Өфө ҡалаһының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы райондың 40 йыллығына әҙерләнә

Өфөнөң Октябрь районы ойошторолоуына 2017 йылдың март айында 40 йыл тула. Район юбилейын уның халҡы юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға йыйына. Йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, район башҡорттары ҡоролтайы ла юбилей айҡанлы ойошторолған сараларға тос өлөшөн индерергә, ҡунаҡтарға һәм башҡа милләт вәкилдәренә башҡорт донъяһын күрһәтергә тейеш. Бында башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы ла, йолалар ҙа, йәштәр менән эш тә […]
Continue reading…

 

“Аҡ тирмә”ләр ҡороп Мәскәүҙәрҙә

Уларҙы беҙ үткән төрлө милли сараларҙа ла, Интернет селтәрендәге социаль селтәрҙә лә башҡорт байрамдарын ойоштороусы булараҡ бик йыш күрә башланыҡ. Һүҙем бына инде өсөнсө йыл рәттән эшләп килгән Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге тураһында. Яңыраҡ унда “Быуаттарҙы быуаттарға ялғар ептәр” тип аталған халыҡ-ара форум уҙҙы. Үҙәк баҫмалар, был сара 2018 йылда иғлан ителәсәк Милләттәр берҙәмлеге […]
Continue reading…

 

Бөрөләр ең һыҙғанды

20 ғинуарҙа БДУ-ның Бөрө филиалы бинаһында Бөрө районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Ултырыш барышында ойошманың үткән йылда башҡарылған һәм быйылғы йылға планлаштырылған эштәре ҡаралды. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалының педагогика факультеты деканы, Бөрө муниципаль район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Винер Усманов, Бөрө районы Үрге Ыласынтай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Фидират Гәрәев, шәхси эшҡыуар Рәйес […]
Continue reading…

 

Киләсәгебеҙ кем ҡулында?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге әүҙемләште. Тәүҙә төбәк ойошмалары барлыҡҡа килһә, унан һуң йәштәр ҡоролтайы беренсе аҙымдарын яһаны. Бына хәҙер килеп Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә балалар ҡоролтайы үтте. Ысынлап та, милләт киләсәге улар ҡулында бит. Дыуан районына Беренсе балалар ҡоролтайына барып, күҙ-баш алғас, ике һорау тыуҙы. Беренсеһе – балалар йыйынының әһәмиәте нимәлә?
Continue reading…

 

Күгәрсендә ҡоролтай ултырышы үтте

18 ғинуарҙа Күгәрсен район башҡорттарының ҡоролтайы үтте. Сарала халҡы, милләт киләсәге өсөн янып йөрөгән 250 делегаттан тыш район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, район Советы рәйесе Айрат Болғаиров, Өфө ҡунаҡтары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, […]
Continue reading…