Татар менән башҡортҡа бер-береһенең юрғанын тартырға кәрәкмәй – Башҡортостан йәштәре

курайсыIII Төрки йәштәре фестивалендә Башҡортостан йәштәре Айҙар Байтимеров менән Таңсулпан Рәсүл ике республика халҡы араһындағы мөнәсәбәткә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.Күрше төрки халыҡ вәкилдәре – татарҙар һәм башҡорттар бергә алға атларға тейеш. Был – Айҙар Байтимеровтың фекере.

Өфө сәнғәт институтының өсөнсө курсында ҡурай бүлегендә уҡыусы Айҙар Байтимеров Төрки йәштәр фестивалендә беренсе тапҡыр ҡатнаша. Ул Ҡазанда Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы ағзаһы булараҡ сығыш яһай. “Ҡазандағы фестивалдә башҡорт халҡын күрһәтке килде, тәжрибә уртаҡлашырға килдек”, – тине ул “Татар-информ” хәбәрсеһенә биргән интервьюһында.

Атап әйткәндә, Айҙар Байтимеров Татарстандың мәғлүмәт агентлығы журналисы менән әңгәмәлә түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Башҡорт милләтен һаҡлап ҡалыу маҡсатынан Башҡортостанда халыҡ ижадына етди иғтибар бирелә. Башҡорт халҡы юғалмаһын өсөн халыҡ ижадын күтәрергә тырышабыҙ. Йыл һайын ҡурайсылар бәйгеһе үтә. Туймазыла “Оҙон көй” конкурсы уҙа. Былар халыҡ ижадын популярлаштыра, – тине ул.

тансулпан1Татарҙар менән башҡорттар мөнәсәбәтенә килгәндә, Айҙар билдәләп үткәнсә, беҙ – күрше йәшәгән төрки халыҡтар, һәм беҙ бергә атларға тейеш.

– Бер-беребеҙҙең юрғанын тартырға кәрәкмәй. Әле генә яҙыусылар менән осрашыуҙа ла шул хаҡта фекер алыштыҡ. Татарҙар менән башҡорттар ғына түгел, күрше ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, ҡарағалпаҡ, яҡуттар менән бергә эшләү зарур, тигән һөҙөмтәгә килдек, – ти Айҙар Байтимеров.

Айҙар ҡурайҙа уйнарға мәктәптә өсөнсө класта өйрәнә башлаған. Ҡурайсы егет Ҡазанды күреүҙән тәьҫирҙәре менән дә уртаҡлашты. Егет әйтеүенсә, ҡала һуңғы арала төҙөкләнгән, Универсиадаға әҙерлек сиктәрендә тағы ла күркәмләнгән.

Айҙар Байтимеров “Татар-информ” агентлығына “Урал” башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттерҙе. Ә Яҙыусылар берлегендә үткән шиғриәт кисәһендә ул “Ғәйнә” көйөн башҡарҙы.

Фестивалдә тәүге тапҡыр ҡатнашыусы тағы бер делегатыбыҙ – Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, йәш шағирә Таңсулпан Рәсүл. Ул Татарстан Яҙыусылар берлегендә уҙған шиғриәт кисәһендә “Башҡорт теле” тигән шиғырын тәҡдим итте.

Шағирә 2009 йылдан йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. Милләткә бағышланған шиғырҙары бихисап. “Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә милләтте һаҡлап ҡалыу өсөн ныҡ күп эшләргә кәрәк. Шуға күрә милләт тураһында яҙам, кешелек. тәбиғәт тураһында шиғырҙарым да күп”, – ти ул.

Таңсулпандың Ҡазанға беренсе тапҡыр килеүе. “Бында боронғолоҡ һаҡланған. Башҡорт менән татар Урал буйында ғүмер буйы дуҫ булып бергә йәшәгән. Ике республика араһында бер Ағиҙел йылғаһы аға. Татар ҡәрҙәштәр менән бергә йәшәүебеҙгә шатбыҙ”, – ти шағирә.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *