Уны селтәр ҙә, һаҡал да, алмиҙеү ҙә, хәситә лә тиҙәр…

селтэрБыйылғы йыл башында Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы “Сәсәндәр үҙәге”, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Сибай “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы менән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Селтәр” (һаҡал, алмиҙеү, хәситә, түшелдерек) традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе иғлан ителгәйне.

Ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, ноябрҙең 20-нә тиклем бәйгелә ҡатнашыусылар ғаризаларын һәм фото-, видеоматериалдарын “Селтәр” тигән билдә менән ошо адрес буйынса ебәрергә тейеш: 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге; 8-347)289-62-00 (тел.- факс), 289-65-50, e-mail: gukrcnt@mail.ru. Яуаплы: Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина.
Фото һәм видеоматериалдарҙы шулай уҡ бәйгенең мәғлүмәти бағыусыһы -“Бәйләнештә” социаль селтәренең “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” һәм “Селтәр”, “Ағинәй” төркөмдәренә һалырға мөмкин. Ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт: селтәрҙәр автор эше булырға тейеш. Һуңғы ике йылда эшләнгән эштәр ҡабул ителә.
Бәйгенең икенсе этабы Өфө ҡалаһында 26 ноябрҙә (урыны аныҡлана) “Башҡорт милли кейеме көнө” байрамы (кисәгә милли кейемдә килеү мотлаҡ) булараҡ үтә һәм ул түбәндәге сараларҙан тора: селтәрҙәр күргәҙмәһе (мәҙәниәт йорто фойеһында); башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме ҡашмау буйынса оҫталыҡ дәресе; ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар менән конкурс һөҙөмтәләре буйынса түңәрәк ҡор; сәхнәнән селтәрҙәрҙе демонстрациялау; бәйгелә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү. Номинациялар:
1. “Ырыу-төбәктең селтәр өлгөһө” (аныҡ тарихи осорҙағы селтәрҙең реставрацияланған варианты).
2. Традицион селтәр.
3. “Үҫмер ҡыҙ бала өсөн селтәр”.
4. “Йәш-елкенсәк өсөн селтәр”.
5. “Заманса стилләштерелгән селтәр”.
Бәйгенең мәғлүмәти бағыусылары:
Башҡортостан юлдаш телевидение каналы.
Башҡортостан юлдаш радиоһы.
-“Киске Өфө” гәзите редакцияһы;
-“Шоңҡар” йәштәр журналы;
– “Аманат” балалар журналы.

ОЙОШТОРОУ КОМИТЕТЫ.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *