Милли кейем тегеү оҫтаһы

IMG_1754Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы. Ошо байлыҡ – сигеү-нағыштар, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәр, көмөштән сүкеп һалынған биҙәктәр – һуңғы арала яйлап юҡҡа сыға башлағайны. Аллаға шөкөр, һуңғы арала милли йолалар, төрлө конкурстар ярҙамында кейемдәрҙе тергеҙеү эше йәнләнә. Быға рухлы, юғары әҙерлекле кешеләрҙең булыуы ла ярҙам итә. Өфө ҡалаһынан рәссам-модельер Сәрүәр Аслаева – шулар иҫәбендә.

Сәрүәр Ғилметдин ҡыҙының уңыштарын Илеш ерендә 5 октябрҙә үткән «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивалендә лә билдәләнеләр. Абруйлы баһалама төркөмө уның эштәрен ҡарап, башҡорт этник мәҙәниәтен пропагандалағаны өсөн Рәхмәт хаты һәм диплом менән бүләкләне.

IMG_1717– Милли кейем – һәр милләттең күңел байлығын, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һынландырған паспорты ул. Башҡорт милләтенең йөҙө, асылы ла уның милли костюмдарының төрлөлөгөндә асыҡ сағыла. Был йүнәлештә эшләй башлауыма күптән. Минең хеҙмәтемде баһалаған жюри ағзаларына оло рәхмәт, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты башҡорт модельеры Сәрүәр Аслаева.

Әйткәндәй, фестиваль биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарын ғына түгел, үҙешмәкәр коллективтар, ғаилә династиялары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусыларҙы ла бергә тупланы. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә бейеү, вокаль, инструменталь, фольклор төркөмдәре өсөн айырым конкурстар ҙа үтте.

Халыҡ кәсептәре йәрминкәһен, башҡорт халҡының һынлы сәнғәт йәрминкәһен, Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙарҙы, халыҡ ижады оҫталарының һәм талантлы йәштәрҙең концертын, жанр йүнәлештәре буйынса ижади оҫталыҡ кластарын, гала-концертты үҙ эсенә алған сараның ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Илеш районы хакимиәте.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *