Башҡорттар, АЛҒА!

ВИКИБер аҙым алға баҫабыҙ ҙа… Башҡорт Википедияһының бөгөнгө торошон шулай тип ҡылыҡһырларға мөмкин булыр ине, сөнки Викимедиа РУ вәкилдәре, йәғни “өлкән ағай”ҙар билдәләүенсә, бөгөн башҡорт ирекмәндәре үҫеш осорон кисерә, һәм был динамика бер йыл дауамында тотороҡло килеп, әле лә дауам итә. Ул ғына ла түгел, Рәсәйҙең башҡа телдәрендә эшләп килгән йәки эшләргә тырышҡан бүлектәренә лә теоретик һәм ғәмәли ярҙам күрһәтә. Сентябрь аҙағында Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында уҙған вики-семинар ҙа – быға асыҡ миҫал.
Байлыҡ саңға күмелеп ятҡанда…
Әйткәндәй, уны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә БашВики хакимы Рөстәм Нурыевтың да өлөшө ҙур – ул йыл буйына удмурттарға кәңәштәре менән ярҙам итеп, тәжрибә уртаҡлашып торҙо. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, семинарға һис икеләнмәй һәйбәт баһа бирергә мөмкин, сөнки унда, башҡа тел бүлектәренең проблемалары менән бер рәттән, Башҡорт Википедияһында ҡулланырлыҡ, өлгө алырлыҡ мәлдәр ҙә булды. Мәҫәлән, ижади әҫәргә йәки мәҡәләләргә нисек итеп ирекле лицензия алып, уны йәмғиәттә ҡулланыуҙы ирекле итергә?
Мәғлүм булыуынса, бөгөн төрлө китапханаларҙа, архивтарҙа, музейҙарҙа әллә күпме байлыҡ саңға күмелеп ята. Ә уны ирекле ҡулланыуға сығарғанда, теләгән кеше тиҙ генә үҙенә кәрәкле мәғлүмәт та­быр ине. Йә иһә бөгөн Башҡорт Википедияһының Викитека бүлегендә ике мең самаһы китаптың электрон варианты бар, әммә уларҙың авторҙарынан рәсми яҙма рөхсәт булмай тороп, ирекле ҡулланыуға сығарыу мөмкин түгел. Әгәр улар ирекле ҡулланыуға сыҡһа, донъяның 294 телендәге википедияларҙың береһендә, бәлки, уларҙы үҙ теленә тәржемә итергә теләк белдереүсе лә табылыр ине… Шулай уҡ бөгөн Рәсәй халыҡтары телдәрендә генә түгел, ғөмүмән, барлыҡ википедияларҙа ла мөхәррирҙәр етешмәй – был мәҡәлә яҙыуға, тәржемә итеүгә генә ҡағылмай, ә уларҙы тикшереү, хаталарҙы төҙәтеү ҙә талап ителә. Әгәр автоматик рәүештә стилистик, орфографик хата­ларҙы төҙәтеү программаһы йәки ҡушымтаһын эшләүсе табылһа, был да эште бер аҙ еңеләйтер ине, моғайын. Әлбиттә, былар ҡасан да булһа тормошҡа ашыр, сөнки бынан 10 – 15 йыл элек кеҫә телефондары тураһында хыяллана ғына инек түгелме?..

Cherchez la femme
(Шерше ля фам)

Удмуртстан тигәндә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, иң элек башҡа ингән уй нимә булды тиһегеҙ? Әлбиттә, Евровидениела сығыш яһап, бөтөн донъяны шаулатҡан “Бураново өләсәйҙәре”! Һәм ҡапыл мейене уй телеп үтә: ә беҙҙең БашВики өләсәйҙәре уларҙан ни ере менән кәм? Шулай итеп, үҙе­нән-үҙе яңы Вики-проект тыуҙы – Башҡорт Википедияһының өләсәйҙәре! БашВикиҙа стажы ҙур булған Гүзәл Ситдиҡова һәр сығышында тиерлек, мин – башҡорт Википедияһының өләсәйе, тип ғорурлыҡ менән әйтә икән, ни өсөн был идеяны бренд кимәленә күтәрмәҫкә? Эйе, әлегә был идея, википедистар телендә әйткәндә, инкубаторҙа ғына ята, йәғни себеш булып морон төрт­мәгән, әммә тиҙ арала ул торошҡа ашыр тип ышанғы килә. Бары тик ирекле энциклопедия менән хеҙмәттәшлек иткән апай­ҙарыбыҙ ғына һау-сәләмәт булһын да үҙҙәре артынан башҡорт телен яҡшы белгән, телде, мәҙә­ниәтте, тарихты виртуаль киң­лектә киләсәк быуындарға тапшырыу ғына түгел, ә ошо байлыҡты донъя телдәренә таратыу менән шөғөлләнергә теләүсе әүҙем әхирәттәрен эйәртһә, булмаҫ тимә. Француздар әйтмешләй, шерше ля фам!
Энергия сығанағы – Лудорвай
“Беренсе тапҡыр Лудорвайҙа булдым!” – конференцияла ҡатнашыусы Сергей Бехтеревтың һоҡланып та, ғорурланып та әйткән һүҙҙәренән һуң, ә бит Башҡортостанда ла күпме кеше Шүлгәнташты, Мораҙым тарлауығын, башҡа тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында ишетеп кенә белә, тигән уй йүгереп үтте баштан. Лудорвай архитектура-этнография комплексы – удмурттарҙың этноауылы, тиергә лә мөмкин. Ошо атамалы ауыл эргәһендә урынлашһа ла, ул үҙе айырым бер территорияны биләй, унда көньяҡ, урта, төньяҡ удмурттарҙың усадьбалары урынлашҡан. Ғөмүмән, бындағы йорттар һәм ҡоролмалар – барыһы ла тарихи экспонат, һәм улар һәр ауылдан тиерлек йыйылған, йорт-ҡаралты иһә күсереп килтереп ултыртылған. Удмурттар – бөгөнгәсә мәжүсилек традицияларын һаҡлап алып ҡалған халыҡ. Беҙҙең гид ролен үтәүсе Катерина әйтеүенсә, быуындан быуынға тапшырылып килгән тыйыуҙар бөгөнгәсә йәшәй. Әйтәйек, электән изге тип аталған һәм унда бары тик ир-ат ҡына инергә тейеш булған серле, энергия үҙәге булған яландарҙы ҡатын-ҡыҙ бөгөн дә урап үтә. Хатта ошо ялан эсенән үткән һуҡмаҡ аша юл турараҡ булһа ла, улар урау юлды хәйерлерәк күрә. Шулай уҡ кейемдәренә лә бик һаҡсыл удмурттар. Катеринаның өҫтөндәге кейеме уның әсәһенең өләсәһенән ҡалған. Экспонат та, көндәлек кейем дә. Тарих үҙе күҙ алдында терелгәндәй хатта.

Лудорвай конференцияла алған белемде нығытып ҡуйыуҙың бер сағылышы ла булды. Авторҙар, журналистар, рәссамдар һәм ижад менән шөғөлләнеүсе күптәр авторлыҡ хоҡуғы тураһында әллә ни уйлап бирмәһә лә, википедистар был йәһәттән күпкә алда бара. Һәр конференцияла тиерлек ошо хаҡта сығыштар була, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы ҡарала. Ә бит авторлыҡ хоҡуғы элек-электән булған. Мәҫәлән, удмурт ҡыҙҙары ла башҡорттар кеүек балаҫ һуҡҡан. Һәм берәй әхирәтендә ниндәйҙер матур биҙәк күреп ҡайтып, уны үҙе лә ҡабатлай икән, авторлыҡ хоҡуғын боҙмаҫ өсөн балаҫтың уртаһына суҡ ҡуйған. Ҡараған кеше иһә рәсем икенсе кешенән алынған икәнен һүҙһеҙ ҙә аңлаған: creativecommons.
Һүҙемде, республиканың тәбиғәт ҡомартҡыларын бер тапҡыр ҙа күрмәүселәр бар, тип башлағайным. Бер ҙә юҡҡа түгел, сөнки Википедияла, төрлө конкурс-марафондар менән бер рәттән, иҫтәлекле урындарға экспедициялар ойоштороу программаһы ла бар, улар башта урындағы ирекмәндәр тарафынан үтелә, артабан инде халыҡ-ара кимәлгә сығарыу ҙа ихтимал. Был үҙенә күрә эске туризмды пропагандалауҙың иң еңел ысулы: экспедицияға килеүселәр ни тиклем күберәк урындар менән таныша, улар мотлаҡ ҡайтҡас ошо хаҡта мәҡәлә яҙып, фотоларын һала. Һәм был мәғлүмәт, әйтеп үтеүемсә, ирекле лицензия буйынса, барлыҡ тел бүлектәренә тарала, йәғни уны һәр кем үҙ теленә тәржемә итә.
Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?..
Быға тиклем тел белгестәренең, полиглоттарҙың ғилми-ғәмәли сараларҙа ғына сығыш яһауын күрергә тура килһә, бөгөн улар Википедия менән дә уңышлы хеҙмәттәшлек алып бара. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел – Башҡорт Википедияһын үҫтереүҙә һәм йәшәтеүҙә Вячеслав Черневтың өлөшө ҙур булды, тип әйтеү, рустар әйтмешләй, бер нәмә лә әйтмәүгә бәрәбәр – ул бөгөн дә Башҡортостанға хеҙмәт итә: Польша дәүләт университетында белем алып һәм студенттарға башҡорт телен өйрәтеп кенә ҡалмай, ә поляк Википедияһында башҡорт контентын булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Шулай уҡ БашВикиҙың ун йыллығы айҡанлы ойошторолған Вики-һабантуйға килгән Әмир Аһарониҙы күптәр хәтерләйҙер. Уның ярҙамы менән бөгөн Башҡорт Википедияһында автомат-тәржемәсе программаһы эшләй. Әлбиттә, ул әле камиллыҡтан бик йыраҡ, ләкин һәр тәржемә һайын уның “теле” байый бара.
Ижевскиҙа иһә австриялы Христиан Пишлегер удмурт телен социаль селтәрҙәр аша таратыу, үҫтереү тураһындағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Бөгөн бер нисә тел белгән ғалим башҡорт телен өйрәнеү теләге булыуын да белдерҙе. Ул ғына ла түгел, һүҙ араһында: “Ә миндә башҡорт ҡумыҙы бар”, – тип әйтеп ысҡындырҙы. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, шунда уҡ уны эләктереп алып, уйнап күрһәтеүен дә һораныҡ. Христиан аптырап торманы, түш кеҫәһенән ҡәҙерләп төрөлгән (!) ҡумыҙ сығарып, уйнап та ебәрҙе!..
…Шул урында бер генә һорау бирге килә: “Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?”

Төбәк компоненты…

Мари Википедияһы вәкиле Вадим Протасов үҙенең сығышында, “беҙ тематик мәҡәләләрҙе түгел, ә мәҙәниәт, әҙәбиәт буйынса яҙылған мәҡәләләрҙе тәржемә итергә һәм яҙырға ҡарар иттек”, тигәйне. Уйланып йөрөп-йөрөп, уға мейене быраулап торған һорауымды бирергә булдым: “Әгәр мәктәптәрҙә балаларға үҙ телегеҙҙә белем бирергә теләйһегеҙ икән, математика, информатика, биология, химия, физика һ.б. фәндәр буйынса темаларҙы бер нисек тә урап үтә алмайһығыҙ бит, сөнки китаптар рус телендә булған осраҡта ла, телде белгән уҡытыусы балаларға терминдарҙы һәм теманы ике телдә лә аңлата, ә балалар Википедия аша темаларҙы үҙҙәре туған телендә уҡый ала түгелме?” “Һеҙгә еңелерәк, мәктәптәрҙә балалар туған телендә уҡыу бәхетенә эйә, уҡытыусыларығыҙ ҙа бар. Ә беҙҙә ундай мөмкинлек юҡ. Ул ғына ла түгел, хатта туған телгә тәржемә итерлек кешеләр ҙә юҡ кимәлендә”, – ти Вадим.
Ошо һөйләшеү быйыл яҙ Янғантауҙа үткән семинарҙа Татар Википедияһы вәкиле Фәрхәд Фәтҡуллиндың бер фекерен ҡабат иҫкә төшөрҙө: “Википедистың балалары ла википедист, – тигәйне ул. – Википедиялағы йәнһүрәттәр тураһындағы мәҡәләләрҙе юйылыуҙан һаҡлап алып ҡалдыҡ, һәм уларҙы балаларым татарсаға тәржемә итә”.
Ғөмүмән, Фәрхәд – инглиз телен рус теленә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белеп, татар телен үҙ­аллы күптән түгел генә өйрәнгән һәм аҙнаһына бер көн ғаиләһендә татар телендә генә аралашыуҙы индергән атай. Балалары (әйткәндәй, улар ҙа инглиз һәм рус телдәрен белә) татарса һүҙ ҡушмаһа, атайҙары “ишетмәй” ҙә ҡуя икән. Йәғни тәрбиә өлкәһендәге төбәк компонентын әлегә берәү ҙә алып ташламаған. Мәғариф системаһында ла төбәк компоненты бар, һәм уны һәр уҡытыусы үҙенең фәнендә ҡуллана ала. Бында велосипед уйлап табаһы түгел – бары тик Башҡорт Википедияһын ҡулланырға, уға ярҙам итеп, үҙеңә ярҙам ала белергә генә кәрәк.

Беҙҙең ҡорал – мәғлүмәт!
Удмуртия нимә менән дан тота тигән һорауға, һәр кем, Калашников автоматтары менән, тип яуаплар, моғайын. Был ысынлап та шулай. Ижевск иһә шуның өсөн дә “Ҡорал баш ҡалаһы” тип йөрөтөлә. Ваҡытында, ысынлап та, Михаил Калашниковтың автоматтары Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индерә, бөгөн дә улар оборона сәнәғәтендә мөһим урын алып тора. Ижевск ҡалаһында ысын мәғәнәһендә ҡорал арсеналы булған музей бар. Ләкин һәр ҡорал да кеше ғүмерен ҡыймай: википедистарҙың ҡоралы – ирекле энциклопедик мәғлүмәт. Заманалар үҙгәрә – юҡҡа ғына, мәғлүмәткә эйә кеше донъяға идара итә, тимәйҙәр. Бөгөн, нисек кенә баҫма матбуғатҡа йәбешеп ятырға тырышһаҡ та – Интернет заманы, ирекле мәғлүмәт заманы. Википедия иһә ошо мәғлүмәт таратыуҙың бер алымы – яңы ғына ҡуйылған хәбәр бер нисә секунд эсендә Ер шарын урап сығыуы ихтимал. Ул ғына ла түгел, Интернет версияһына авторлыҡ хоҡуғын һаҡлап индерелгән яңылыҡтар, әҫәрҙәр менән теләгән кеше, әгәр телде белә икән, ирекле таныша ала. Һөҙөмтәлә Википедия – шул уҡ виртуаль музейҙар, виртуаль китапханалар, виртуаль һүҙлектәр, виртуаль ғилми эштәр һ.б. күп файҙалы мәғлүмәт менән тулыланасаҡ. Был йәһәттән донъяла тәүге аҙымдар яһала ла инде.
Бөгөн кешелектең иң юғары ҡаҙанышы, моғайын да, рухи ҡиммәттәр менән генә түгел, хатта матди байлыҡ менән дә бүлешкәндән уның артыуын аңлауҙыр. Шуның өсөн Ер шарында 294 телдә Википедия үҫешә һәм унда миллионлаған мәҡәлә яҙылып, өҫтәлеп, төҙәтелеп, бөгөн уны 50 миллион кеше ҡуллана икән – был да күп нәмә хаҡында һөйләй. Эйе, беҙ яңылыҡты ауырлыҡ менән ҡабул итәбеҙ, сөнки быға тиклем булған торош беҙҙе ҡәнәғәтләндерә, үҙебеҙҙе уңайлы тоябыҙ, бөтөн нәмә яйға һалынған, һәм күп ғәмәлдәр автоматик рәүештә башҡарыла… Ә Википедияға ылыҡтыңмы – быға тиклем ҡорған “уңайлы донъяң” баштүбән түңкәрелә: яңы белем, яңы асыштар, яңы таныштар, яңы юлдар һәм тағы ла яңы белем. Һәм Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренең девизына әүерелгән һүҙҙәр менән әйткәндә: ошо сикһеҙ белем артынан – АЛҒА!
З. Әйле, “Ҡоролтай тауышы” гәзитенән

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *