Урал бөркөтөнөң үлемһеҙ осошо йәки Легендар комбригтың ғүмер сәхифәләре

муртазинХалҡыбыҙ батырҙарға элек-электән оло хөрмәт менән ҡараған. Милли хазинабыҙ иҫәпләнгән «Урал батыр» эпосының тыуыуы ла, хатта беҙҙең көндәргәсә килеп етеүе лә уларға ҡарата булған тәрән ихтирам һәм йылы мөнәсәбәт билгеһе. Ил-йортто, ер-һыуҙы дошмандарҙан һаҡлаған, халыҡты һәр төрлө йәбер-золомдан ҡурсалаған типһә тимер өҙөрлөк таһыллы ир-егеттәр тураһында бихисап мәҡәл-әйтем дә бар. Эйе, батыр – ул ил терәге лә,  ҡалҡаны ла, халыҡтың таянысы ла, ышанысы ла. Алдар батыр, Салауат батыр, Муса батыр… Әйтәһе лә түгел, башҡорттоң һәр быуатта дан ҡаҙанған мәшһүр батырҙары булған (бөгөн дә бар һәм буласаҡ та!), уларҙы нисәмә быуын күңел түрендә йөрөткән, исемдәрен йырға һалып йырлаған, әҫәрҙәр ижад иткән. Юҡҡа ғына, батыр ғүмере – ике, тимәгән шул ата-бабалар.

Муса Лотфулла (Лут) улы Мортазин да – башҡорт халҡы батырҙары галереяһында лайыҡлы урын алып торған, исеме тарих ташына уйып яҙылған сағыу шәхестәрҙең береһе. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы кәштәләрендә һаҡланған шәхси документтарын өйрәнеп, уның ғәжәп талантлы кеше икәнлегенә инанырға була. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: малай сағында уҡ атайһыҙ ҡалып, көтөү көтөп көн иткән Муса ныҡышлығы менән ҙур үрҙәр яулай –  республика, хатта ил күләмендә дан ҡаҙанған күренекле хәрби етәксе, абруйлы дәүләт эшмәкәре, публицист-тарихсы булып таныла. Бындай иҫ киткес карьераға ирешеү – бик һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшкән көмөш. Вәлиди, Бабич, Мортазин кеүек шәхестәр йөҙ йылға бер тыуа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Хәйер, Хоҙай биргән һәләт кенә етмәйҙер юғары үрҙәр яуларға. Бынан тыш, шәхесте Шәхес иткән төп шарттарҙың береһе – ул белем. Һәләт, ғилем һәм тырышлыҡ – буласаҡ полководецтың уңыш серҙәре бына ошолар.

Муса кесе йәштән үк уҡыуға ынтыла. Ҙур ғаиләлә көнитмеш бик ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ҡара эштән бушамаған үҫмер ауыл  мәҙрәсәһен тамамлай. Мыҡты кәүҙәле, киң күкрәкле баһадир батша армияһына саҡырылғас,  уҡыу командаһында белем алып, 1913 йылда  бомбардир дәрәжәһенә эйә була. 1914-1917 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашыу хәрби тәжрибә туплауға булышлыҡ итә. Яуҙарҙа ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн башҡорт батыры ике тапҡыр Георгий тәреһенә лайыҡ була.

Һуғыш осоро Муса өсөн хәрби сынығыу   йылдары ғына түгел, сәйәси тәжрибә туплау мәктәбе лә була. 1917 йылда ул, Мәскәүҙә һәм Ырымбурҙа үткән съездарҙа ҡатнашып, Башҡортостандың  азатлығы тураһында уй-хыялдар менән йәшәй башлай һәм ошо юлда фекерҙәштәр таба. 8-20 декабрҙә уҙған III Бөтөн Башҡорт ҡоролтайында Әхмәтзәки Вәлиди менән танышыу һәм уның менән даими аралышыу Муса Мортазиндың тормошонда хәл иткес роль уйнай. Ғөмүмән, ул – Башҡорт автономияһы өсөн тауыш биреп, республикабыҙҙың нигеҙ ташын һалған шәхестәрҙең береһе. Был хәҡиҡәтте бер кем дә инҡар итә алмай.

Алдынғы ҡарашлы, сәйәси йәһәттән зиһенле Муса Мортазинды 1918 йылдың февралендә Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советы ағзаһы итеп һайлап ҡуялар. Артабан башҡорт полкы һәм башҡорт кавалерия бригадаһы командиры сифатында яу яландарында үҙен даланлы хәрби етәксе итеп танытыуы, яҙмыш ҡушыуы буйынса аҡтар һәм ҡыҙылдар яғында һуғышып йөрөүе тураһында тәфсирләп  яҙғайныҡ инде, шуға ла был юҫыҡта һүҙ сурытыу артыҡ булыр.

1919 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт ғәсҡәри идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарған Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең фарманы менән Муса Мортазинды 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләп ҡуя. Сер түгел, был ике шәхес араһында артабанғы йылдарҙа аңлашылмаусанлыҡ тыуа, ошо арҡала уларға ҡапма-ҡаршы лагерҙа ла булырға тура килә. Нисек кенә булмаһын, Әхмәтзәки Вәлиди, байтаҡ йылдар үткәс,  арҡаҙашы тураһында  шулай тип тип яҙа: «Һалдат, унтер-офицер, полк командиры Муса Мортазин 1917-1918 йылдарҙа минең иң яҡын иптәшем булды. III Бөтөн Башҡорт ҡоролтайында һәм Ҡазанда үткән II Бөтөн Рәсәй Мосолман хәрби съезында ҡатнашып, ул «һул ҡараштағылар» яғында тора. Унда үҙен ысын большевик итеп танытып, башҡорт фракцияһын большевиктар менән бергә съездан сығып китергә өндәй».

Ҡатмарлы яҙмыш кисергән халҡыбыҙҙың ике арҙаҡлы улының үҙ-ара мөнәсәбәте, беҙҙеңсә, айырым өйрәнеүҙе талап итә. Бәлки, ошо тема буйынса берәй йәш ғалим махсус шөғөлләнер, тигән өмөттө лә белдермәксебеҙ юлайҡан. Ә беҙҙең маҡсатыбыҙ – Муса Мортазиндың ғүмер йомғағын артабан да тағатып, әлегәсә күләгәлә ҡала биргән айырым факттарға асыҡлыҡ индереүҙе дауам итеү һәм уның иҫтәлеген мәңгеләштәреү мәсьәләһенә туҡталып үтеү.

1920-1922 йылдарҙа Муса Лотфулла улы тулыһынса дәүләт эшенә сума: БАССР-ҙың Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары вазифаһын иң беренсе булып уға башҡарырға насип була. Илдә Граждандар һуғышы барған ҡатмарлы осорҙа, өҫтәүенә, йәш автономиялы республиканың яңы аяҡҡа баҫып килгән сағында, бик яуаплы эшкә тотонған Муса Лотфулла улы үҙ бурыстарын яуаплы башҡара. Уның намыҫлы хеҙмәте иғтибарҙан ситтә ҡалмай – 1921 йылдың июнендә тәжрибәле етәксегә Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе вазифаһы йөкмәтелә. Тотош илдә, шул иҫәптән республикала  аслыҡ, вафа сире хөкөм һөргән уғата ауыр ваҡытта анһат булмай дәүләт йөгөн тартыуы. Ләкин Хөкүмәт башлығы эшен нәҡ хәрбиҙәрсә ойоштора: тәртип, теүәллек, ғәҙеллек төп принциптары була.

Был осорҙа Муса Мортазин етәкселегендә башҡарылған барлыҡ эштәрҙе бәйән итеп бөтөү мөмкин  түгел. Иң мөһиме шул: уның фарманы буйынса, Бәләкәй Башҡортостан менән Өфө губернаһын ҡушып, Ҙур Башҡортостан төҙөү проекты әҙерләнелә. Нәҡ ошо ваҡытта, атап әйткәндә, 1921 йылдың 6 июнендә башҡорт теле урыҫ теле менән бер рәттән дәүләт теле итеп иғлан ителә. Был Рәсәй тарихында бығаса күрелмәгән оло тарихи ваҡиға була. Ҡыҫҡаһы, шул дәүерҙә дәүләтселегебеҙҙең барлыҡҡа килеүендә һәм  туған телебеҙҙең юғары статусҡа эйә булыуында Муса Лотфулла улының тос өлөшө бар, тип ныҡлы әйтә алабыҙ.

1920 йылдарҙа Башҡортостандың Ғәҙәттән Тыш Комиссияһы Рәйесе урынбаҫары булып эшләгән В. П. Алексеев хеҙмәттәше тураһында бына нимә тип яҙа: «Тов. Муртазин внес большой вклад в строительство Советской Башкирии в тогдашних трудных условиях. Это был своебразный человек простой в товарищеских отношениях, но требовательный в работе. Его крутой нрав нередко ощущали на себе даже наркомы…»

Башҡортостан автономияһын нығытыуҙа ең һыҙғанып эшләп йөрөгән, дәрт-дарманы ташып торған, халыҡ араһында көндән-көн ҙурыраҡ абруй ҡаҙана барған Муса Мортазиндан, моғайын, Мәскәү … шөрләй төшкәндер (бөгөн шулай тип тә фекер йөрөтөргә мөмкин). Шулай булмаһа, 1922  йыл башында уны Кремлгә саҡыртып алып, уҡырға керергә тәҡдим итмәҫтәр ине. Муса, әлбиттә, ризалаша. Хәйер, уҡырға кереү, юғары вазифаға тәғәйенләү һылтауы менән Мәскәүгә саҡыртып алынып, күпме милләттәшебеҙ ул заманда һыуға батҡандай ғәйеп була…

Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1922 йылдың 22 февраленда уҙғарылған ултырышы протоколына күҙ һалып та, Башҡортостан өсөн Муса Мортазиндың ниндәй дәрәжәләге етәксе булғанлығына инанырға мөмкин: «… Принося глубокую благодарность от лица Президиума БЦИК тов. Муртазину за его честную, неутомимую и плодотворную работу, за твердо решительное руководство многими отраслями Республики, даже не использовав свой месячный отпуск, данный Центром РСФСР, в то же время глубоко сожалеем эту утрату, как утрату главного двигателя Республики, просить тов. Пестун ходатайствовать перед ЦК РКП и ВЦИК об обратном откомандировании тов. Муртазина в Башреспублику, как одного из видных и редких его деятелей, как самого необходимого работника для Башкирии».

Әммә был үтенеснамә файҙа бирмәй – Муса Лотфулла улы Үҙәктең ихтыярына буйһонорға мәжбүр була. Бәләкәйҙән аң-белемгә һыуһап йәшәгән 31 йәшлек ир-уҙаман тәүҙә Юғары Хәрби-педагогика мәктәбендә ғилем эстәй,  1924-1927 йылдарҙа иһә М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияла белем ала.

Мәскәүҙә биш йылдан ашыу уҡыу эҙһеҙ үтмәй: буш ваҡытында Муса Лофулла улы архивтарҙа башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәшен ентекле өйрәнеп, X-XX быуаттар буйынса бик ҡиммәтле материал туплай. Тарихи табыштарҙы ҡағыҙ битенә төшөрөп, Граждандар һуғышы осоронда үҙ башынан үткәндәр, ғөмүмән, башҡорт халҡының яугирлек традициялары тураһында китап яҙырға тотона. Бына ошо ваҡытта асыла ла инде унда яҙыусылыҡ һәләте. «Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну» (1927) һәм «В Красной Армии» (1929) тигән китаптары Муса Лотфулла улын маһир тарихсы, архивсы һәм публицист булараҡ та таныта.

Муса Мортазиндың полиглот булыуын, йәғни күп телдәрҙе «һыу кеүек эсеүен» күптәр белмәйҙер ҙә әле. Уның үҙ ҡулы менән тултырған анкеталарҙың береһендә шундай юлдар бар: «Знание языков: русский; говорит, читает, пишет на башкирском, татарском, турецком, английском языках». Бөгөн хәрбиҙәр һәм сәйәсмәндәр түгел, хатта ғалимдар ҙа бит бер нисә тел белеүе менән маһая алмай…

Ошо уҡ анкетала Муса Мортазиндың 1930 йылда йәнә ғилем туплауы тураһында мәғлүмәт теркәлгән – был юлы Хәрби академияның дөйөм ғәсҡәри бүлексәһендә белемен камиллаштыра. Туҡтауһыҙ уҡыған, хәрби эштең теорияһын да, практикаһын да төплө үҙләштергән, Ҡыҙыл Армияның Аттар буйынса идаралығында һәр вазифаһын яуаплы башҡарған  Муса Лотфулла улы 1935 йылдың 2 декабрендә юғары хәрби исемгә – комбриг (хәҙергесә – генерал-полковник) дәрәжәһенә лайыҡ була.

Ҡыҫҡаһы, яуҙарҙа өс тапҡыр яраланған, күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр Георгий тәреһенә,  өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ орденына, ике тапҡыр көмөш ҡылысҡа, яҙыулы алтын сәғәткә лайыҡ булған Ватан һәм  Граждандар һуғыштары Геройы, комбриг, күренекле дәүләт эшмәкәре, тарихсы-публицист Муса Лотфулла улы Мортазин – башҡорт халҡының оло ғорурлығы, исеме тарихта мәңге һаҡланыр бөйөк шәхес.  Ул бар ғүмерен ғәзиз халҡының, изге еренең, тыуған республикаһының һәм башҡорт теленең яҡты киләсәгенә арнай. Күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәренең фиҙакәр хеҙмәте, тырышлығы бушҡа булмай – йылдар үткәс, уның уй-ниәттәре, хыялдары тормошҡа ашты: Башҡортостан Республикаһы илебеҙҙең иң ҡеүәтле төбәгенә әйләнде, башҡорт халҡы рухи-мәҙәни йәһәттән яңы бейеклектәргә күтәрелде, туған телебеҙ дәүләт теле булараҡ йылдан-йыл үҙен таныта бара.

Ошо ғәйәт ҙур эштәрҙең башында торған, иле, халҡы хаҡына йәнен-тәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман комбиргтың иҫтәлегән мәңгеләштереү – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Хәйер, был йәһәттән Мәскәү рәссамы Василий Яковлев 1928 йылда уҡ тәүге аҙым яһай – ул төшөргән «Ҡыҙыл командирҙар» исемле картинала Муса Мортазин хеҙмәттәштәре менән һынландырылған. Хәҙерге көндә был тарихи рәсем Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Үҙәк музейында һаҡлана.

Ләкин Муса Мортазиндың исемен телгә алыу ҙа ҙур гонаһ  иҫәпләнгән «ҡара осор» башлана. 1937 йылда «халыҡ дошманы» мөһөрө һуғылған легендар комбригтан ялған ғәйеп ҡыҙҙарының ныҡышлығы менән 19 йыл үткәс кенә алып ташлана. Золом ҡорбаны булараҡ аҡланһа ла, Муса Мортазиндың исем-шәрифен телгә алыу һаман да ҡурҡыныс булып ҡала.  Шулай булыуға ҡарамаҫтан, алдынғы ҡарашлы башҡорт зыялылары үҙ шәхесен яҡты донъяға сығарырға ярайһы уҡ көс һала. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ҡыйыу йөрәкле йәш тарихсы Билал Юлдашбаевтың арҙаҡлы хәрби һәм дәүләт эшмәкәре тураһында ғилми хеҙмәте донъя күреүе  күптәр өсөн аяҙ көндә йәшен атыуға бәрәбәр була.

1970 йылдарҙа бер төркөм һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары – Нәғим Ибраһимов, Хәлил Халиҡов һәм Сафа Мостафин – Муса Мортазиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса, атап әйткәндә, уға һәйкәл ҡуйыу, Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа, райондарҙа урамдарҙы уның исеме менән атау тәҡдиме менән төрлө даирәгә мөрәжәғәт итә. Ләкин ил ағаларының һүҙенә ҡолаҡ һалыусы булмай – түрәләр ҡурҡып ултырыуын дауам итә.

Яңыраҡ миңә, Муса Мортазиндың ҡыҙҙары аталарының иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән ҡыл да ҡыбырлатмаған элекке Башҡортостан етәкселегенә ныҡ үпкәләгән икән, тигән хәбәрҙе ишетергә тура килде. Бәлки, хаҡ дәғүәлер, әммә бында уйланырға урын бар шул.

Уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында ғына, үҙгәртеп ҡороу елдәре тәьҫирендә элекке «ҡаралар» «аҡ»ҡа әйләнә һәм, киреһенсә, «аҡтар» «ҡара»ға әүерелә, йәғни тарихыбыҙ өр-яңынан яҙыла башлағас ҡына, ниһайәт, онотоуға дусар ителгән золом ҡорбандарына ил буйынса иғтибар арта төштө. Был йәһәттән Башҡортостанда ла әүҙем эш йәйелдерелә. Иң беренселәрҙән булып милли хәрәкәт етәксеһе, атаҡлы ғалим-тюрколог Әхмәтзәки Вәлидиҙең исеме ҡайтты тыуған еренә, уның артынса башҡа шәхестәребеҙгә лә сират етте.

Автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалған, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе Муса Мортазин да бары тик ошо йылдарҙа үҙ илендә үҙ кеше булараҡ таныла башланы. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереүгә «Ағиҙел» журналының ул саҡтағы баш мөхәррире Булат Рафиҡовтың тәҡдиме менән иң тәүгеләрҙән булып башҡорт әҙиптәре тотона. Муса Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы редакция легендар комбриг тураһында сәсмә әҫәрҙәргә ижади бәйге иғлан итә. Һөҙөмтәлә Яныбай Хамматовтың «Комбриг Мортазин» исемле романы, Рәшит Солтангәрәевтең  «Осто бөркөт» һәм Мәүлит Ямалетдиновтың «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым» тигән повестары конкурста еңеп сыға. Мөхәрририәт ҡарары буйынса һуңғы әҫәр 1991 йылда «Ағиҙел» журналында донъя күрҙе. Артабан «Китап»  нәшриәте, өс әҫәрҙе бергә туплап, «Муса батыр» исеме аҫтында күләмле йыйынтыҡ баҫтырып сығарҙы.

Танылған яҙыусы-публицист Ғәзим Шафиҡовтың трагик яҙмышлы полководец тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр туплап яҙған «Для ратных дел рожденный» очеркы 1991 йылда «И совесть, и жертвы эпохи» китабында баҫылды. Журналист-публицист Рәүеф Насиров, үҙ яҡташының данлы ла, фажиғәле лә тормош юлын һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген өйрәнеп, байтаҡ очерк, мәҡәлә баҫтырҙы, «Муса батыр» тигән китап нәшер итте.

Ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр иһә күренекле дәүләт эшмәкәре һәм легендар комбриг тураһындағы очеркын «Арҙаҡлы башҡорттар» китабына индерҙе. Матуғатта һәм радио-телевидение тапшырыуҙарында артабан да Муса Лотфулла улы тураһында байтаҡ һүҙ булды. Әммә 1990 йылдар башында  көслө тулҡын булып башҡорт әҙәбиәтенә һәм матбуғатына килеп кергән Муса Мортазин темаһы тора-бара һүрелә төштө.

Әммә ошо бушлыҡты 2001 йылда «Арлекин» Мәрхәмәтлек театры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раиса Устинова тултырырға йөрьәт итте. Муса Мортазинға уның ни ҡыҫылышы бар икән, тиерһегеҙ. Сәбәп шунда: ул данлыҡлы театр эшмәкәре, режиссер  Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина менән яҡшы таныш була. Әхирәтенең ауыр яҙмышҡа дусар булған ҡәҙерле  атаһы тураһында әрнеп һөйләгәндәрен тыңлап,  Раиса Устинова атаҡлы комбриг хаҡында фильм эшләргә ҡарар итә. Шәүрә Муса ҡыҙы менән оҙайлы әңгәмәләр, Мәскәү һәм Өфө архивтарында байтаҡ ваҡыт эшләү эҙһеҙ үтмәй – тиҙҙән фильмдың сценарийы әҙер була. Әммә уй-ниәтте бойомға ашырыу өсөн шаҡтай ғына аҡса талап ителә. Фильм авторы предприятиеларға, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итә, ләкин финанс ярҙамы бик наҡыҫ була. Шулай ҙа Раиса Георгиевна башлаған эшенә ҡул һелтәп ҡуймай – фильмдың тәүге күренештәрен төшөрә башлайҙар. Төп герой роленә Муса Мортазиндың үҙе ише баһадир кәүҙәле, бөркөт ҡарашлы, ғәйрәте ташып торған Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Шәмсетдинов йәлеп ителә.

-Беҙ үҙ алдыбыҙға заман ҡорбаны булған бөйөк шәхестең аяныслы яҙмышын, уның ҡаһарманлығын, рухи көсөн күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайныҡ, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты беҙҙең менән  Раиса ханым. – Муса Мортазинды оло хәреф менән Шәхес тип нарыҡлар инем мин. Уның фани донъялағы төп миссияһы халыҡҡа хеҙмәт итеү була, ошо бурысына һуңғы һулышына ҡәҙәр тоғро ҡала. Бөгөнгө заманда күп нәмәне әшнәлек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ хәл итә. Ә быуат самаһы элек нисек булған һуң? Күҙ алдына килтерегеҙ әле: Муса Мортазин – Башҡорт АССР-ның хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары, шул уҡ ваҡытта 1921 йылдағы йотлоҡта атай йортонда уның бер туған ҡустыһы аслыҡтан йән бирә… Ысын большевик бына нисек булған! Картинаны видеофильм рәүешендә төшөрөргә уйланыҡ, сөнки ул заманда кассеталар тиҙ үк таралып бөтә ине. Иң мөһиме – видеофильмды күберәк кеше ҡараясаҡ, тигән уй менән эш иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡтағы республика Хөкүмәте лә беҙгә финанс ярҙамы күрһәтә алманы, өҫтәүенә, талантлы артисыбыҙ Хәмит Шәмсетдинов ҡапыл баҡыйлыҡҡа күсте…

Бына ошо сәбәптәр арҡаһында Муса Мортазин тураһында тәүге фильмды тамамлау насип булмай. Уның ҡарауы,  Раиса Устинова «Шипы и розы комбрига Муртазина» тигән китап нәшер итеп, юғарыла әйтеп үтелгән «бушлыҡ»ты тултырыуға өлөш индерә.  Ошо һәм башҡа әҫәрҙәр нигеҙендә яңы сценарий яҙып, Кино йылында Муса Мортазин тураһында һәйбәт фильм төшөрөү мәсьәләһен юғары даирәлә хәл иткәндә, был аҙым мәшһүр полководецтың иҫтәлеген мәңгеләштереү юҫығында оло эштәрҙең иң мөһиме булыр ине. Проектты өлөшләтә федераль һәм республика  гранты иҫәбенә «Башҡортостан» киностудияһының да атҡарып сығырына шик юҡ. Был йәһәттән «Мятежный комбриг» документаль фильмы буласаҡ картинаға нигеҙ булып хеҙмәт итер ине.

Хәйер, Мәҙәниәт министрлығы Яҙыусылар союзы менән берлектә мәшһүр хәрби етәксе тураһында пьесалар конкурсы иғлан итһә, театрҙарыбыҙ сәхнәләрендә,  Әхмәтзәки Вәлиди, Кәрим Хәкимов кеүек,  Муса Мортазин да пәйҙә булыр ине. Бөйөк шәхестәребеҙгә арнап бынамын тигән пьсалар ижад иткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың изге эшен кемдәр дауам итер?

Бөйөк шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү – борондан килгән йола. Ауыл исемдәрен генә алып ҡарайыҡ: уларҙың күбеһе данлыҡлы ир-уҙамандарҙың йәки ошо ауылға нигеҙ һалған аҡһаҡалдарҙың исемен йөрөтә. Бөгөн иһә тарихта яҡты эҙ ҡалдырған кешеләрҙең исеме башлыса урамдарға бирелә. Заманында бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдәре  Салауат ҡалаһына, Ғафури, Нуриман, Салауат райондарына, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылына, Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылына бирелде. Был матур йоланы ниңә дауам итмәҫкә? Бөгөнгө Учалы районы Мортазин исемен йөрөтһә, насар булыр инеме? Юғиһә, ҡала ла, район да бер үк исемде йөрөтә, бындай аҙаш район-ҡалалар беҙҙә байтаҡ ҡына.

Әйтергә кәрәк, Муса Мортазиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Учалы районы хакимиәте 1991 йылда уҡ Көсөк ауылында бөйөк яҡташтарының музейын асты, уның исемендәге премия булдырҙы һәм даими рәүештә төрлө саралар уҙғарып тора.

Учалы, Баймаҡ ҡалаларында, Иҫке Сибай, Темәс һәм башҡа ауылдарҙа М. Л. Мортазин исеме менән урамдар аталған. Баш ҡалабыҙҙа элекке Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының тәүге етәкселәренең береһе исемен йөрөтөрлөк урам үҙәк тирәһендәрәк табылмағас, 2010 йылда ғына Октябрь районының Нуғай  ауылындағы бер урамға уның исемен бирҙеләр. Әлбиттә, быныһы өсөн дә рәхмәт ҡала Советы депутаттарына.

Ә бына күпме ҡеүәтле предприятиелар урынлашҡан Өфөлә һәм Учалыла әле һаман Муса Мортазинға бюст ҡуя алмау – иҫ киткес хәл. Һаман да нимәнәндер ҡурҡабыҙ, шөрләйбеҙ кеүек. Ә бит был мәсьәләләр, публицист Ризван Хажиев бер мәҡәләһендә яҙыуынса, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында уҡ күтәрелгән булған (70-се йылдарҙағы ынтылыш хаҡында әйтеп үттек инде). Ярты быуат буйы баш ҡалабыҙҙа тәүге полководецыбыҙға, шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Мөхәмәтша Буранғолов, Миңлеғәли Шайморатов, Жәлил Кейекбаев кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙгә һәйкәл ҡуя алмауыбыҙ өсөн оят беҙгә. Ә бит был үтә ҡатмарлы мәсьәлә лә түгел: ана, Ҡырмыҫҡалы районы, үҙ биләмәһендә эре предприятиелар булмауға ҡарамаҫтан, былтыр тотто ла дүрт һәйкәл ҡуйҙы! Кемдәргәме? Рәхим итеп танышығыҙ: атҡа атланған генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа –  уның фамилияһын йөрөткән тыуған ауылында, яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловҡа – Иҫке Бәпестә, Емельян Пугачевтың көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаевҡа – Боҙаяҙҙа һәм Афған, чечен һуғышы яуирҙәренә – район үҙәгендә.  Бына тигән өлгө күрһәтте район хакимиәте бар Башҡортостанға. Афарин, Фәнзил Фәйез улы!

Бөгөн, әлбиттә, ҡаҙна ярҙамына өмөтләнеп ятыр мәл түгел. Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев әйтмешләй, «аҡса юҡ ул». Бәлки, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты «Арҙаҡлы шәхестәргә – һәйкәл!» акцияһын иғлан итеп, предприятиеларҙан, эшҡыуарҙарҙан һәм ябай халыҡтан махсус иҫәпкә аҡса йыйыуҙы ойошторор? Бының өсөн Ҡоролтай сайтында айырым бүлек булдырып, унда иғәнә индергән ойошмалар, преприятиелар һәм кешеләрҙең исемлеген, уларҙың аҡсалата өлөшөн теркәп барғанда, был мәрхәмәтлек хәрәкәте республика буйынса ғына түгел, бөтөн Рәсәй, хатта донъя буйынса киң таралыр ине. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәр ҡитғала, һәр илдә тиерлек бүлексәләре етерлек – рухлы милләттәштәребеҙ бер-ике мең аҡса күсергән хәлдә лә, тотош һәйкәлдәр комплексын төҙөргә мул ғына бол туплап булыр ине.

Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр. Заманында ата-бабаларыбыҙ бөтөн ил менән Карауанһарайҙы ла шулай төҙөгән. Беҙ бит ошо ҡаһарман һәм булдыҡлы олатайҙарыбыҙҙың – вариҫтары. Беҙҙән дә килер быуындарға иҫтәлек булып күркәм мәҙәни-архитектура ҡомартҡылары тороп ҡалһын ине. Иң мөһиме – Муса Мортазин кеүек бөйөк шәхестәребеҙҙең рухы шатланыр. Тәүәккәлләйекме, туғандар?!

Нияз СӘЛИМОВ.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *