Өфөлә Башҡорт теле көнө билдәләнде

akmylaБашҡортостан Республикаһы мәғариф министры тарафынан 2016 йылдың 22 мартында раҫланған “Положение о мероприятиях в общеобразовательных организациях РБ, посвященных ко Дню рождения известных национальных деятелей литературы и просвещения” бойороғона ярашлы 2015 йылдан башлап, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бергә Башҡорт теле көнө лә билдәләнә.

21 декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡатнашлығында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты әҙерләгән шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға һәм башҡорт теле көнөнә арналған кисә булып үтте.

Кисәлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, билдәле шағирә Йомабикә Ильясова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе ярҙамсыһы Зәлифә Ситдиҡова ҡатнашты.

Сара Вәсил Баймырҙин етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле башҡарған башҡорт халҡының гимны булған “Урал” йыры менән башланып китте. “Урал”ды кисәлә ҡатнашыусылар баҫып тыңланы. Артабан Рәми Ғарипов исемендәге гимназия интернаты уҡыусылары уҡыуында Мифтахетдин Аҡмулла, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Баязит Бикбай, Йомабикә Ильясованың шиғырҙары яңғыраны. Балалар Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙарын шулай уҡ инглиз һәм төрөк телдәрендә лә уҡып ишеттерҙе.

Гимназия-интернатының “Таңсулпан” балалар театры түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусылары башҡарыуында Наил Ғәйетбаевтың “Аҡмулланың аҡ көндәре” пьесаһынан өҙөк, 7 б класы уҡыусылары әҙерләгән “Башҡортостан” флешмобы, бөтә республика халҡына билдәле булған “Аҡйондоҙ” ансамбленең бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

7 класс уҡыусыһы Айҙар Исхаҡов һәм 8 класс уҡыусыһы Собханғолов Нур башҡарған күңелле йырҙар кисәне тағы ла йәмләп, күтәрмәләп ебәрҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты кисәне әҙерләп үткәреүгә ҙур көс һалған башҡорт теле уҡытыусылары Рәсимә Алламоратоваға, Гөлсәсәк Ҡылысоваға, “Таңсулпан” балалар театры етәксеһе Римма Нәбиеваға, ҡурайсылар түңәрәге етәксеһе Вәсил Баймырҙинға, 7б класы етәксеһе Рәзинә Иҙрисоваға, “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле етәксеһе Әнүәр Шафиковҡа, әлеге көндә гимназияла практика үтеп йөрөгән Башҡорт дәүләт университеты студенткаһы Лилиә Шәймөхәмәтоваға һәм гимназия директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Вахитоваға, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Оксана Мөхәмәтйәноваға сараны юғары кимәлдә әҙерләп үткәргәндәре өсөн оло рәхмәт белдерә.

 

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *