Халыҡ шағирының кейәү ҡурайына бейегәне

kadim-aralbayБеҙ халыҡ шағирҙарыбыҙҙың ысын мәғәнәлә халыҡтыҡы, улар менән күҙгә-күҙ аралашыу мөмкинлеге булғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ. Әле генә Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев үҙенең 75 йәшлек юбилейын уҙғарҙы. Кисә Актерҙар йорто сәхнәһендә үтте. Шағирҙы ҡотлар өсөн Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Һамар өлкәһенән, Татарстандан яҡындары, ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары йыйылды.
Ҡәҙим Аралбай тыуғанынан алып ергә, халыҡҡа яҡын, сөнки ул баҫыуҙа тыуған һәм кендеген ураҡ менән киҫкәндәр. “Шағирҙың кендек ҡаны баҫыуға тамған. Улы тыуыу ҡыуанысынан әсәһенә бойҙай көлтәһе бүләк иткәндәр, ә Ҡәҙим Әбделғәлим улы беҙҙең өйҙәребеҙгә, халҡыбыҙға шиғри көлтәләре менән килеп инде”, – тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, ҡәләмдәшенең ижадын юғары баһалап. Ижадсыны олуғ юбилейы менән тәбрикләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Шағирҙың яҡташтары, “Шоңҡар” журналы иғлан иткән видеоконкурста еңеүселәр, үҙенсәлекле сығыштары менән сәхнә түрен биҙәне. Әҙибәләр Ф. Аҡбулатова, З. Ханнанова, Г. Ҡотоева, Л. Абдуллина, кемуҙарҙан шиғри телмәр тотоп, быуындар бәйләнешен күрһәтте, сәхнәне яҡтылыҡҡа сорнаны.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатовтың “Ҡәҙим Аралбайҙың ғаиләһе – үҙе бер филармония” тигән мәрәкәһен иҫкә төшөрөү ҙә ысынбарлыҡҡа тап килде. Шағирҙың ҡыҙҙары Айгөл менән Ләйлә, ейәнсәрҙәре, килене байрам хужаһының шиғырҙарын яттан һөйләне. Саф башҡортса телмәр яңғырап торҙо улар ауыҙынан.
Мәрәкәләргә лә бай булды тамаша. Мәҫәлән, ҡыҙҙары: “Беҙ атайыбыҙҙы 1 сентябрҙән алып ҡотлайбыҙ инде”, – тигән шаяртыу ҡатыш ысынбарлыҡҡа тап килгән һүҙҙәре, татар шағиры Роберт Миңнуллиндың Ҡәҙим ағайҙың 75 фотоһынан торған флеш-карта, француз яҙыусыһының “ике томлығын” бүләк итеүе яһалма етдилекте инҡар итеп, дуҫтарса байрамға юл асты.
Әҙиптең яҡындары ғына йыйылғанға күрәлер, сәхнә менән зал бер бөтөндө тәшкил итте. Кисә аҙағында кейәүе, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатовтың ҡурайҙа башҡарған бейеү көйҙәре яңғыраған ваҡытта Ҡәҙим Аралбайға ҡушылып, ейәне Ильяс Ҡарабулатов та сәхнәне дер һелкетте, тамашасылар иһә аяғүрә тороп, үҙ урындарында тыпырланы. Юғары нотала тамамланған юбилей тантанаһы һәр кешелә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, кисерештәр ҡалдырҙы. Киләсәктә лә ошондай кисәләрҙә осрашып торорға насип булһын. Ниндәй ҙур байрам бит ул милләттең зыялылары менән йәштәре бер ҡорҙа осрашып, башҡорт әҙәбиәтен, әҙибен ҙурлау.

Айбулат Сәсәнбаев,

“Башҡортостан” гәзитенән

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *