геройҙың үҙе белгән һәр мәғлүмәтен әңгәмәсеһенә лә еткереү кеүек матур ғәҙәте бар. Өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙы хөкөм ителгән кешенең түбәһенә һалҡын һыуҙы тамсылап тамыҙыуға ҡоролған ҡытай язаһы менән  тиңләй ул. Ошо ыҙалы ямғырҙар аша тәбиғәт тә көҙ көнөндә буласаҡ йәшендең гонаһһыҙ йәндәре ҡыйырына ишара яһай. Бала сағында ҡойонға эләгеп, сәләмәтлегенә, зиһененә зыян килеп ҡалған Әсән аша ла фажиғә тураһында мәғлүмәт еткерелә кешеләргә, тик тәбиғәттең бындай  серҙәрен аңлауға әҙер түгел әҙәм балалары. Ете ҡатынды муйынсанан өҙөлгән ете төймәләй йән яҡҡа тәгәрәүҙән ҡотҡарып ҡала алмай тәҡдир, ҡыҙғанысҡа күрә.

Тулған айҙың күҙенә ҡан һауыу күренеше тәбиғәттең әсәйһеҙ ҡалған балаларға, итәк тулы балалары менән тол ҡалған ирҙәргә, еткән ҡыҙын юғалтҡан ата-әсәгә ҡушылып иңрәүе ул.  Ошо рәүешле Әхмәҙин ҡарттың йәмәғәте Көләкәс Сәғүрәнең донъянан китеренә лә ишара бирелә.

Яҙмыш бүләге

Етмештән өҫтәге Төхвәтуллаға, һарҡынтыһы – төпсөгө Зәйнулланың тыуыуы ваҡиғаһына тап килтереп, Толпарсыҡҡан төбөндәге иң ҙур йәйенде тотоп алыу шатлығын бүләк итә тәбиғәт. Яҙыусы, оҫта психолог булараҡ, ошондай ышандырырлыҡ ваҡиғалар менән тамғалай бара геройҙары яҙмыштарының хәл иткес бөгөлдәрен.

Зөлхизә өләсәйҙең көндәше Гөлшәһүрә инәйҙең “дуғаҙаҡ ҡаҙ ише” яңғыҙ тороп ҡалмауы ла – һис көтмәгәндә тәбиғәт тарафынан бирелгән оло бүләк.

Тәбиғәттә лә, күңелдәрҙә лә яҙ

Тәбиғәт күренештәре геройҙарҙың күңел халәтен белдереү өсөн дә ҡулланыла. Нурияның йәшлек яҙы етеүе йәш бөрөләрҙең әскелтем тәм-еҫенә, күгүлән түшәлеп ятҡан дымлы ер тынына сорналыуына ауаздаш итеп бирелә.

Һалҡын Биксәнтәйҙең саф, сөбөрләп ятҡан һыуы хәйләһеҙ күңелдәрҙең, саф күҙҙәрҙең, йәш йөҙҙәрҙең сағылышы менән тиңләнә. Толпарсыҡҡанда ат йөҙҙөргән Кәримде күл төбөнән ҡалҡып килгән толпарҙы эйәрләгән Һәүбән менән тиңләү – тәбиғәттең телен, боронғолоҡто аңлап ҡабул итеүсе төп геройҙың күңел офоҡтарының асыла барыуы. “Шөһрәтле күккә, илаһи Ҡояшҡа мин, Ер балаһы, рәхмәтле кеселеклелек менән, үҙемдең ябай бер әҙәми, тәбиғәттең бер күҙәнәге генә икәнемде аңлап табынам шул минутта”, – ти был турала Нурия үҙе.

Мөғжизәләр көткән йәш күңелдең һәр минуты илаһи: һирәк осрай торған Тауискүҙ исемле күбәләктең үҙенә ҡуныуы, махаонға ҡарап илһам алыуы (шиғыр ҡойоуы) шуға дәлил. Шаһимарандың әлегә осрамауы, йылан тип ҡабул иткәне үҙенең аҡ таҫмаһы булып сығыуы Нурияның үҙ яҙмышына үҙе тылсымсы булырын тойомлата.

“Күгүләндә ялан аяҡ баҫып торған” аҡ ҡалпаҡлы умырзаялар йәштәр образы менән тиң ҡуйыла. Әшрәфтең Әсмәгә булған саф мөхәббәте тәүге күкрәү, наҙлы ләйсән ямғыры менән йәнәш һүрәтләнә. Нескә параллелдәр әҫәрҙең буйынан-буйына дауам итә: баҫыуҙың орлоҡ төшкәнен көтөүе – Әсмәнең һиҙеме раҫҡа сығыуы (Әшрәфтән балаһы тыуыры).

Ай урағы йәш күңелдең теләк-ынтылыштарын кәрәкле юҫыҡҡа бороп ебәреүе менән иғтибарға лайыҡ. Әкиәти карапҡа оҡшата уны Нурия. Елкәндәрен киреп елер үҙ Одисейын көтә.

Тормошта булған һөйөшөү, мөхәббәт сәхнәләрен үтә лә нәзәкәтле, итәғәтле итеп һүрәтләй автор. Бында ла тәбиғәт күренештәре уға ярҙамға килә: Төп геройҙыың һөйгәне Фатих менән ҡауышыу ваҡиғаһы һауала йәшен сатнауы, күк көмбәҙе өҫкә ауа башлауы кеүек стихиялы күренештәр менән еткерелә.

Арыштар баш ҡоҫҡан мәлдә урам буйлап атлап килгән һылыу Фариза образы аша ҡатын-ҡыҙ ғүмеренең дә, тәбиғәттең дә иң матур мәлен ассоциациялана. Эргәһендәге Хәйрулланы ыласынға тиңләп был күренештең камиллығын тағы ла арттырып ебәрә автор. Тәбиғәт менән кеше союзының гармонияһы ошондай бихисап күренештәр менән иҫбатлана.

Тере заттың телен аңлап…

Яҙыусы Гөлнур Яҡупова – ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы. Ул кейек-януарҙар тормошон, уларҙың холоҡ-фиғелен ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй белеү оҫталығына эйә. Был маһирлығы уның бигерәк тә “Йыртҡыс ҡаны” повесында асыҡ сағылды. “Ҡатындар” трилогияһы баштан-аяҡ лирик герой исеменән һүрәтләнеүгә ҡарамаҫтан, автор ҡыҙыҡлы алым тапҡан – героиняһынан ваҡиғаларҙы “кино” рәүешендә тасуирлата. Йәш ҡыҙҙың олоғара мәғлүмәткә эйә булыуы китап уҡыусы тарафынан ғәҙәти хәл булараҡ ҡабул ителә ошо рәүешле. Айыуҙың ҡурай еләген яратыуы, умарта, солоҡ балын да ҡуймағаны, һоло ашарға әүәҫ булыуы хаҡында ла мәғлүмәт биреүе әҫәр туҡымаһына тәбиғи рәүештә үрелеп китә. Урман хужаһының кешегә ерле юҡҡа тейеп бармаҫы тураһында ла иҫкәртә автор.

Боҙҙар ирегән ваҡыт

Һыу турғайҙары – аҡ сәпсектәрҙең ҡойроҡтары менән “боҙҙо ярып”, йылғаның боҙон ҡуҙғатыуы күренеше ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләнә әҫәрҙә. Күрәнле ҡуҙғалған мәлдә Татар әбекәйҙең килен ағасын боҙ өҫтөнә һалып ебәреүе уның үҙ яҙмышына ишара. Йәш сағында боҙҙоң һалҡын, зәңгәрһыу аҡ һыртына яҙмышын ышанып тапшырып, бәхеткә юлыҡһа, ҡушаматы есеменә тап килеп торған Әдисәйен тап ошо боҙҙар араһында юғалта Таһура. Боҙ – ул яҙмыш боролоштарына ишара, шул уҡ мәлдә ергә яңырыу алып килгән яҙ символы ла. Әдисәй ҡотҡарып алып ҡалған баланың ғүмере өҙөлмәүе ошо фекерҙе ҡеүәтләй.

Йән-тәнгә дауа

Зирәк Рәйхана тәбиғәттең башҡортто төп туйындырыусы, кейендереүсе генә түгел, бар итеүсе, һаулығын һаҡлаусы икәнен ейәнсәренә төшөндөрә. Ә тәбиғәт иһә таутишәр үләндең тәрәнгә киткән тамырҙарының тауҙы тотоп тороуы күренеше аша ҡатын-ҡыҙҙың донъя тотҡаһы икәнен өнһөҙ төшөндөрә.

Зәңгәр шишмәнең саф һыуы, Рәйхана ҡартәсәйҙең шифалы доғалары менән ҡушылып, Фариза еңгәне алдаҡ гоманынан ҡотолорға ярҙам итә. “ “Доға ҡөҙрәте, ағын һыу дарманы, ихлас теләк ғәйрәте” – ошондай ябай ҙа, ҡатмарлы ла һүҙҙәр урғылды тел осомдан”, – ти был турала Нурия.

 Тәбиғәт иҫкәртә

Әсмә менән уның атаһының ҡаршыһына сыҡҡан, “имсәгенән сөрләп һөтө ағыусы” ҡоралайҙың шәфҡәт һорау ваҡиғаһы ла әҫәр туҡымаһына бер ҙә юҡҡа килеп ингән эпизод түгел, тәбиғәттең Әсмәне йән һөйгәне Артур һәм улы өсөн йән атҡан Сафия апайҙың хәленә инеүгә, алда буласаҡ фажиғәләрҙе ҡабул итеүгә ошо рәүешле әҙерләй башлауы ул.

Айыусы ауылына юл тотҡан Нурияның аяҡ аҫтында һары, салт ҡыҙыл, бурҙат ҡыҙыл төҫтәге саған япраҡтарының ҡыштырлашып ятыуы ла янғын ҡурҡынысын алдан иҫкәртә.

Галлей кометаһының ергә яҡынлап килеүе менән Чернобыль фажиғәһенә параллель үткәрелә.

Йылҡы тибене өсөн тотолған яландар, ҡуян-төлкөләр үрсегән, ҡоралайҙар елгән битләүҙәрҙе һөрөп ташлап, яландарҙың Шәкетауға барып төртөлөүе тәбиғәттең рәнйешенә юлығыу икәнен яҡшы аңлай толпарлылар. Экологияға хәүеф янай. Тәбиғәт хәҙер үҙе кешенең ҡурсалауына мохтаж. Мөхәрләм бүләре Ильястың андыҙ тамырҙарын Зәңгәр шишмә үҙәненә күсереп ултыртыу ваҡиғаһы тәбиғәтте иман, әҙәптең ҡотҡарырына ишара. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш – иманлы булыу ул, тигән аналогия үткәрә автор.

Кешенең тәбиғәтте еңергә ынтылыуы самаһын белгәндә насар түгеллеге Бүреһуҡҡан олатайҙың бүрене, Бөркөтсө олатайҙың, Кәйҙерем Кәримдең бөркөттө ҡулға эйәләштереү ваҡиғалары аша һүрәтләнә.

Мөғжизә сығанағы

Күрәнленең сираттағы ташыуында Нурия менән Таһура әбекәйгә моряк кейемендәге ир сағымы (мираж) күренә. Тәбиғәт ваҡыты-ваҡыты менән әҙәмдәр хәтерен юймаһын өсөн ошондай мөғжизәләр күрһәтә икән. Курск дуғаһындағы алыштың йылдар үткәс, тыныс тормошта төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙә сағылып ҡалыуы – быға сағыу дәлил. Хыял менән хәтер араһының ҡул һуҙымы ғына арауыҡта тороуын тик тәбиғәт кенә аңлата ала әлегә.

Саҡмайылға таштарынан Әшрәфтең ут ҡабыҙыу ваҡиғаһы иһә беҙ ғәҙәти тип ҡабул иткән күренештәрҙең асылда мөғжизә икәнен иҫкә төшөрә төплө, тәрән аҡыллы герой – тәбиғәт.

Тәбиғәттең рәхмәте сикһеҙ

Тәбиғәттең бар нимәне ғәфү итеүе, бер ниндәй фажиғәләргә ҡарамайынса миҙгел һайын яңырып тороуы сөгөлдөр баҫыуының ҡышҡы мәлен һүрәтләгәндә сағыу һүрәтләнә. Ете ҡатындың ғүмере ҡыйылғандан һуң көйрәп янған ер аҡ биләүҙәге йәш бала кеүек тынған. Донъяның самимилығы, тәбиғәттең, Юғары аңдың бөйөклөгө түгелме ошо?!

Талҡаҫ күленә ышылдыҡ аҡҡоштарҙың әйләнеп ҡайтыуы ер ҡотоноң яңырыуын символлаштыра. Талҡаҫтың хозур тәбиғәтен һүрәтләгәндә авторҙың тәрән аҡылы тос метафоралар ярҙамында асыла: ҡояш байыуы күренеше “ут эсенән һурып ҡына алынған ҡыҙыл ҡылыс күл есемен икегә айырҙы” рәүешендә бирелә. Брагиндың ошо күл буйында күрһәткән яуызлыҡтарына ишара был.

Тәбиғәт образы ярҙамында автор алда булыр ваҡиғаларҙы ҡыялатып ҡылыҡһырлай. Ваҡиғаларҙы баҙыҡлап, ҡуйыртып бирә, хатта ки сәйәси хәлдәргә лә “буяу” өҫтәй. Мәҫәлән, “Ҡайтып китегеҙ!”, – тип иҫкәртә Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы боронғо төрки теленәнБиш таш” атамаһын һаҡлап ҡалған Украиналағы таш ҡәберҙәр. Донецк өлкәһендә булыр сәйәси хәлдәрҙе һиҙемләтә тәбиғәт. Дәште Ҡыпсаҡ тамырҙарын онотҡан халыҡтың славян тамырҙарын да һанлап тормаҫын ҡыялатып иҫкәртә автор.

Красноводск ҡултығының һыуҙарында ҡыҙыл таштарҙың сағылышы тәрән уйҙарға һала Нурияны. Украинала Граждандар һуғышында ҡойолған ҡандар ҙа ағып төшкәнме?! – тигән фекере китап уҡыусыны был төбәктә Совет власының еңел генә урынлашмағаны, ҡандар ҡойолоуы, ҡойолоро тураһында уйланырға мәжбүр итә.

Камиллыҡҡа өндәүсе

Трилогияның “Оло йыһан – Кесе йыһан” исемле өсөнсө китабында кешенең үҙ асылы менән тәбиғәткә оҡшаш булыуы сағыу буяуҙарҙа яҡтыртыла. Нурияның хәтер ағасы, сер һандығы, шаһиты булған йәнағасы – тәбиғәт менән кеше союзы гармонияһы тос символы.

Миҙгелдәр, төн, ай, үҫемлектәр һөйләшә әҫәрҙә, улар барыһы ла символик, сакраль мәғәнәгә эйә. Ай ҙа Нурияның яҙышыуын теләй, ҡеүәт бирә, сәмләндерә.

Тәбиғәт үҙенең “игеҙ һыңары” Нурияға иҫәпһеҙ-һанһыҙ серҙәрен асыуын дауам итә: Арҡайымда йыһан сәғәтен тоя. Нур ағылыуына шаһит була. Хатта селек үҙе аяҡҡа һарылып иҫкәртә Арҡайымдағы йылға атамаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанын. Селектең боронғо атамаһы “ҡараған” икән дә баһа!. Тәбиғәт менән бер һулышта булғанда камиллыҡҡа ирешеү ауыр түгел икән бер ҙә! Тәүбәгә килеү тауында Нурияның тарихи хәтере яңырыуы, Дәште Ҡыпсаҡ рухының дәшеүе, Шамантауҙа һынау көтөрөнә иҫкәрмә алыуы ошо камиллыҡҡа ынтылыу юлындағы тәүге уңыштар, тәүге серҙәр генә әле.

Тәбиғәттең һәм кешелектең асылын, ҡиммәтен, бәҫен һеңдерерлек итеп аңлатырҙай, күңелдәргә аҙыҡ булырҙай әҫәр ул – Гөлнур Яҡупованың“Ҡатындар” трилогияһы.

Гөлнур ҠАСҠЫНОВА, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *