Сәсәндәрҙең аҫыл һүҙҙәре рухыбыҙҙы беҙҙең нығыта

Якты куль Кулимбетов (19)Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында шағир, сәсән-мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Оҙайлы йылдарҙан һуң ғына исеме халҡына әйләнеп ҡайтҡан олуғ сәсән-мәғрифәтсенең Хәтер кисәһенә төрлө тарафтарҙан бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.

Яҡтыкүлдәр, ауылдың киләсәген билдәләүсе уҡыусы балалар сәсәндең ейән-тыуарҙарын, башҡа ҡунаҡтарҙы сәскә гөлләмәләре, шиғри шәлкемдәр менән ҙурлап ҡаршыланы. Артабан килгән ҡунаҡтар ауыл зыяратына юлланды. Еҙем-Ҡаран мәсете имамы Баян хәҙрәт сәсәндең рухына бағышлап Ҡөрьән уҡыны, сараға йыйылыусылар Вәлиулла сәсән рухы алдында баш эйеп, ҡәберенә сәскәләр һалды.

Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов иҫтәлегенә ҡуйылған барельефты асыу тантанаһы Яҡтыкүлдең тап уртаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә урынлаштырылған обелиск янында барҙы. Еҙем-Ҡаран ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Исмәғилев ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң Баян хәҙрәт аят уҡып, юбилей сараларына фатиха бирҙе.

Якты куль Кулимбетов (50)Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов килгән ҡунаҡтарҙы, килеүселәрҙе ихлас сәләмләп, бөгөнгө сараның оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

– Вәлиулла сәсәндең ижады халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни тормошонда оло урын биләй һәм уның эшмәкәрлеге ҙур баһаға лайыҡ, – тине үҙенең сығышында ойоштороу комитеты рәйесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре кандидаты, республиканың Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов. – Халыҡ сәсәненең тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан “Табын” гәзитендә уның ижадына арналған мәҡәләләр бирелеп, райондың бер төркөм зыялылары тырышлығы менән 1991 йылдың июнендә Ибраһим ауылында Вәлиулла Ҡоломбәтов сәсән иҫтәлегенә район сәсәндәре бәйгеһе, ошо уҡ йылдың 30 июлендә Яҡтыкүлдә Хәтер кисәһе уҙғарҙыҡ. Һәм бына 25 йыл, сирек быуаттан һуң ғына бөгөнгө сараны ойоштороуға өлгәштек.

Ниязбай Булатбай улы сәсән иҫтәлегенә асыласаҡ барельефты эшләүҙә һәм уны урынлаштырыуҙа ярҙам итеүселәрҙең исем-шәрифтәрен атап үтте, уларға рәхмәт әйтте. Әйткәндәй, барельефтың авторы – яҡташыбыҙ, рәссам Илдар Шәйәхмәтов.

Тантанала шулай уҡ фольклорсы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сөләймәнов, күренекле шағир Хәсән Назар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Комиссия рәйесе Фәнзил Санъяров, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, республиканың сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева, яҡташыбыҙ, шағирә-прозаик Гөлнур Яҡупова, Вәлиулла сәсәндең ейәне, мәғариф ветераны Ғаяз Әминев сығыш яһап, олуғ сәсәндең ижады, тормошо хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үттеләр, хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Баҡраҡ ауылы ағинәйе Юлиә Хәсәнова ҡунаҡтарға Кәрим Булаттың Вәлиулла сәсән Ҡоломбәтовҡа арнап яҙған “Сәсән” шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Һәм бына тулҡынландырғыс, тантаналы мәл етә: сәсән иҫтәлегенә ҡуйылған барельеф асыла. Уны асыу хоҡуғы ошо изге эште атҡарыуға күп көс һалған зыялылар – Ғаяз Нәғим улы Әминев, Ниязбай Булатбай улы Сәлимов һәм Салауат Сәмиғулла улы Ҡоломбәтовҡа бирелә.

– Был барельеф тотош республика буйынса сәсән иҫтәлегенә ҡуйылған тәүге һәйкәл. Ғафуриҙарға афарин, – тине Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.

Вәлиулла сәсәндең ейәндәре Нәғим Ғаяз улы менән Әнүәр Ғәфүр улы Ҡоломбәтовтар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға ла сәскәләр һалды.

Сара артабан Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортонда дауам итте.

Кисә ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов башҡарыуында аһәңле ҡурай моңо менән башланып китте. Тәүге һүҙ Ниязбай Булатбай улына бирелеп, ул сараға йыйылыусыларҙы сәсән, мәғрифәтсе Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтовтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы.

– Абруйлы мөғәллим, фольклорсы, һүҙ оҫтаһы булған Вәлиулла сәсән сәскән рухиәт шытымһыҙ ҡалмаҫ. Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы, тигән боронғолар. Аҡыл ҡаҙнаһы тулы булһа, рух ҡаҙнаһы, ил ҡаҙнаһы ла тулы булыр, – тип һүҙен дауам итте сығыш яһаусы. – Бөгөн районда сәсәнлекте үҫтереү өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ғафуриҙар, шулай уҡ үҫеп килеүсе йәш быуын Вәлиулла сәсәнде, уның ижадын, уның хаҡындағы иҫтәлектәрҙе белергә тейеш. Район үҙәге Красноусолдағы яңы урамдарҙың береһенә Вәлиулла Ҡоломбәтов исемен биреү ҙә уның исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дөрөҫ буласаҡ.

– Вәлиулла сәсән халыҡ ижадын пропагандалаусы, халыҡ ижадының аҫыл ынйыларын һаҡлаусы ла, – тине фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәнов – 1959 йылда сыҡҡан Башҡорт халыҡ ижады йыйынтығының 2-се томында бирелгән “Әбләй батыр”, “Аласабыр” әкиәттәрен Жәлил Кейекбаев Вәлиулла Фәйзулла улы һөйләүенән яҙып алған. Иң мөһиме, Вәлиулла сәсән башҡа сәсәндәрҙең ижадына иғтибарлы, уларҙы бөгөнгө көнгә еткереүе менән дә бөйөк. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын теркәп барып, уның рухын һаҡлаған сәсән улы Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов. 18 томлы “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығының 2-се томында Вәлиулла сәсәндең ижадына ла ҙур урын бирелгән.

– Вәлиулла сәсән үҙе вафат булғас, ҡыҙы Мөнирә атаһының ҡулъяҙмаларын Башҡортостан Фәндәр академияһына тапшыра. Бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһының Өфөләге филиалы архивында һаҡланған был ҡулъяҙмаларҙы әҙәбиәтселәр тикшерә, өйрәнә. Бөгөнгө сара бик әһәмиәтле. Яҡтыкүл зыялылары үҙ сәсәндәрен хәтерләү, ҙурлауҙары менән үҙҙәренең бөйөклөгөн күрһәтте. Ә инде халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов тураһында нәшер ителгән китап республикала айырым сәсәнгә бағышланған беренсе китап булып тора. Был китаптың авторы Ниязбай Булатбай улын Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын тәҡдим итергә һәм уны хупларға кәрәк, – тип кисәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.

Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арнап мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған сәсәндәр бәйгеһе еңеүселәре лә ҡатнашты Хәтер кисәһендә. Зөлхизә Зәйнуллина, Денис Шәмсетдинов, Еҙем-Ҡаран мәктәбенән Алһыу Ҡоломбәтова мәртәбәле ҡунаҡтар алдында ҡобайырҙар менән сығыш яһаны. Ниязбай Сәлимов уларҙың барыһына ла дипломдар тапшырҙы.

– Уҡыусы балаларҙың сығышына һоҡланып, ғорурланып ултырҙым, – тип һүҙ башланы яҡташыбыҙ, шағирә, прозаик Гөлнур Яҡупова. – Башҡортостанға 19 яҙыусы биргән Ғафури ере таланттарға бай булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Ошо балалар араһынан һәләтле шағирҙар, оло ағай-апайҙарының юлын дауам итерлек лайыҡлы шәхестәр үҫеп сығырына ышанам. Районыбыҙҙа сәсәнлек традицияһының дауам итеүенә, күсәгилешлек булыуына һөйөнөп бөтә алмайым. Мәктәп уҡыусылары араһында йыл да үткәрелеп килгән “Өмөтлө ҡәләм” фестивале балаларҙың ижадҡа тартылыуын күрһәтә. Районда сәсәндәр мәктәбе асыу өсөн нигеҙ ҙә, мөмкинлектәр ҙә бар, – тип тамамланы ул үҙенең сығышын.

Шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағир Кәрим Булат, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәнил Ҡоҙаҡаев та сәхнәгә күтәрелеп, бөгөнгө сараның әһәмиәтен билдәләп, үҙ сәсәнен хөрмәтләгән ғафуриҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкиле, республиканың Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяров башҡорт телен, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Ғаяз Әминев һәм Салауат Ҡоломбәтовҡа Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын тапшырҙы.

– Вәлиулла Ҡоломбәтов бик бәхетле сәсән. Сөнки уның вариҫтары, зыялы яҡташтары уның исемен халыҡҡа ҡайтарҙы, сәсәндең рухын ҙурланы, – тине республиканың сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева. – Бөгөн республикала сәсәнлекте үҫтереү йәһәтенән әүҙем эш бара. Ғафуриҙа ла сәсәндәр мәктәбе асырға ваҡыт. Барыбыҙ бер төптән булып эшләгәндә был эште атҡарып сығырбыҙ тип уйлайым.

Нәфисә Булат ҡыҙы Башҡортостан мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған хазинаһын һаҡлау, уны сәнғәттә ҡулланып халыҡҡа еткергәне өсөн Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтоваға Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хатын тапшырҙы һәм Ғафури сәсәндәрен 23 октябрҙә Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһенә саҡырҙы.

Вәлиулла сәсәндең ейәндәре Ғаяз Әминов, Әнүәр Ҡоломбәтов олатайҙары хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, был сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтте.

Башҡортостан телевидениеһы дикторы Гүзәл Кейекбаева, күҙ йәштәренә мансылып, Вәлиулла сәсәндең ҡыҙы Мөнирәгә арнап яҙған “Яҙғы елдәр” шиғырын йөрәккә үтеп инерлек итеп уҡығанда залда ултырған бер кем дә битараф ҡалмағандыр.

Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Ҡаран” халыҡ театры артистары, Баҡраҡ ауыл клубының “Зәйлекүл” фольклор ансамбле сығыштары менән үрелеп барған хәтер кисәһе бик йәнле, йәмле үтте.

Үҙенең ул-ҡыҙҙарын ҙурлаған, хөрмәтләгән халыҡ үҙенең бөйөклөгөн күрһәтә, тигән бер аҡыл эйәһе. Еҙем-Ҡаранда үткән был саралар районыбыҙ зыялыларының исемдәре онотола барған күренекле шәхестәребеҙҙе иҫкә алып, уларҙың исемен мәңгеләштереп үҙҙәре лә оло рәхмәт, сауап алды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты өсөн Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА, Ғафури районы.

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *