Ҡоролтайсылар Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһына сәфәр ҡылды

IMG_9502Сибайҙа үткән «Башҡорт халҡы Рәсәй именлеге һәм үҫеше өсөн» төбәк-ара форумы ҡунаҡтары Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһына – Темәскә – сәфәр ҡылды һәм Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалған күренекле шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсына сәскәләр һалды.

Темәс – Башҡортостан тарихында айырым урын биләгән күркәм ауыл. Тап ошонда 1919 йылдың 18 февралендә Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт ғәскәрҙәре совет власы яғына күсә. 21 февралдә Темәстә I Бөтә Башҡорт хәрби съезы уҙғарыла, унда Башҡорт Хөкүмәте бурыстарын, вәкәләттәрен алған Ваҡытлы башҡорт революцион комитеты (Башревком) төҙөлә һәм Башҡорт Автономиялы Совет республикаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шулай итеп, 1919 йылдың 20 мартында, БАССР төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылған көндән, Темәс ауылы Башҡортостандың баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

Бөгөн Темәс IMG_9290– Башҡортостандың төҙөк, иҡтисади йәһәттән алға киткән матур ауылдарының береһе. Шәйхзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Әхмәтзәки Вәлиди эҙҙәрен һаҡлаған төбәктең киләсәге лә өмөтлө. Темәстә күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто, уның базаһында “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй. Ауыл үҙәгендә, ҡалҡыулыҡта, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған һәйкәл комплексы төҙөлә.

Ауыл буйлап экскурсия барышында форум ҡунаҡтары Темәстә һаҡланып ҡалған бихисап архитектура комплексы: XIX бы­уаттың 50-се йылдарында төҙөлгән беренсе баш­ҡорт-урыҫ башланғыс мәктәбе, республика­быҙ­ға бик күп шәхестәр биргән элекке Темәс педагогия училищеһы, Әхмәтзәки Вәлиди йыш туҡтаған Әбүбәкер хәҙрәт Хөсәйеновтың йорто, композитор Рәүеф Мортазин тыу­ған һәм йәшәгән өй, Мозафар байҙың XIX быуат уртаһында төҙөлгән келәттәре менән таныша алды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы форумы делегаттарының Темәскә сәфәре тарихи урынға – Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия менән тамамланды. Был боронғо бинала 1919 йылда I Башҡорт хәрби съезы үткән, Башревком эшләгән, һуңынан Бөрйән-Түңгәүер кантоны үҙәге урынлашҡан. Бөгөн музей ихатаһын юлбашсыбыҙ, күренекле сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлидигә ҡуйылған бюст биҙәй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *