Үҙебеҙҙең кәсептәрҙе тергеҙергә кәрәк, тинем…

Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, ти халҡыбыҙ. Һәр кем йөрөй-йөрөй, ил-йорт күрә-күрә, ут-һыу кисә-кисә тәжрибә туплай. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ ҙа Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында эшләп, төрлө халыҡтарҙың көнитмешен өйрәнгәндән һуң, тыуған яғына ҡайтып, халыҡ кәсептәренә нигеҙләнгән кейеҙ-быйма баҫыу цехы аса. 2012 йылда Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа быйма, кейеҙ баҫыу цехы асып ебәреп, һатып алыусыларына киң […]
Continue reading…

 

Салауат ҡалаһында “Күркәм ғаилә – ил ҡото” форумы үтте

Салауат ҡалаһында ошо арала ата-әсәләрҙең “Күркәм ғаилә – ил ҡото” тигән матур форумы үтте. 25-се башҡорт гимназияһында ойошторолған сарала  Салауат ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Зуев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова, ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашты. Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы тарафынан әҙерләнгән байрам белем усағының тупһаһынан уҡ башланды. Ҡунаҡтарҙы фойела […]
Continue reading…

 

Халҡыбыҙ аҫыл асылынан ситләшмәһен өсөн…

Торғонлоҡ тип аталған теге йылдарҙа аҫыл асылынан ситләшә яҙҙы халҡыбыҙ. Хәҙер килеп ниндәй йәшәйеш ҡағиҙәләребеҙгә, йолаларыбыҙға, тәрбиә алымдарына йөҙ борорға кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙ? Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, педагог: Беҙҙең төп йәшәйеш ҡағиҙәләребеҙ, халҡыбыҙҙы милләт итеп йәшәтеп килеүсе төп ҡиммәттәребеҙ – милли мираҫыбыҙҙа. Тамырҙары бик тәрәнгә киткән тарихыбыҙ, иңләп ҡолас етмәҫлек йолаларыбыҙ, донъя һоҡланырлыҡ моңобоҙ-йырҙарыбыҙ, һоҡланып туймаҫ […]
Continue reading…

 

Силәбе ҡалаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләнеләр

Силәбе ҡалаһында 8 март уңайынан ҡатын-ҡыҙҙҙарҙы тәбрикләнеләр. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан һәм ғаилә усағын һаҡлаған ханымдар биш төрлө номинация буйынса баһаланды. Номинаттар араһында күп балалы әсәләр ҙә, милли мәҙәниәтте үҫтереү өсөн ең һыҙғанып эшләгән йәш ҡыҙҙар ҙа булды. Мәҫәлән, Мәүлиҙә Ғабдрахманова ун бала тәрбиәләп үҫтергәне өсөн, Радмила Әрмәншина – «Сәхнә сәскәләре», Ирина Шафиҡова «Лидер» номинацияһында […]
Continue reading…

 

Дондағы Ростов Рәмиҙе хәтерләй

Яҡташым, яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың һәр шылтыратыуын көтөп алам. Һирәк аралашҡанға түгел, ә уның әүҙем эшмәкәрлеге менән тағы ниндәй ҙә булһа тарихи, мәҙәни сара үткәрелеүе тураһында хәбәрҙар булғым килгәнгә. Тынғыһыҙ ир-егет, яугир һәр һүҙен ғәмәле менән раҫлап тора. Бына әле яңыраҡ ҡына Дондағы Ростов ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан башҡорт, […]
Continue reading…

 

Әсә теле бер булыр

“Көндәлек тормошта беҙ йыш ҡына үҙебеҙ һөйләшкән телде йәки телдәрҙе тәбиғи күренеш кеүек ҡабул итәбеҙ. Ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә телебеҙ – тормош-көнкүрешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул фекерләү, тәртип һәм йәшәйешебеҙ рәүешенә әйләнә, шуға күрә беҙ уның төп функцияһын – нәҡ ошо аралашыу сараһы булыуын онотоп ебәрәбеҙ. Туған тел – әйләнә-тирә мөхитте танып белеүҙә һәм дуҫтар, […]
Continue reading…

 

Матур ғаилә – ил ҡото

Календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәһә лә, рухиәтебеҙ өсөн бик мөһим байрам барлыҡҡа килде: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты Башҡорт ғаиләһе, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тип иғлан итте. Ғаилә ҡиммәттәрен данлауға арналған Петр һәм Феврония көнөн, изге Валентин көнөн хәтерләткән, тик милли асыл менән һуғарылған күркәм байрам яҙҙың тәүге көнөндә йөкмәткеле саралар менән билдәләнде.
Continue reading…