Салауат ҡалаһында “Күркәм ғаилә – ил ҡото” форумы үтте

DSC00490Салауат ҡалаһында ошо арала ата-әсәләрҙең “Күркәм ғаилә – ил ҡото” тигән матур форумы үтте. 25-се башҡорт гимназияһында ойошторолған сарала  Салауат ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Зуев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова, ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы тарафынан әҙерләнгән байрам белем усағының тупһаһынан уҡ башланды. Ҡунаҡтарҙы фойела балалар ҡулы менән яһалған ҡул эштәре, картиналар күргәҙмәһе ҡаршы алды. Шунда уҡ башҡорт телендә нәшер ителгән китап һатыу ҙа ойошторолғайны. Эштән һуң килеүсе атай-әсәйҙәргә сәк-сәк, ваҡ бәлештәр менән сәй эсеү мөмкинселеге лә булды.

DSC00512 (1)Форумды асып, Александр Георгиевич ҡунаҡтарға ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановтың йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

– Ғаилә – дәүләтебеҙҙең ныҡлы терәге. Беҙ йәмғиәттең ошо институтын һәр яҡлап нығытырға, уға ярҙам итергә тейешбеҙ. Илебеҙ етәкселәре лә беҙҙең алға шундай бурысты ҡуя, – тине ул.

– Яңы ҡоролған ғаилә ныҡлы булһын өсөн тәү сиратта, әлбиттә, атай-әсәй балаларына дөрөҫ тәрбиә бирергә тейеш, – тине сығышында Суфия Биктимер ҡыҙы. – Һуңғы йылдарҙа йәштәр ғаилә ҡороп өлгөрмәйҙәр, айырыла һалалар. Ошондай насар күренештәр булмаһын өсөн, беҙгә бергәләп эш алып барырға кәрәк.

Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина ла милләтебеҙҙе үҫтереү, тәрбиәләү, уҡытыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йололаларын һаҡлау буйынса үткәрелгән сараларға ентекле туҡтаны.

DSC00470Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова, 25-се гимназияның башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Эльмира Ларионова һәм 53-сө балалар баҡсаһы етәксеһе Фаягөл Горобецтың да сығыштарын форумда ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сибәғәт Рахманғолов йәмғиәттә атайҙарҙың абруйын үҫтереүгә иғтибар итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Форумды оҙатып барған бай музыкаль программаның да кескәй балаларҙың “Атайым” йыры менән тамамланыуы бик урынлы булды.

Гөлнара Асҡарова.

Автор фотоһы.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *