Өфөнөң 122-се башҡорт гимназияһы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне

2016 йылдың 25 ноябрендә Өфө ҡалаһының Калинин районының 122-се башҡорт гимназияһы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Гимназияның фойеһында мәктәптең йәшәйешен, уҡыусыларҙың шөғөлөн сағылдырған сағыу ижади эштәр  күргәҙмәһе һәм фотостендтар ойошторолдо. Сараға ошо мәктәптә ҡасандыр белем алып сыҡҡан уҡыусылар, ошо мәктәптә эшләп хаҡлы ялға киткән уҡытыусылар, мәктәптең беренсе директоры Ғ.З.Теүәлев та саҡырылғайны. Ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы Калинин районы […]
Continue reading…

 

Ил инәһе барҙа…

Беҙҙең Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы, шөкөр, йылдан-йыл ҙурая, йәш ғаиләләр һаны арта. “Ауылы берҙең ҡәүеме бер” тиҙәр, ауылыбыҙҙа ана шул берҙәмлекте булдырыусы аҡыллы, намыҫлы, тоғро, хеҙмәт яратҡан кешеләр йәшәй. Беҙҙең яҡтарҙа һәр ауыл борон-борондан килгән, яҙылмаған бер тәртипкә буйһоноп йәшәй. Ошо тәртип 90-сы йылдарҙа бер аҙ йомшарып киткәйне. Халыҡтың үҙгәртеп ҡороуҙар шауҡымында, эшһеҙлектән, аҡсаһыҙлыҡтан күңеле […]
Continue reading…

 

Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе үҙең бәләкәй генә булһа ла бер шәм тоҡандыр!

“Ауылдар бөтә, йәштәр ауыл ерендә ҡалмай, тип төшөнкөлөккә бирелгән кешеләрҙең фекере менән килешмәйем. Ауылдарҙың киләсәге ауыл халҡының үҙенә бәйле, һәр эштең башында ошонда йәшәгән халыҡ үҙе торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Тәрбиә мәсьәләһен генә алайыҡ. Оло быуын кешеләре белә, элек балаларҙы һәм йәштәрҙе бөтә ауыл менән тәрбиәләй торғайнылар. Урамдың ыңғай тәрбиәһе ине ул. Беҙ был тәрбиәне […]
Continue reading…

 

Туған телдә уҡытыуҙы бер кем дә тыймай ҙаһа!

Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ҙур залында “Төп дөйөм белемде туған башҡорт телендә биреү проблемаһы”на арналған түңәрәк ҡор үткәрелде. Башҡарма комитет аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова әҙерләгән докладта был ҡорҙа барасаҡ һөйләшеү темаһына ишара яһалды: мәктәптәрҙә туған башҡорт телендә уҡытыу буйынса хәүефле хәлдәр бар һәм улар көндән-көн […]
Continue reading…

 

Күҙ төбәп торған ерҙәре – Башҡортостан

“Бөтә Ер шарында уларҙың күҙ төбәп торған бүтән ере юҡ, иле юҡ… Бына ошо беҙ генә, Башҡортостан ғына…” – тип һүҙен тамамланы Алһыу Рамаҙан ҡыҙы Сирғәлина. Күҙемә йәш алып тыңланым әңгәмәне, уны һеҙгә лә тәҡдим итәм. Күптән түгел генә Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡортостан Республикаһы көнөн уҙғарғайны. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре […]
Continue reading…

 

Ҡараштар – төрлө, маҡсаттар – уртаҡ

Бик йәнле һөйләшеү барҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостандан һәм Рәсәй Федерацияһынан ситтә йәшәгән башҡорттар менән эш буйынса комиссия ултырышында. Кемдәрҙер иң тәүҙә республиканан ҡырҙа йәшәгән милләттәштәргә ярҙам кәрәк тиһә, икенселәр, киреһенсә, әгәр беҙ төп мәмләкәтебеҙҙә үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яулай, үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе таныта алмайбыҙ икән, ситтә беҙҙе берәү ҙә бар тип белмәҫ, тигән ҡарашын да әйтте. […]
Continue reading…

 

Башҡорт халҡы аҫыл улын юғалтты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты академик, филология фәндәре докторы, профессор, киң билдәле фольклорсы,  иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе, 2002-2005 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән Әхмәт Мөхәммәтвәли улы Сөләймәновтың ҡапыл вафат булыуы сәбәпле ғаиләһенең, туғандарының, яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Арҙаҡлы ғалим 18 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығын нәшер итеүҙә […]
Continue reading…

 

Барҙалағы Салауат вариҫтары шәжәрәһен барланы

Пермь крайы Барҙа районының Тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле кисә үтте – Юлаевтар шәжәрәһен барланы. Был заттың һәр вәкиле Барҙа районы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, һәр ҡайһыһы талантлы, эшлекле, күркәм эштәр башҡара һәм халыҡ ихтирамын яулай. Кисәне район башҡорттары ҡоролтайы нәҡ ошо фекерҙән сығып, хөрмәтле кешеләрҙе иҫкә алыу сараһы булараҡ ойошторҙо. – Ғәбделмәннәф, Әлһәм, Байназар, […]
Continue reading…

 

Баймаҡтар ҡор йыйҙы

10 ноябрҙә Баймаҡта район башҡорттарының ҙур йыйыны үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, Сибай ҡалаһы башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе, Урал аръяғы төбәк-ара ҡоролтай советы рәйесе урынбаҫары Ирек Бикмәтов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов ҡатнашты. Йыйынға урындарҙан һайланған делегаттар һәм ҡоролтай рәйестәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, […]
Continue reading…

 

“Ошо ерҙә Юлай кереш тартҡан, Салауаттар үҫкән уҡ юнып…”

Күсәрбай Аҡсулпанов кубогына традицион уҡ атыу турнирының күркәм һәм ойошҡан кимәлдә үтеренә ышанғайным. Яңылышмағанмын, сәм, милли рух мөхитенә солғанып, бәйгегә килгән һәр кем оло шатлыҡ кисерҙе был көндө. Күңел талабы, рух ҡушыуы буйынса Башҡортостаныбыҙҙың Учалы, Бөрйән, Ғафури, Баймаҡ райондарынан, Сибай, Учалы, Өфө ҡалаларынан, күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгән мәргәндәргә, оло эш башҡарыусы уҙамандар – ойоштороусыларға […]
Continue reading…