Барҙалағы Салауат вариҫтары шәжәрәһен барланы

бардаПермь крайы Барҙа районының Тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле кисә үтте – Юлаевтар шәжәрәһен барланы. Был заттың һәр вәкиле Барҙа районы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, һәр ҡайһыһы талантлы, эшлекле, күркәм эштәр башҡара һәм халыҡ ихтирамын яулай. Кисәне район башҡорттары ҡоролтайы нәҡ ошо фекерҙән сығып, хөрмәтле кешеләрҙе иҫкә алыу сараһы булараҡ ойошторҙо.

– Ғәбделмәннәф, Әлһәм, Байназар, Ҡауи, Хөснулла, Рәмис Юлаевтарҙың ғаиләләре нәҫел шәжәрәһе менән таныштырҙы. Иң ҡыҙыҡлыһы – был зат тамырҙары менән башҡорт халҡының бөйөк улы Салауат Юлаевҡа барып тоташа, Барҙа төбәгендә нигеҙ ҡорған Юлаевтар нәҫеле яугир Салауаттың туғаны Милләтулланан баш ала.

Шуға күрә кисә Салауат Юлаев тураһында сығыш менән башланды, уның тормошо, батырлығы, Пугачев хәрәкәтендә ҙур роль уйнауы тураһында бәйән ителде. Салауат менән бергә беҙҙең яҡташтар араһынан күптәр яуға күтәрелә, А. Абдуллин, Б. Иткинин, С. Сәйҙәшев, Ҡәҙермәтов оҫта яугир, ғәскәр башлыҡтары булып таныла, –тип билдәләй Барҙа башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ҡадирйән Зыятов.

Кисәлә шулай уҡ Юлаевтар нәҫеле тураһында фильм күрһәтелде, район имам-мөхтәсибе Марат хәҙрәт Мозафаров Юлаевтар рухына Ҡөрьән аяты бағышланы. Байрамды урындағы һәүәҫкәр коллективтарҙың сығышы биҙәне. Барҙа башҡорттары ҡоролтайы Юлаевтар династияһы вәкилдәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Сараны үткәреүгә район мәҙәниәт идараһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Барҙа районы эшҡыуарҙары ярҙам итте, тип хәбәр иттеләр Барҙа районы башҡорттары ҡоролтайынан.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *