Сәсәндәрҙең аҫыл һүҙҙәре рухыбыҙҙы беҙҙең нығыта

Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында шағир, сәсән-мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Оҙайлы йылдарҙан һуң ғына исеме халҡына әйләнеп ҡайтҡан олуғ сәсән-мәғрифәтсенең Хәтер кисәһенә төрлө тарафтарҙан бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Яҡтыкүлдәр, ауылдың киләсәген билдәләүсе уҡыусы балалар сәсәндең ейән-тыуарҙарын, башҡа ҡунаҡтарҙы сәскә гөлләмәләре, шиғри шәлкемдәр менән ҙурлап ҡаршыланы. Артабан килгән ҡунаҡтар ауыл […]
Continue reading…

 

Мәсәғүттә төбәк-ара ҡоролтай советының тәүге ултырышы үтте

27 сентябрҙә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында “Башҡорт ҡоролтайы (конгресы)” Төньяҡ-көнсығыш төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советының ултырышы үтте. Ултырышта Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш зонаһында урынлашҡан Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре, уларҙың йәштәр эштәре буйынса урынбаҫарҙары, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкиле һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгестәре Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова […]
Continue reading…

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев вафат булды

Республикабыҙ ғәйәт ҙур ҙур юғалтыу кисерҙе. Бөгөн иртән Өфөлә 87-се йәшендә Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев вафат булды. Ул хәҙерге башҡорт шиғриәтенең сағыу вәкилдәренең береһе, нескә күңелле, хисли лирик шағир ине. Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 […]
Continue reading…

 

Рәсәй тарихындағы тәүге автономиялы республика ул – Башҡортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылда Башҡортостан автономияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Эйе, 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлаған килешеү төҙөлә, ә инде 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Тап был көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Ошо тарихи акт Рәсәй федерализмына нигеҙ булып […]
Continue reading…

 

Мөнәжәттең моңло сыңы күңелдәрҙе әсир итә

Фольклорсы ғалим Хәбибулла Ғәбитов яһаған һығымта был: “Башҡорт халыҡ ижадының 90 проценты юғалып, беҙҙең ҡулыбыҙға 5-10 проценты ғына килеп еткән…” Әле генә ана шул юғалта яҙғандар араһында дини ауыҙ-тел ижады өлгөһө – мөнәжәт тә бар ине. Рухиәтебеҙҙең башҡа өлгөләре араһында үҙенең лайыҡлы урыны булған мөнәжәтебеҙҙе тергеҙеү, халҡыбыҙға ҡайтарыу, өйрәнеү юлындабыҙ. Эпосы булған, мөнәжәт һәм нәсихәттәр […]
Continue reading…

 

Сибайҙа IV төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе үтте

Бына беҙ күптән ишетергә теләгән һүҙҙәр, күптән күңелебеҙ һыуһаған сара… Ер йөҙөнә килгәненән алып нисәмә тапҡыр кире ҡарашҡа юлығып, манаралары ауҙарып бөтөрөлөүгә дусар ителеп, кемдәрҙер тарафынан ҡәтғи тыйылып та, ишелеп төшкән яр, бысраҡлыҡтар араһынан үҙенә юл табып сылтырап аҡҡан саф шишмәләй яңынан баш алып, бара-бара ҙурыраҡ шишмәләргә ҡушылып оло йылғаларға әйләнгәндәй, беҙҙең милләттең иңенә төшкән […]
Continue reading…

 

Татар менән башҡортҡа бер-береһенең юрғанын тартырға кәрәкмәй – Башҡортостан йәштәре

III Төрки йәштәре фестивалендә Башҡортостан йәштәре Айҙар Байтимеров менән Таңсулпан Рәсүл ике республика халҡы араһындағы мөнәсәбәткә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.Күрше төрки халыҡ вәкилдәре – татарҙар һәм башҡорттар бергә алға атларға тейеш. Был – Айҙар Байтимеровтың фекере. Өфө сәнғәт институтының өсөнсө курсында ҡурай бүлегендә уҡыусы Айҙар Байтимеров Төрки йәштәр фестивалендә беренсе тапҡыр ҡатнаша. Ул Ҡазанда Бөтә […]
Continue reading…

 

Һәр быуындың үҙ маҡсаты бар

Йәшәйеш ҡанундары ғәләмәт тиҙ үҙгәреп торған заманда йәшәйбеҙ. Ашығабыҙ, абынабыҙ, юғалтабыҙ, табабыҙ, әммә замандан артта ҡалмай уның менән тиң атларға тырышабыҙ. Тиҙ әйләнгән тормош ҡуласаһы беҙҙән үҙе үк етеҙлек, йылғырлыҡ талап итә. Саҡ ҡына уяулығыңдан яҙҙыңмы башҡалар араһында баҫылып ҡалыу ғына түгел, үҙ йөҙөңдө, асылыңды юғалтҡаныңды ла һиҙмәй ҡалырһың. Шуға күрә лә үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы белдереү, […]
Continue reading…

 

Тарих яҙыр инем ташына…

2016 йылдың 17 майында илебеҙ Президенты В.В. Путин Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был башҡорт халҡының тарихында ысын мәғәнәһендә мөһим ваҡиға. Башҡортостан автономияһы сығанаҡтары бик борондан килә. Башҡорттар монголдарға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә үҙ этно-мәҙәни территорияһын һаҡлап алып ҡала. Алтын Урҙа составында улар билдәле бер үҙаллылыҡҡа эйә булыуға өлгәшә, үҙ аҫаба […]
Continue reading…

 

Милләт көсө – берҙәмлектә

Башҡортостандың Сибай ҡалаһында 27 августа күләмле сара – “Башҡорт халҡы Рәсәй именлеге һәм үҫеше өсөн” тип исемләнгән төбәк-ара форум үтте. Былтыр ноябрҙәге Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң Башҡортостандағы һәм күрше төбәктәрҙәге бөтөн ҡоролтай рәйестәрен бер урында туплаған тәүге мәртәбәле сара булды форум. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, урындағы ҡоролтайҙар […]
Continue reading…