Киләсәгебеҙ кем ҡулында?

1Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге әүҙемләште. Тәүҙә төбәк ойошмалары барлыҡҡа килһә, унан һуң йәштәр ҡоролтайы беренсе аҙымдарын яһаны. Бына хәҙер килеп Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә балалар ҡоролтайы үтте. Ысынлап та, милләт киләсәге улар ҡулында бит.
Дыуан районына Беренсе балалар ҡоролтайына барып, күҙ-баш алғас, ике һорау тыуҙы. Беренсеһе – балалар йыйынының әһәмиәте нимәлә?

Сараның “Яҡты киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа” тигән исеменә таянһаҡ, төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә милли рухты уятыу, мәҙәни бәйләнеште һәм башҡорт телен тергеҙеү, балаларҙа башҡортлоҡто тәрбиәләү. Дыуан районындағы Республика лицей-интернаты тәрбиәсеһе Розалия Рафиҡ ҡыҙы Ибраһимованан ошо яуапты ишеткәс, бөтә миллилек телгә ҡайтып ҡалғанын иҫәпкә алып, шунда уҡ икенсе һорау тыуҙы: “Улайһа, башҡорт теле менән хәлдәр нисек тора был төбәктә?”
– Беҙҙең лицей-интернатта башҡорт теле дәрестәре инә. Әммә, ғөмүмән, районды, район үҙәге Мәсәғүтте алһаҡ – башҡорт теле, дөрөҫөн әйткәндә, онотола бара. Беҙҙең төбәктә урыҫлашыу өҫтөнлөк итә. Шуға күрә туған телебеҙҙе киң даирәлә ҡулланып, күберәк башҡортса саралар үткәреп, балаларҙы йәлеп итһәк, әсә теле һаҡланып ҡалыр тигән ниәттәбеҙ, – тине ул.
Рәсми һандарға күҙ һалам: 2016 йылға төбәктә 30 825 кеше иҫәпләнһә, 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу күрһәтеүенсә, һорау алынған кешеләрҙең 63,9 проценты – урыҫ, 20,4 проценты башҡорт тип теркәлгән. Был һандарҙы, әлбиттә, уйланыу өсөн генә миҫалға килтерҙем.
Мәсәғүттәге Республика лицей-интернатындағы хәлдәр иһә барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәрен лицей алдында мәктәп директоры һәм уҡытыусы-тәрбиәселәр ҡаршы алды. Икенсе ҡатҡа, йәғни директор бүлмәһенә, күтәрелгәнсе төрлө класс уҡыусылары осраны һәм уларҙың “төҫкә ҡараһы ла, һарыһы ла” берҙәй булып ауыҙ тултырып башҡортса иҫәнләште.
Бында, әлбиттә, мәктәптәге тәрбиәсе-уҡытыусыларҙың фиҙакәр хеҙмәте күренһә лә, уҡыусының туған телгә ихтирамын тойоу мөһим ине. Мәҫәлән, “Әсәм теле – сәсән теле” секцияһында ҡатнашҡандарға күҙ һалһаҡ, унда башҡортса аңламағандар ғына түгел, хатта башҡа милләттән дә балалар бар ине. Ағалы-ҡустылы икәүҙән: “Ни өсөн был мәктәпкә уҡырға килдегеҙ, башҡортса аңламағас, ауыр түгелме?” – тип һорағас, улар бөтөнләй ҡыйын түгеллеген, үҙҙәрен ҡыйырһытмауҙарын әйтте. “Беҙгә бында уҡыу бик оҡшай, башҡортса өйрәнә алмаһаҡ та, мәктәбебеҙҙе бик яратабыҙ”, – тинеләр.
Ошолай тип раҫлаған ун беренсе класс уҡыусыһының “Беҙ – Салауат вариҫтары” тигән йырҙы талпынып, күҙҙәре осҡонланып тыңлағанын күреп, алдағы һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә инандым. Хәйер, ул ғына түгел, сараны алып барған егеттең матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшкәнен тыңлап һоҡландыҡ. Ошо секцияға ул да теләп килгәйне, үҙе әйтеүенсә, ул татар милләтенән һәм бында таҙа итеп башҡортса һөйләшергә бер йылда өйрәнгән. Башҡортса белмәйбеҙ тигәндәргә ул үҙенең фекерҙәрен еткерҙе, үрнәк күрһәтте. Ысынлап та, уның фекеренсә, һин ҡайһы милләткә һыйынып йәшәйһең, шуның телен, тарихын белеп, уны ихтирам итеүең мөһим шул. Ошо ер, тел һине изге Башҡортостан ерендә яралтҡан һәм Кеше итеп үҫтергән!
Хәйер, ситкә тайпылмай, һүҙемдең башына әйләнеп ҡайтҡанда, Дыуан районында балалар ҡоролтайы беренсе тапҡыр үткәрелде. Унда күрше Мәсетле, Ҡыйғы, Ҡариҙел райондарынан да милләттәштәр ҡатнашты. Лицей-интернаттың үҙенә килгәндә лә, байтаҡ ҡына район балалары белем ала бында. Улар мәктәп тормошонда ғына түгел, район, республика, хатта ил кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Элгәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөтә көсөн һалып эшләй башлағайны. Ул инде бөтә район һәм ҡалаларҙа, күрше төбәктәрҙә лә урындағы ҡоролтайҙарҙы ойоштороп, һәр төбәктә йәштәр ҡоролтайҙарын да булдырғайны. Бына инде балалар ҡоролтайҙарын да даими үткәреү мөҙҙәте етте.
Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғоловтың өмөттәре лә аҡланмай ҡалманы. Һәр төбәктә балалар ҡоролтайы үҙенең тәүге емештәрен бирә бара. Мәҫәлән, был сарала ла милли рухты тойған, милләт байрамынан дәртләнгән, ҡанатланған балалар киләсәк эштәргә башланғыс һалды. Улар бында дүрт өлөшкә бүленеп, секцияны етәкләгән апай-ағайҙары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү алып барҙы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Беренсе секция телгә бағышланып, “Әсәм теле – сәсән теле” тип аталды. Унда ҡатнашҡан балалар үҙҙәре менән таныштырып, туған телдә һөйләүҙән тыш, башҡорт теле, уның тарихы, бөгөн халҡыбыҙҙа телдең тотҡан урыны, мөһимлеге тураһында фекер алышты. Секция етәксеһе Рәсүл Ҡазыханов Ҡоролтайға теләктәрен яҙыуҙы һорағас та, күптәрҙең теләге миллилеккә ҡайтып ҡалды, йәғни төбәктә милли байрамдарҙы йышыраҡ ойоштороу, ҡурай, халыҡ бейеүҙәре, йырҙары буйынса түңәрәктәр һәм фестивалдәр үткәреү, уларҙың барыһының да башҡортса алып барылыуы мотлаҡ, тип тәҡдим итте балалар. Уларҙың теләктәрендә республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең милли рухҡа һыуһағанын күреү ҡыйын түгел ине. Сараның исеменә торошло яҡты киләсәктең үҙҙәренең ҡулында икәненә ныҡлы ышандылар буғай.
“Ал да нур сәс халҡыңа” тип аталған секция уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә арналды. Уны үткәргән Марат Ғилманов барыһы ла йәш быуынды тәрбиәләгән ошо уҡытыусыларҙан башлана икәнен асыҡ билдәләне.
Сираттағы секция “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тип аталды. Уны лицей-интернат директоры Фларис Шакиров алып барҙы. Спортты былай ҙа яратҡан уҡыусылар был секция арҡылы сәләмәт тәндә генә рухың да, милләтең дә көслө була икәненә төшөндө. Ә дүртенсе секция иһә “Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ” тип исемләнде. Был секцияны етәкләгән Ислам Байғужин менән Ильяс Әхтәмов балаларға тарихты бик мауыҡтырғыс итеп һүрәтләне. Ысынлап та, ҡайһы бер төбәктәрҙең милли асылыбыҙҙан ситләшә башлауының сәбәбе тарихты белмәүҙә түгелме икән? Бәлки, был милләттәштәребеҙ уҙған быуаттарҙа азатлыҡ өсөн күпселек яуҙарҙың ошо яҡтарҙа үткәнен онотҡандыр? Рух та, тел дә, үҙаң да шуға бәйле түгелме ни? Һәр хәлдә, был секцияла егеттәр уҡыусыларға тарихты төпкә төшөп аңлата алды, тип ышанғы килә. Сарала ҡатнашҡан лицей-интернат уҡыусылары ла, башҡа райондан килгән балалар ҙа, ололар ҙа, милли үҙаңды, рухты тергеҙеү өсөн Дыуан районындағы Беренсе балалар ҡоролтайы төбәк өсөн мөһим сара икәнен аныҡ аңлап, киләсәккә яҡты пландар ҡорҙо.
Уларҙың ошо эшкә ихлас тотоноп, Ҡоролтайҙы тергеҙеп ебәреүҙәре генә ни тора. Һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың милли уйындары, бәйгеләр, традицион уҡтан атыу, элгәре үткәрелеп килгән Т. Йосопов исемендәге “Әйле батыры” көрәш ярышы тергеҙелә. Йәштәрҙең, балаларҙың милли проекттарын үҫтереү буйынса халыҡ-ара, ил, төбәк кимәлендәге гранттарҙы юллау әүҙемләштерелә. Башҡорт халҡының этнофольклорын өйрәнеү өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә райондан сыҡҡан күренекле шәхестәргә, халҡыбыҙҙың юлбашсыларына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә. Милли һәм дини ҡиммәттәребеҙҙе өйрәнеү һәм һаҡлау йәһәтенән йәш быуынға әхлаҡи тәрбиә бирелә, йәй айҙарында махсуслаштырылған этнолингвистик йәйләүҙәр асыла.
Яҡын киләсәктә төньяҡ-көнсығыштағы башҡа райондарҙа ла балалар ҡоролтайҙары үткәреләсәк. Йола тигәндән, секцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан балалар менән “Яҡты киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа” тигән ток-шоу ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡлы уйынға әйләнде. Әле йәш аңдары ҡалыплашып етмәгән балаларҙың ололарса фекер йөрөтөүен һоҡланып ҡарап ултырған лицей директоры: “Уларҙың был ҡыйыулығы, аңлылығы – уҡыусыларҙы йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаштырып, тәжрибә туплау һөҙөмтәһе”, – тип аңлатты. Ысынлап та, сәхнәләге һәр йәш кешенең икенсеһе республика буйынса уҙған КВН-дарҙа “Төньяҡ амурҙары” командаһы ағзаһы ине. Төрлө республика сараларында әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар ҙа фекер алышты бында.
Ғаиләнән килгән аңлылыҡты ла билдәләмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән, алып барыусының “Һеҙҙеңсә, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауына бик ҡыҙыҡ фекерҙәр әйтелде. Берәүҙәр, атай – ғаиләлә баш, ул аҡса табырға тейеш, әсәй өйҙә балаларҙы тәрбиәләргә тейеш, тип сикләнһә, икенселәр фекеренсә, балаларға атай тәрбиәһе мөһимерәк.
Залдан ҡул күтәреп бәхәскә ҡушылғандар ҙа фекерҙәре менән һоҡландырҙы. Ҡыйғынан килгән бер уҡыусы: “Әсәй тәрбиәһе – бер, атай тәрбиәһе – бер”, – тип был бәхәскә нөктә ҡуйҙы. Ә тыңлап ултырған өлкәндәргә, әлбиттә, киләсәктә үҙҙәре атай буласаҡ малайҙарҙың ошолай фекер йөрөтөүе ифрат оҡшаны.
Әйтергә кәрәк, лицей-интернаттың да, Ҡыйғы мәктәбенән килгән уҡыусыларҙың да оло тормошҡа әҙерлектәре яҡшы икәне күренде, ошо балаларға һәйбәт белем биргән, уларҙы әхлаҡи яҡтан кеше итеп үҫтергән уҡытыусылары-тәрбиәселәренә рәхмәт. Һәр бала – күҙ уңында, һәр балаға шәхес булараҡ үҫешергә мөмкинлек бирелгән бында.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының да ошо балаларҙа илһөйәрлек сифаттарын үҫтереү өсөн күргән саралары, һис шикһеҙ, маҡсатына өлгәшәсәк. Ә балаларҙың кем булып үҫеүе – беҙҙең ҡулда. Яҡты киләсәк ошо балаларыбыҙҙың ҡулдарында булған кеүек…

Т. Баймырҙина, “Ҡоролтай тауышы” гәзитенән

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *