Миәстәр мөнәжәт әйтеүҙә ярышты

6Тәүге тапҡыр Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында 2 октябрҙә «Иман нуры» мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы үтте. Уның ойоштороусыһы булып Миәс ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы һәм ҡала мәсете мәхәлләһе сығыш яһаны, тип хәбәр итә урындағы ҡоролтай рәйесе Бүләкәй Шафикова.

Мөнәжәт байрамының 2 октябрҙә үтеүе лә осраҡлы түгел. Сөнки мосолмандарҙың ай календары буйынса тап ошо көндә Яңы йыл тыуа. Ошо уңайҙан, мәсеттең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт тә яңы 1438 Һижри йыл менән ҡотлап, барыһына ла бәхет һәм имен тормош теләне.

2Бүләкәй Шафикова әйтеүенсә, конкурс юғары кимәлдә, ойошҡан рәүештә үткән. Балалар араһында – Ислам Шәйбәков менән Эрик Дәүләткирәев, өлкәндәр араһында Илдар Ильясов беренсе урын яулаған. Миәстәр матур йоланы дауам итеп, конкурсты йыл һайын үткәрергә ниәтләй.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *