Бергәләп эшләү отошло

IMG_9898Ижади коллективтарҙы даими борсоуға һалған гастролдәр эшмәкәрлеген көйләү мәсьәләһе яҡын арала хәл ителергә тейеш. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында эшләп килгән Башҡорт халҡының рухи мираҫын һәм мәҙәниәтен һаҡлау комиссияһы ултырышында республика Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Әлфиә Ҡолһарина белдерҙе.
Гастролдәргә бәйле һорау Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов етәкселегендәге Ҡоролтай комиссияһының майҙағы ултырышында ҡаралғайны. Бөгөн, Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре әйтеүенсә, ведомствола гастролдәр эшмәкәрлегенә контроль идаралығы ойошторола.

IMG_9878– Әммә был механизм ҡаршылыҡһыҙ эшләп китһен тиһәк, коллективтарҙың да ҡатнашыуы кәрәк. Иң мөһиме – гастроль графиктарын ваҡытында, бәлки, бер йылға алдан тапшырыу мотлаҡ, – тип билдәләне Әлфиә Ҡолһарина.
Ултырышта ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, был осраҡта барыһы ла отасаҡ. Мәҫәлән, гастролдәр планын раҫлағанда, министрлыҡ Башҡортостан коллективтарына өҫтөнлөк би­рергә вәғәҙә итә, ә урында артистарҙы тулы залдар ҡаршы аласаҡ.
Әлегә республикала күберәк ситтән килгән коллективтар йөрөүе күҙәтелә. Быны баҙар иҡтисады менән аңлатырға мөмкин: күрше төбәктәрҙә гастролдәрҙе ойоштороу менән шәхси эшҡыуарҙар, продюсерҙар шөғөлләнә, өҫтәүенә улар залды ҡуртымға алған өсөн концерт башланмаҫ элек ҡулаҡса менән иҫәпләшә. Ә тамашалары, концерттары аша халҡыбыҙҙа туған телгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләгән башҡорт коллективтарының ошолай алдан түләргә мөмкинлеге юҡ. Әгәр гастролдәр планы бер йылға алдан төҙөлөп раҫланһа, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙекеләргә өҫтөнлөк бирелһә, был өлкәлә тәртип булыр ине, тигән фекерҙә ижадсылар.
Ултырышта ҡаралған икенсе мәсьәлә – башҡорт милли кейемдәрен теккәндә традицияларҙы һаҡлау, сувенирҙар, биҙәү-ҡулланма әйберҙәрен тарихи дөрөҫлөккә тап килтереү. Комиссия рәйесе Олег Ханов әйтеүенсә, был тема ғәйәт киң һәм дөрөҫ ҡарарға килер өсөн башҡорт мәҙәниәтен өйрәнгән арҙаҡлы ғалимдар, милли кәсеп белгестәрен йәлеп итеп, айырым “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу урынлы буласаҡ.
12Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин фекеренсә, милли биҙәктәр буйынса әҙәбиәт етерлек.
– Эксперттар советы ойоштороуҙан тыш, был өлкәгә бәйле даими ҡулланырлыҡ әсбап сығарһаҡ, файҙаһы күберәк булыр ине, тип уйлайым. Ҡыҙыҡһынған кешеләргә таратҡанда, был китап кәсепселәрҙең иң ҙур ярҙамсыһы буласаҡ.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев әсбап материалдарын ведомство сайтына ҡуйғанда уҡыусылар рәтен күпкә арттырырға мөмкин булыуын билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡорт халҡының рухи мираҫын һәм мәҙәниәтен һаҡлау комиссияһы ултырышында шулай уҡ баш ҡалала төрлө райондарҙың яҡташтар осрашыуын ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелде. Комиссия рәйесе Олег Ханов әйтеүенсә, тәүге байрамды Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткәрергә мөмкин. Осрашыуҙар марафонын быйыл ноябрҙә башларға ҡарар ителде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *