Күҙ төбәп торған ерҙәре – Башҡортостан

3“Бөтә Ер шарында уларҙың күҙ төбәп торған бүтән ере юҡ, иле юҡ… Бына ошо беҙ генә, Башҡортостан ғына…” – тип һүҙен тамамланы Алһыу Рамаҙан ҡыҙы Сирғәлина. Күҙемә йәш алып тыңланым әңгәмәне, уны һеҙгә лә тәҡдим итәм. Күптән түгел генә Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡортостан Республикаһы көнөн уҙғарғайны. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре Ташкентҡа барып, милләттәштәр менән осрашып, эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты.
– Алһыу Рамаҙан ҡыҙы, сәфәрегеҙҙең маҡсаты һәм сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине…

1– З. Вәлиди исемендәге Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Илшат Хәсәновтан саҡырыу хаты алдыҡ. Ул – беҙҙең иң өлкән ҡоролтай етәкселәренең береһе. Ташкентта Башҡортостан Республикаһы көнө һәм Үзбәкстан Республикаһы мөстәҡиллегенең 25 йыллығына арналған Башҡорт мәҙәниәте фестивале үтәсәге хаҡында яҙылғайны хатта. Был саҡырыуҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттек, сөнки сит ерҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең бындай кимәлдә Республикабыҙ көнөн билдәләгәне юҡ ине. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән миңә, Өфө ҡалаһы Дим районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Илдус Ҡолһаринға, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенән артистар Гүзәлиә Йәнғазина, Илдар Әбдрәшитов, ҡурайсы Динар Абдуллинға барыу бәхете тейҙе.
Беҙҙе урындағы ҡоролтай һәм ундағы йәмәғәтселек вәкилдәре матур итеп ҡаршы алды. Ундағы беренсе көнөбөҙҙә сара үтәсәк Ташкент дәүләт оперетта залын ҡарап, байрамдың режиссеры Рәйсә Баймырҙина менән осрашып, һөйләшеп, программа менән танышып ултырҙыҡ. Иртәгәһенә генераль репетиция булды, һуңынан беҙҙең концерт башланып китте. Ул концерт ҡына түгел, ә шундай күп мәғәнә һалынған ике илдең байрамы ине. Кисә рәсми ҡунаҡтарҙың ҡотлауҙары менән башланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Үзбәкстандағы башҡорт йәмәғәтселеге эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙыҡ, шулай уҡ улар башҡорт телендә китаптар, яңы сыҡҡан “Башҡорттар” китабын алып ҡыуанды, сөнки унда башҡортса радио, телевидение эшләмәй. “Ҡурай”, БЮТ телеканалдарын да һуңғы йылдарҙа ҡарай алмайҙар икән.
5Үзбәкстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ тик кенә ятмай. “Дуҫлыҡ”, “Һандуғас” тигән фольклор ансамблдәре бар, улар бик матур сығыш яһаны. Был ансамблдәргә балалар, йәштәр йөрөгән булһа, шулай уҡ “Ағиҙел” тигән клубтары бар – унда башлыса өлкән йәштәге инәй-бабайҙар шөғөлләнә. Концертта иң ҡыуаныслыһы шул булды: “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ” бейеүҙәре, “Һандуғас”, “Башҡортостан” йырҙары кеүек халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыларын еренә еткереп башҡарған милләттәштәребеҙ концертты башҡортса алып барҙы. Шулай уҡ бында Үзбәкстандың атҡаҙанған артисы, Ташкент оперетта театры солисы Динара Минәйеваның “Ҡояшлы вальс” йырын да башҡортса башҡарыуын билдәләргә кәрәк. Концертҡа шул да оло мәртәбә өҫтәне: унда, Башҡортостандан барған сәнғәт әһелдәренән тыш, ошо оперетта театрының атҡаҙанған артистары ла сығыш яһаны.
Ә халыҡҡа килгәндә инде, был алты йөҙ урынлыҡ театрҙа тамашасы бик күп булды. Милләттәштәремдең башҡорт халыҡ милли кейемендә килгәнен күреп, сикһеҙ ғорурландым. Шундай матур ине улар! Әйткәндәй, театрҙың фойеһында башҡорт милли биҙәүестәренән һәм кейемдәренән торған күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо. Илдус Ҡолһариндың башҡорт милли кейемен пропа­гандалаған “Ынйы” тигән ҡыҙыҡлы коллекцияһы ҡунаҡтарға айырыуса оҡшаны. Шунда уҡ гармун да алып барғандар, башҡортса йырлашып-бейештеләр, матур ҙа, йылы ла мөхит булдырылды. Шулай күңел асҡан милләттәштәремдең күҙҙәрендә балаларса эскерһеҙлекте, ихласлыҡты күреп, бик һоҡландым уларға.
Иртәгәһенә Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙек. Ул Үзбәкстандың интернациональ мәҙәни үҙәгендә уҙҙы. Алтмыштан ашыу кеше йыйылды, улар бөтәһе лә теләктәрен, фекерҙәрен еткереп ҡалырға тырышты. Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе Илшат Хәсән улы Хәсәнов отчет менән сығыш яһаны. Урындағы милләттәштәребеҙ ҙә бик матур итеп һөйләне. Улар ҡуйған мәсьәләләрҙең береһе – Үзбәкстанда тыуып үҫкән, белем алған башҡорт йәштәрен Башҡортостан­дағы уҡыу йорттарына урынлаштырыу. Улар уҡырға инеү өсөн күберәк квота һораны. Ҡабул итеү комиссияһы эшен Ташкенттың үҙендә лә ойошторорға булыр ине… Хәйер, был юҫыҡтағы һөйләшеүҙәрҙән шул да аңлашылды: егерме бишләп башҡорт балаһы, Башҡортостанға ҡайтып, төрлө йүнәлештәге вуздарға уҡырға инергә теләк белдергән. Әлбиттә, был милләттәштәребеҙгә Үзбәкстан гражданлығында булған өсөн Рәсәйҙә теркәлеү һорап йөрөгән үзбәктәр менән бер ҡатарҙан түгел, ә үҙ тыуған илдәренә ҡайтҡан башҡорттар булараҡ, ташламалы шарттарҙа теркәлеүҙе яйға һалырға кәрәктер. Ә инде ата-әсәләре: “Балаларҙы матур, рухлы итеп тәрбиәләнек, уҡыттыҡ, нисек тә булһа Башҡортостанға ҡайтһындар ине, шунда ҡалһалар ҙа ҡаршы түгелбеҙ!” – тине.
4Бына шулай бик матур һөйләшеү булды, шунан һуң башҡорт йәкшәмбе мәктәбе тураһында һүҙ барҙы. Әлеге көндә Ишембай ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнур Зарипова Ташкентта йәшәй икән. Ул, балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә башҡортса уҡытырға теләк белдерҙе. Ә бит унда башҡорт мәктәптәре юҡ, балалар үзбәк телен уҡып үҫә. Уларҙы башҡорт рухында тәрбиәләү тап бөгөнгө Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайының иңенә төшә лә инде. Беҙгә шул йыйылыш ҡарары нигеҙендә башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асып ҡайтырға насип булды. Уның өсөн бүлмә һорап, ошо уҡ Интернациональ мәҙәни үҙәктең директорына мөрәжәғәт иттек. Бөгөн бүлмә бар, эш башланырға тора. Башҡортостанда дәреслек, әсбаптар тупланды. Улар инде Ташкентҡа оҙатылыу мөҙҙәтен көтөп ята.
Ултырышта белдерелгән йәнә бер теләк – Үзбәкстандан башҡорт балаларын Башҡортостанға сәйәхәткә алып килеү. Тап ошолай итеп йәш быуында Тыуған ил тойғоһо, милли рух уятырға була. Тыуған ер көсөн бала бәләкәйҙән тойорға тейеш бит.
Ошондай һөйләшеүҙәрҙән һуң йәштәр айырым ултырыш йыйҙы. Унда Үзбәкстан башҡорт йәштәренең ҡоролтайы ойошторолдо. Етәксеһе итеп Шәфҡәт Айнетдинов тигән бик әүҙем егет һайланды. Тимәк, унда йәшәгән ун меңләп башҡорт кешеһен берләштереүсе яңы көс барлыҡҡа килде.
Ә инде сәфәрҙең өсөнсө көнөн “Ағиҙел” клубының эштәре менән танышып, милләттәштәр менән ирекле аралашып үткәрҙек.
Әйткәндәй, сит илдә ошолай башҡорттарҙы ойоштороп, берләштереп йәшәгән Илшат Хәсәновҡа, вәкәләтлектә эшләгән Ғаяз Зариповҡа, уның йәмәғәте Гөлнур Зариповаға, режиссер Рәйсә Баймырҙинаға, Рәлиә Ҡәриповаға, Эмма Хәбибуллинаға рәхмәт. Башҡа милләттәштәргә лә рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Улар – ошолай халҡыбыҙҙың йөҙөн лайыҡлы күрһәтеп йәшәүҙәре менән ысын-ысындан оло хөрмәткә лайыҡ шәхестәр.
– Әйткәндәй, урындағы Ҡоролтай ҡасан ойошторолған?
– Ҡоролтайҙың ойошторолоуына инде егерме йылдан ашыу ғүмер үтте. Шуға күрә уның арыу ғына эш тәжрибәһе бар, алдағы йылдарға пландары ла ярайһы етди. Мәҫәлән, улар Башҡортостандың 100 йыллығы хөр­мәтенә бик яҡшы проекттар әҙерләгән. Белеүебеҙсә, Ташкенттың уртаһындағы урам Зәки Вәлиди исемен йөрөтә, һәм унда Башҡортостандың оло юбилейы айҡанлы бөйөк шәхесебеҙгә иҫтәлекле таҡтаташ асырға ҡарар иткәндәр.
– Үзбәкстан башҡорттарын ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Уларға башҡорт мөхите, башҡорт рухиәте, телевидениеһы, радиоһы етешмәй. Ә бит һәр ҡайһыһы үҙҙәренең Башҡортостандың ҡайһы төбәгенән сыҡҡанын, ырыу-араларын белә, балаларына ла һөйләй. Бына шул уҡ “Ағиҙел” клубын алайыҡ, йыр өйрәнәм тиһәң, уны бит хәҙер Интернеттан да табырға була. Ә улар бер-береһе менән һөйләшеп, бергәләп өйрәнә. “Ағиҙел”дә миңә йәнә шуныһы ҡыҙыҡлы булды: улар аҙнаһына бер тапҡыр, йәғни даими эшкә килгән һымаҡ йыйыла. График буйынса аҙнаға бер тапҡыр театрға йөрөйҙәр. Баҡһаң, уларҙа эш хаҡы бындағыға ҡарағанда түбәнерәк, пенсиялары ла әҙерәк. Ә шулай ҙа “көнкүрешебеҙ насар” тигән зарланыуҙы ишетмәнем.
– Йырлап-бейеп тигәндәй, улар сәхнәгә сығып шулай башҡортса һөйләгәндә, йырлағанда шәхсән һеҙ ниндәй тойғо кисерҙегеҙ?
– Күңелем тулды, күҙемә йәш эркелде… Уларҙы ныҡ ихтирам итеп ҡайттым. Балалар һымаҡ ихласлап үҙҙәренең күңелдәрен, йөрәктәрен биреп, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлайбыҙ тип, ситтә йәшәйҙәр…
Барҙым, күрҙем, ҡунаҡ булдым да ҡайттым түгел, әлбиттә, ҡайт­ҡас та улар мәнфәғәтендә эш башланыҡ. Китаптар йыйҙыҡ. Көн аша тигәндәй һөйләшеп торабыҙ. Улар минең йөрәгемдә, тормошомда. Туғандарым һымаҡ яҡын ҡабул иттем.
– Улар ҙа бит шулай көтөп тора… Башҡортостандан, тыуған яҡтарҙан кем килә, кем беҙҙең хәлде һораша тип…
– Әлбиттә. Бәләкәй генә бүләктәр ҙә әҙерләгәндәр. Үҙҙәре теккән, кемеһелер сиккән… Шул башҡорттоң ҡунаҡсыллығы бит инде. Ҡайҙа ғына булмаһын, нин­дәй генә мөхиттә йәшәмәһендәр, үҙемдең ябай ҙа, ҡунаҡсыл да башҡорт халҡымды күрҙем мин уларҙа…
– Башта әйткән һүҙҙәребеҙгә кире әйләнеп ҡайтҡанда, уларҙың беҙҙән башҡа барып баш терәр кешеләре юҡ…
– Эйе, ситтә ятҡан башҡорттарыбыҙ беҙҙе көтөп тора. Улар беҙгә күҙ төбәп, ниндәйҙер матди түгел, ә рухи ярҙам көтә. Милләттәштәребеҙ беҙгә: “Балалары­быҙҙы алығыҙ, уҡытығыҙ, беҙ инде үҫтергәнбеҙ һәм халҡы­быҙға бирәбеҙ”, – ти икән, ундай көстәр бар икән, йәштәребеҙҙе ниңә үҙебеҙгә ҡайтармаҫҡа? Беҙ уларға йылы һүҙебеҙҙе, яҡты йөҙөбөҙҙө йәлләргә тейеш түгелбеҙ, милли кейемдәр тегеп бирәйек, әсбаптар ебәрәйек, сөнки был милләттәштәребеҙҙең Ер йөҙөндә тарихи тыуған ере – Башҡортостан. Ер шарында уларҙың күҙ төбәп торған башҡа ере юҡ, иле юҡ…

Таңсулпан РӘСҮЛ

 

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *