Сибайҙа IV төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе үтте

мунажатБына беҙ күптән ишетергә теләгән һүҙҙәр, күптән күңелебеҙ һыуһаған сара… Ер йөҙөнә килгәненән алып нисәмә тапҡыр кире ҡарашҡа юлығып, манаралары ауҙарып бөтөрөлөүгә дусар ителеп, кемдәрҙер тарафынан ҡәтғи тыйылып та, ишелеп төшкән яр, бысраҡлыҡтар араһынан үҙенә юл табып сылтырап аҡҡан саф шишмәләй яңынан баш алып, бара-бара ҙурыраҡ шишмәләргә ҡушылып оло йылғаларға әйләнгәндәй, беҙҙең милләттең иңенә төшкән традицион динебеҙ… Эйе, тарихсыларыбыҙ һәм дә күпте күргән шәхестәребеҙ дөрөҫ әйтә, Исламды бөтә милләттәрҙән алдараҡ ҡабул иткәнбеҙ беҙ. Кемдер тарихи сығанаҡтарҙа дин башҡорттарға X быуатта үтеп инеп, XIII быуатта ныҡлап тарала башлаған тиһә лә, икенселәр әле IX быуаттан алда уҡ тип күрһәтә. Ә бөгөнгө зыялыларыбыҙ әйтеүенсә, борондан ғәрәпсә һөйләшмәгәнбеҙ, һәм Аллаһы Тәғәләгә лә үҙебеҙҙең телебеҙ менән өндәшкәнбеҙ. Беҙ тәбиғәткә үҙ телебеҙҙә өндәшкәнбеҙ… Үҙебеҙгә бирелгән тел менән, көйгә һалып… Килер быуындарыбыҙға өгөт һәм нәсихәт итеп еткереп. Ана шунан баш алған да инде мөнәжәт әйтеү.
Мөнәжәтте иң беренсе башҡорттар әйткән, тиҙәр… Хәйер, уныһын тарихсылар һәм дин әһелдәре хөкөмөнә ҡалдырайыҡ та, бөгөн халҡыбыҙ Хаҡ Тәғәләгә ниндәй телдә өндәшә икән, шуға бер ҡараш ташлайыҡ.


мунажат 1Әлбиттә, дингә ылыҡҡан, тартылған йәштәребеҙ күп. Тик уларға йүнәлеш биргән, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған традицион динде аңлатҡан кешеләр бармы икән? Бына ошо юҫыҡтан, халҡыбыҙҙың күп быуаттар буйы тотоп килгән динен таратыу һәм тергеҙеү йәһәтенән уҙғарылды ла инде быйылғы IV Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе. Магнитогорск, Силәбе яҡтарынан да милләттәштәребеҙ килһә лә, күпселек Урал аръяғы райондарынан булды. Йәмғеһе 257 ҡатнашыусы ғариза бирҙе, улар башлыса өлкән йәштәге инәйҙәр ине. Әлбиттә, ҡыҙҙар һәм балалар ҙа юҡ түгел, ир-егет тә бер нисәү. Ошо күпселек булған ағинәйҙәребеҙ еткермәһә йәш быуынға үҙҙәренең өгөт-нәсихәтен, тағы кем әйтә тигән һорау килә башҡа. Ә бит сараның баһалама ағзаһы һәм күпселек тәржемә ителгән мөнәжәттәрҙең авторы булған шағир Мәүлит Ямалетдинов әйтеүенсә: “Элгәре мөнәжәтте ир-егеттәр әйтер булған, бөгөн беҙҙең йәмғиәтебеҙ шулайға ҡоролғанғамы, был юҫыҡта ла ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөк итте”.
мунажат2Ғөмүмән, йәмғиәтебеҙҙә олоһона ла, кесеһенә лә шөғөл етерлек ул, был сара ла аҡ яулыҡтарҙа килгән, яҡты сырайлы ил инәләре — ағинәйҙәребеҙҙең байрамы булды. Улар ихлас аралашты, танышты, ил-көн хәбәрҙәрен уртаҡлашып, әңгәмә ҡорҙо. Бөгөн динебеҙ тергеҙелә, баш особоҙҙа тыныс күк йөҙө тип бер ҡыуанһалар, совет осорондағы мәсеттәр­ҙең манараларын үҙ күҙҙәре менән күргәндәрен, кемеһелер үҙ ҡулдары менән ауҙарғанын иҫләп бер көрһөндөләр. Идеология тип, күҙ йомоп улар шундай эштәргә ҡул яҡҡан булһа, бөгөнгө йәштәребеҙҙең хәле тағы ла аяныслыраҡ икәнен һәр кемеһе тәрәндән аңланы. Улдарыбыҙ, үҙебеҙҙең арала динебеҙҙең камил булмауы сәбәпле, ситтән килгән дини идеологияларға эйәреп һуғыш барған илдәргә китә. Ана шул кескәйҙән уларға көйгә һалынған өгөт-нәсихәтте аңына һеңдереп үҫтермәгәнгә шулай ул. Кескәй балаға бишек йыры йырлау бер, әкиәт һөйләү бер, ә өгөт-нәсихәт?! Ул бит тотошлайы менән бер тәрбиә мәктәбе. Мәҫәлән, бөгөн сәхнәлә мөнәжәттәрҙән: “Ҡомһоҙ булма, нәфсеңде тый…”, мунажат3“Иртән торғас урының йый, шайтан аунап ятмаһын…”, “Ялғанды Хоҙай һөймәй, үҙе һөймәгән әҙәмгә Хоҙай бәхетен бирмәй…” тигән һүҙҙәр яңғыраны.
Әйткәндәй, мөнәжәт жанры бик ауыр осор кисерә, шуға ҡарамаҫтан, ул үҫеш юлында. Был юҫыҡта йәмғиәтебеҙҙә быуын-быуын сәсән­дәр тәрбиәләп сығарған, тиҫтәләгән ҡобайыр авторы, сценарист һәм режиссер, фольклор буйынса белгес һәм сәсәниә, халҡыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның өлөшө ҙур. Тап уның сая аҡылы һәм етәкселек итә белеүе менән ойошторолоп килә лә инде ошондай йола тергеҙеү, үткәндәрҙе хәтерләткән милләттең йөҙөн билдәләрлек саралар, мәктәптәр… Уның өмөтө лә аҡлана, буғай, йылдан-йыл киң йәйел­дерелә бара бындай саралар. Тик әлеге лә баяғы шул финанс тотороҡлолоҡ күрмәгән беҙгә бағыусылар йә иһә дәүләт ярҙамы ла бик кәрәк.

Хәйер, ситкә тайпылмай, сара барышына күҙ һалғанда, баһалама ағзалары түбәндәгесә һайланы еңеүселәрҙе: Учалы районы коллективы – I, Ғафури районы вәкилдәре – II, белореттар III дәрәжәле диплом менән бүләкләнде. “Мөнәжәтте башҡа­рыусылар” номинацияһында Зөлфиә Рәхмәтуллина (Ғафури), Бөрйән, Йылайыр районы коллективтары – III дәрәжәле диплом, Әминә Хәкимова (Учалы), “Яҙгөл” ансамбле (Баймаҡ) II дәрәжәләге диплом менән бүләкләнһә, I урынға Мәмдүҙә Илбәкова (Сибай) лайыҡ булды.
Быйыл ҡуйылған талапҡа ярашлы авторлыҡ мөнәжәттәре буйынса ла еңеүселәр билдәләнде. Таңһылыу Камалова (Силәбе), Разия Ишемғолова (Хәйбулла), Сафия Шәрәфетдинова (Хәйбулла) III урын алды, Гүзәл Әхмәҙиева (Әбйәлил), Фәниә Арыҫланова (Хәйбулла) II урынға сыҡты, I урын – Мөхәррәм Сәлимовта. Гран-при Хәйбулла районы коллективына бирелде.
Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләге Нәркәс Баймырҙинаға (Әбйәлил), “Яйыҡбикә” төркөмөнә (Магнитогорск), Ғәлиә Ибраһимоваға (Хәйбулла) тапшырылды. Ә Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының махсус призы Таңһылыу Камалова (Силәбе), Магнитогорск ҡалаһы һәм Күгәрсен районы ағинәйҙәмунажат4ренә бирелде.
Ҡатнашыусылар тағы ла Мәүлит Ямалетдинов тәржемә иткән Ҡөрьән сүрәләренән мөнәжәттәр әйтеү буйынса ла айырым ярышты. Республиканың “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева үҙенең махсус бүләген Силәбенән килгән ағинәйҙәргә тапшырҙы. Әйткәндәй, сара һуңында үткән “Мөнәжәт һәм сүрәләге нәсихәттәрҙең тәрбиә йәһәтенән йоғонтоһо. Исламда экстремизм йоғонтоһон пропагандалауға ҡаршы тороу” темаһына үткән “түңәрәк өҫтәл” дә ҡатнашыусыларҙы битараф ҡалдырма­ғандыр. Уларға кәңәш йөҙөнән Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының: “Бөгөн мөнәжәттәребеҙҙе йырлаһаҡ, нәсихәттәребеҙҙе уҡыһаҡ, әлбиттә, беҙҙең арала экстремизм да булмаясаҡ. Ни өсөн егеттәребеҙ һуғыш булған мосолман илдәренә китә? Дини тәрбиә, белем булмауҙан. Йәштәребеҙ, беҙҙән айырмалы рәүештә, шул тиклем иманға килергә теләй, әммә уларға бына ошонда, үҙе йәшәгән ерҙәге дин, һинең ата-бабаларың тотҡан дин дөрөҫ була, тип әйтеүселәр һирәгерәк. Беҙ, өлкәндәр, халыҡ алдына сығып, йәштәргә аңлатыу эше алып бармайбыҙ, ә сит яҡтан килеп аңлатыусылар күп. Исмаһам, ағинәйҙә­ребеҙ йәштәргә тәрбиә өләшһен әле тип, “Ағинәйҙәр” ҡорон ойошторҙоҡ та. Хал­ҡыбыҙҙа агрессия юҡ, борондан берәүҙең дә донъяһын, илен баҫып алмағанбыҙ. Ләкин беҙгә бөгөн дөрөҫ юлды барыбер ҙә аңлатырға кәрәк…” – тип әйткәне менән килешмәү мөмкин түгел.
Ҡасандыр был сарала 10 – 15 кенә кеше ҡатнашып, бөгөн инде республика буйынса дүртенсе мәртәбә үткәрелгән мөнәжәт бәйгеһендә 250-нән артыҡ кеше йыйыла икән, тимәк, боҙ ҡуҙғалған. Беҙ яҡтылыҡ, яҡшылыҡ һәм иманға табан йәнә бер ҙур аҙым яһағанбыҙ.
Таңсулпан БАЙМЫРҘИНА, «Башҡортостан» гәзите.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *