Башҡорт энциклопедияһының 4-се томы донъя күрҙе

новинкаОшо көндәрҙә республикабыҙҙың мәҙәни-ижтимағи тормошонда күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды: башҡорт телендә Башҡорт энциклопедияһының 4-се томы баҫылып сыҡты.

Баҫмаға “М”, “Н”, “О”, “Ө” хәрефтәренә башланған 2100-ҙән ашыу мәҡәлә ингән, шуларҙың 748-е биографик характерҙағы. Был ҙур күләмле, киң диапазонлы хеҙмәттә республикабыҙҙың мәҙәни -ижтимағи, сәйәси тормошондағы ваҡиғалар, фән, мәҙәниәт, мәғрифәт, спорт, ауыл хужалығы, халҡы, тарихы һәм башҡалары тураһында бай мәғлүмәт бирелә. Рус варианты менән сағыштырып ҡарағанда, был томдағы мәҡәләләргә өҫтәмә мәғлүмәттәр индерелгән, баҫмала Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошонда, иҡтисад һәм мәҙәниәтендә булған үҙгәрештәр сағылыш тапҡан.

Дүртенсе томдағы мәҡәләләр Башҡортостандың тарихын, географик-территориаль сиктәрен, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын, ҡала һәм ауылдар тарихын, республика халыҡтарының иҡтисад, фәннни- техник, фән-мәғариф өлкәһендә өлгәшкән төп ҡаҙаныштарын яҡтырта. Баҫмала урын алған мәҡәләләрҙең күпселеге республика тарихында сағыу эҙ ҡалдырған күренекле шәхестәргә арналған.

Китапта республикабыҙҙың күп кенә ауылдары тураһында әлегә матбуғат биттәрендә баҫылмаған мәғлүмәт бирелде (2010 йылға ҡарата), уларҙың башҡортса атамалары ентекле тикшерелде. Республиканың физик-географик , административ-территориаль бүленеше һәм территориаль карталары тәүге тапҡыр башҡорт телендә тәҡдим ителде. Энциклопедия урыҫ телендә нәшер ителгән 7 томлыҡ баҫмаға нигеҙләнеп эшләнде. Әммә ул тура тәржемә түгел, баҫмала урын алған мәҡәләләр өҫтәмә мәғлүмәттәр менән тулыландырылды, сит өлкәләрҙәге башҡорттар күпләп йәшәгән райондар, ауылдар индерелде, сайтҡа электрон вариант ҡуйылғандан һуң, нәшриәткә килгән бик күп тәҡдимдәр һәм кәңәштәр иҫәпкә алынды, был үҙ сиратында баҫманы тағы байытып ебәрҙе. Баҫма журнал һәм гәзит редакциялары, уҡыу йорттары өсөн өҫтәл китабы, фәнни белешмә булырлыҡ итеп эшләнгән.

Был универсаль энциклопедияны башҡа төрки телдәрҙе белгән кешегә лә оригиналды уҡып, фәһемле, эстәлекле мәғлүмәт алырға мөмкин. Ғөмүмән, “Башҡорт энциклопедияһы” башҡорт телендә донъя күргән ғәжәп бай мәғлүмәтле, универсаль, киләсәк быуындарға ҙур миҫал булып ҡалырлыҡ баҫма ул. Шулай уҡ, ҡалған томдарҙың электрон варианттары нәшриәттең сайтына ҡуйылды, улар менән http:/башкирская энциклопедия. рф сайтында танышырға мөмкин.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *