Исеме Башҡортостан тарихына яҙылған

шагит худайбердинБилдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин был донъяла ни бары 28 йыл йәшәй. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үҙ исемен ил тарихына яҙып ҡалдыра ул. Шәһит Хоҙайбирҙин Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу хәрәкәтен етәкләй, ошо шанлы осорҙа республиканың үҙаллылығы өсөн күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Октябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тула.
Шәһит Хоҙайбирҙин Бесәнсе ауылында (хәҙерге Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылдарындағы рус-башҡорт мәктәбендә белем ала. Ун бер йәшендә етем ҡалып, уҡыуын ҡалдырырға һәм ауыл байҙарына ялланып көн күрергә тура килә уға. 1909 йылда Шәһит Ырымбур ҡалаһының “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә, батраклыҡҡа ялланып, үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй. Шәһит башҡа һабаҡташтарынан белем алыуға тырышлығы һәм зирәклеге менән айырылып тора. Әммә мәҙрәсә тәртибенә ҡаршы забастовкаларҙа hәм гәзиттәр яҙыуҙа ҡатнашҡаны өсөн уны уҡыуынан ҡыуалар.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, егет әрме сафына алына һәм, Ырымбур ҡалаһындағы ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу курстарын тамамлап, рота фельдшеры вазифаһында фронтҡа китә. 1916 йылда Австрия фронтында яраланып, Өфө госпиталенә ҡайтарыла. Февраль революцияһын ул Өфө ҡалаһында 144-се запас уҡсы полкы составында ҡаршылай. Революциянан һуң Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошонда яңы осор башлана. Ул илдәге һалдаттар хәрәкәтенә ҡушыла, империалистик һуғышты туҡтатып, хөкүмәтте һалдат һәм эшсе-крәҫтиән депутаттары Советына биреү өсөн агитациялар алып бара. Яҡшы ораторҙың һәм үткер ҡәләмле яҙыусының гәзит-жур­налдарҙағы мәҡәләләре һалдат һәм эшселәр араһында тиҙ тарала һәм ыңғай ҡабул ителә. 1917 йылдың майында Өфө Мосолман хәрби советы ойошторола, Шәһит Хоҙайбирҙин ошо советтың башҡарма комитеты һәм президиумы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Ошонан һуң ул мәҙәни-ағартыу булеге етәксеһе, китапхана эштәре буйынса комиссияла эшләй, “Һалдат теләге” гәзитен ойоштороуҙа ҡатнаша.
1917 йылдың 29 октябрендә Хоҙайбирҙин етәкселегендәге Өфө Мосолман хәрби советы ултырышында мосолман ойошмаһының Октябрь революцияһын һәм Рәсәйҙә хөкүмәттең Советтарға күсеүен хуплау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ноябрҙә Хоҙайбирҙин Эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары советының III Өфө губерна съезында делегат булып ҡатнаша, Советтарҙың Өфө губерна башҡарма комите­тының һәм комитет ойошторған революцион трибуналдың ағзаһы итеп һайлана. Шул уҡ ваҡытта Шәһит Хоҙайбирҙин башҡорт эштәрен башҡарыу комиссариаты рәйесе урынбаҫары, 1918 йылдың башынан Өфө губернаһының Милли эштәр буйынса комиссары урынбаҫары вазифаларын башҡара. Уға бөтә губерна кимәлендә дәүләт эштәрен алып барыу, халыҡты ойоштороу, төрлө көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү бурысы йөкмәтелә. Матбуғатта баҫылған мәҡәләләре аша үткер һүҙле етәксе халыҡҡа илдә барған сәйәси һәм ижтимағи ваҡиғаларҙы асыҡ аңлата.
1918 йылдың мартында ул һул яҡ эсерҙар партияһынан сығып, коммунистар партияһына керә. Ошонан һуң Шәһит Хоҙайбирҙин Өфө губревкомының мосолман бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Граждандар һуғышы башланғас, Өфөгә Юғары хәрби инспекция килә һәм аҡ чехтарға ҡаршы көрәш өсөн ҡыҙыл отрядтар ойоштора башлай. Шәһит Хоҙайбирҙин Юғары хәрби инспекция эшендә ҡатнаша – мосолмандарҙан торған отряд төҙөй һәм уның командиры итеп тәғәйенләнә. Бөгөлмә һәм Сарапул янындағы бәрелештәрҙә ҡаты яраланып, Пермь, Мәскәү ҡалаларында дауалана һәм ошонан һуң бер аҙ Мәскәүҙә Үҙәк татар-башҡорт комиссариатында эшләй.
Ошонан һуң Шәһит Хоҙайбирҙинды Урал-Волга фронтына ебәрәләр. Бында ул 5-се армияның сәйәси бүлегендә хеҙмәт итә, “Ҡыҙыл яу” хәрби гәзитендә эшләй. Колчак армияһы сафында булған башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылдың февралендә Ҡыҙыл армия яғына сыға. Шәһит Хоҙайбирҙин – 2-се башҡорт кавалерия полкы сәйәси комиссары, уға башҡорт ғәскәрҙәре араһында сәйәси-ағартыу эштәре алып барыуҙы йөкмәтәләр. Өфөнө аҡтарҙан азат итеү операцияһы ваҡытында Көнсығыш фронт командованиеһы уны В. Чапаев етәкселегендәге 25-се дивизияға Башвоенкоматтан вәкил итеп ебәрә. Аҙаҡ Хоҙайбирҙин Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелә һәм Хәрби оборона советы ағзаһы итеп алына. 1919 йылдың 9 ию­нендә Өфө ҡалаһын аҡтарҙан азат иткәндән һуң Ваҡытлы Өфө губерна революцион комитеты төҙөлә һәм Хоҙайбирҙинды ошо эшкә йәлеп итәләр. Ул “25-се дивизияның сәйәси шөғбәһе хәбәрҙәре”, “Ҡыҙыл юл” гәзиттәрен ойоштороуҙа ҡатнаша. 5-се армия сафында башта полк, аҙаҡ дивизияның сәйәси комиссары вазифаһында Колчак армияһын эҙәрлекләп, Петропавловск ҡалаһына барып етә. Ошонан һуң 23 йәшлек Шәһит Хоҙайбирҙин дивизия командиры итеп тәғәйенләнә.
1919 йылдың аҙағында, Башревком юллауы буйынса, Бәләкәй Башҡортостанға ҡайтарыла. Бәләкәй Башҡортостан – 1917 йылда III Бөтә Башҡорт ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән автономиялы территория. Билдәле булыуынса, Бәләкәй Башҡортостанға Ә.-З. Вәлидов, Ш. Манатов, А. Йәғәфәров, Ғ. Ҡарамышев, М. Ҡулаев, Ш. Бабич һәм башҡа шәхестәр нигеҙ һалған. Автономиялы территория хәҙерге Башҡортостандың көнсығыш, Силәбе, Свердловск өлкәләренең көнбайыш, Ырымбур өлкәһенең көньяҡ өлөштәрен – күпселек башҡорт халҡы йәшәгән райондарын үҙ эсенә ала.
1917 – 1919 йылдарҙа большевиктар Башҡортостан Милли автономияһын таныуҙан баш тарта. 1919 йылдың мартында Үҙәк Совет хөкүмәте менән килешеү нигеҙендә Бәләкәй Башҡортостан Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы тип иғлан ителә.
Башҡортостанға ҡайтыу менән Шәһит Хоҙайбирҙинды Бөрйән-Түңгәүер кантонына ебәрәләр. Бында ул бер юлы кантон рәйесе, РКП(б)-ның кантон комитеты рәйесе, кантондың аҙыҡ комиссары вазифаларын башҡара. 20-се йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер һәм уға сиктәш кантондарҙа көсөргәнешле ваҡыт: аслыҡ, репрессиялар осоро була. Капкаев, Поленов кеүек коммунистарҙың баш-баштаҡлығы урындағы халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. БашЦИК исеменән йөрөгән ҡыҙыл отряд командиры Поленов кантон етәкселәренән, хөкүмәт ағзаларынан үҙен өҫтөн ҡуйып бойороҡтар бирә башлай, бандитизм һәм дезертирлыҡҡа ҡаршы көрәш һылтауы менән ҡоралһыҙ халыҡты язалай. Башҡорт ауылдарын талау башлана, бер төркөм кантон хеҙмәткәрҙәрен Баймаҡ төрмәһенә килтереп аталар. Был ваҡиғалар Урал аръяғында баш күтәреүселәр хәрәкәте тоҡаныуына сәбәп була – Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы башлана. Шәһит Хоҙайбирҙинға үҙе кеүек коммунистарҙың урындағы халыҡты язалауҙарын күреү ауыр була. Ул кантон йыйылышында Поленовты ҡулға алырға тәҡдим итә, ләкин коллегалары араһында яҡлау тапмай. Хоҙайбирҙиндың кантондағы ваҡиғаларҙы БашЦИК-ка еткереү маҡсатында Стәрлетамаҡҡа барыу ниәте лә килеп сыҡмай. Поленов быны алдан һиҙеп, Темәстән сығырға тыя, ҡулына мылтыҡ тоттороп күпер һаҡларға бойороҡ бирә. Ҡасандыр дивизия командиры булған кантон башлығы Шәһит Хоҙайбирҙин ябай һалдатҡа әйләнә. Бер нисә айҙан кантондағы ваҡиғалар тураһындағы хәбәр баш ҡалаға барып етә, һәм Стәрлетамаҡтан Үҙәк Башҡарма комитеты ойошторған комиссия килеп төшә. Комиссия идаралағы эштәр һәм хәрәкәт менән танышып, килешеү юлын тәҡдим итә. Урындағы ихтилал туҡтатыла һәм кантонда тыныслыҡ урынлаштырыла. Поленов һәм уның бер нисә кешеһе ҡулға алына. Ләкин бер аҙ ваҡыт үткәс, Кананикольский, Юлыҡ, Маяҡлы һәм башҡа рус ауылдары крәҫтиәндәре Совет хөкүмәте үткәргән аҙыҡ разверсткаһына риза булмай баш күтәрә. Был хәрәкәткә ҡайһы бер башҡорт ауылдары ла ҡушыла. Хоҙайбирҙин баш күтәреүселәр хәрәкәтенең Совет хөкүмәте тарафынан ҡаты режим менән баҫтырыласағын аңлай. Халыҡты бәлә-ҡазанан аялап, ҡан ҡойошто туҡтатыу өсөн кантон рәйесе баш күтәреүселәр штабына бара һәм баш күтәреүселәргә хәрәкәттең буласаҡ һөҙөмтәләрен тыныс юл менән аңлата.
1921 йылдың мартында Шәһит Хоҙайбирҙин Советтарҙың I Бөтә Башҡортостан съезында һәм РКП(б)-ның Бөтә Башҡортостан конференцияһында сығыш яһай. БашЦик президиумы, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты президиумы ағзаһы итеп һайлана һәм Мәскәү ҡалаһында коммунистар партияһының Х съезында сығыш яһай. Съезд залынан 300 делегат Кронштадт ихтилалын баҫтырырға ебәрелә, шулар араһында Хоҙайбирҙин да була. Кронштадт ҡәлғәһенә һөжүм иткән саҡта ҡаты яралана, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Дауаланып ҡайтҡас, уны БашЦИК рәйесе, бер үк ваҡытта “Башпомголод” етәксеһе, Башҡортостан аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариаты ағзаһы итеп тәғәйенләйҙәр. 1921 – 1922 йылдарҙа РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе сәркәтибе, БАССР-ҙың Юғары кассацион трибуна ағзаһы булып эшләй. 1922 йылда ул ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, 1923 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Башҡорт Совет Республикаһының эске эштәр халыҡ комиссары була.
Шәһит Хоҙайбирҙиндың, дәүләт һәм партия эшмәкәре булараҡ, Башҡортостанда һәм СССР-ҙа абруйы ҙур: РКП(б)-ның Бөтә Рәсәй конференцияһы, Советтарҙың Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз съездары делегаты була, 1924 йылда СССР Үҙәк Башҡарма комитеты ағзаһы, СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма комитетының Милләттәр советы ағзаһы итеп һайлана.
Билдәләп үтелеүенсә, Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин – Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу эшен алып барған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе. Юғары вазифалар биләгән ваҡытта ул Башҡорт телен ғәмәлгә ҡуйыу комиссияһы рәйесе һәм 1922 йылда Оло Башҡортостан сиктәрен билдәләү, уны кантондарға бүлеү административ комиссияһы рәйесе булараҡ бик мөһим эштәр башҡара. 1921 йылдың 6 июнендә БашЦИК Президиумының рус теле менән берлектә башҡорт теленең БАССР-ҙың дәүләт теле тип иғлан ителгән беренсе ҡарары сығарыла. Башҡорт теленә дәүләт статусын биреү, дәүләт һәм партия ойошмаларында башҡортса эш алып барыу, тел кадрҙарын әҙерләү һәм башҡорт әҙәби телен булдырыу өсөн бөтә көсөн биреп эшләй.
1924 йылда Шәһит Хоҙайбирҙиндың башланғысы менән “Башҡортостан” гәзите башҡорт телендә сыға башлай. 1922 йылдың 14 июнендә Бөтә Рәсәй башҡарма комитеты декреты нигеҙендә Бәләкәй Башҡортостан бөтөрөлөп, Оло Башҡортостан ойошторола. Оло Башҡортостан Өфө губернаһының күп ерҙәрен һәм Бәләкәй Башҡортостанды үҙ эсенә ала һәм яҡынса хәҙерге Башҡортостан республикаһының сиктәрен ҡабатлай. Яңы республиканың сиктәрен билдәгән ваҡытта күрше өлкәләр менән ер һәм файҙалы ҡаҙылмалар өсөн бәхәстәр тыуа. Оло Башҡортостан сиктәрен билдәләү административ комиссияһы рәйесе Ш.Ә. Хоҙайбирҙин республика сиктәрен һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша, ул Башҡортостан ерҙәренә күрше өлкәләрҙең нигеҙһеҙ дәғүәләренә ҡаршы протест белдергән кешеләрҙең береһе. Шәһит Хоҙайбирҙиндың БАССР-ҙа юғары вазифалар биләгән ваҡытта һәм административ комиссияларҙа башҡарған эштәренең телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың үҫешенә йоғонтоһо ҙур.
Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың ғүмере операциянан һуң, 1924 йылдың 21 декабрендә, Мәскәү клиникаһында өҙөлә. Башҡортостан хөкүмәте Өфөлә мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыуҙы хөрмәтләп ойоштора, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү өсөн ҡарар сығара. Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылына, Баймаҡ машиналар эшләү заводына, Өфө ҡалаһының Үҙәк балалар китапханаһына һәм I Башҡорт республикаhы балалар йортона уның исеме бирелде. Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Сибай, Күмертау, Темәс һәм башҡа ауыл һәм ҡалаларҙағы урамдар Шәһит Хоҙайбирҙин исемен йөрөтә. 1981 йылда Матбуғат йорто алдында уға һәйкәл ҡуйыла, һәйкәлдәр шулай уҡ тыуған ауылында, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында ла бар. Өфөлә һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылында музейҙар эшләй. 1989 йылда республиканың Журналистар союзы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булдырҙы, 1996 йылдан алып был премия хөкүмәт статусын алды. М. Кәрим, Р. Ниғмәти, М. Ғафури, Ғ. Рамаҙанов, Р. Алферов кеүек билдәле яҙыусылар Ш.Ә. Хоҙайбирҙинға бағышлап әҫәрҙәр яҙҙы. 1958 йылдан алып Шәһит Хоҙайбирҙиндың публицистик һәм әҙәби әҫәрҙәре тупланған китаптар сығарылды. 1996 һәм 2006 йылдарҙа уның тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған фильмдар төшөрөлдө.

Динар БАЙЕГЕТОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музей директоры,

«Башҡортостан» гәзитенән

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *