Йәштәр ҙә үҙ эшен белә, ярата

Райондың алдынғы ҡарашлы йәштәрен бергә туплаған ҡоролтай тәүге тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, милләтебеҙҙе борсоған проблемаларҙы ҡыйыу күтәреүе, йәштәрҙең үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлап сығыш яһауҙары менән әһәмиәтле булды. Фекер алышыуҙа өлкән класс уҡыусылары, урындағы ҡоролтай рәйестәре, әүҙем йәмәғәтселәр, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Йыйындың эшенә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселек итте.
Continue reading…

 

Селтәр, хәситә, һаҡалдар… йәки Асия-ҡашмау байрамы

 “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түшелдерек кейеп ихлас йылмайып торған бер инәйҙең фотоһы йөрөй. Был рәсем аҫтына замана йәштәре “Деньги – башкирское национальное украшение” тип яҙған. Ошо һүрәтте бер мәл сәхифәмә ҡуйғайным, “Йәшлек” гәзитендә бергә эшләгән Миңлегөл Абдулова: “Был бит минең Зөһрә Хәсәнова нәнәйем, Әлшәй районының Ҡармыш ауылынан ул”, – тине. Ҡасандыр Мәскәүҙән экспедиция килеп, башҡорт әбейен […]
Continue reading…

 

Баш ите табынына саҡырам…

Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө беҙҙән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Кешелектең һәр аҙымы, хатта ниәт иткән маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Уларҙың үтәлеүе бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Быларҙың бөтәһен дә йола, йола үтәү, йола атҡарыу тиҙәр.
Continue reading…

 

Димселек… буйҙаҡлыҡтан ҡотҡарыр бер сара

Бөгөн егеттәрҙең буйҙаҡлығы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, хатта ғаиләләрҙең баш бәләһе  булып тора. Уның сәбәптәрен төпсөнә башлаһаң, һыныҡҡа һылтау  табыла инде ул. Күптәр ата-әсәләренең елкәһендә икәүләп йәшәүҙе хуплап еткермәй, йә иһә, йәшәргә йорт, ҡулға эш юҡ,  һәм башҡа шуның кеүек сәбәптәрҙән ары үтмәйҙәр. Минең фекеремсә, хәҙерге егеттәргә этеп-төртөп йөрөтөүсе еңгә-еҙнәләр мәктәбе һәм тәүәккәллек, ныҡышмаллыҡ етмәй.
Continue reading…

 

Әхмәтзәки Вәлиди Венгрия башҡорттары тураһында

Башҡорт тарихсылары араһынан тик Зәки Вәлидиҙең китабында ғына Венгрия башҡорттары тарихына ҙур урын бирелгән. Бөйөк ғалимдың “Башҡорттар тарихы” тигән хеҙмәтендә хатта “Мадьярстандағы башҡорттар” тип исемләнгән айырым бүлек тә бар. Шулай уҡ китабының “Башҡорттарҙа Исламиәттең таралыуы”, “Монгол дәүерендә башҡорттар” тип аталған бүлектәрендә лә Урта быуаттарҙа Венгрияла йәшәгән башҡорттар хаҡында бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерелә. Гәзит уҡыусылар […]
Continue reading…

 

Килмәк Нөрөшев

Хәбәр иткәйнек инде: бөгөн, 20 майҙа Ишембай районында юрматылар йыйын ойоштора, Торатау буйына аҡ тирмәләр ҡороп, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәүсе ырыуҙаштарҙы ла, башҡа ырыу вәкилдәрен дә, сит-ят тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ла бер ҡорға йыя. Торатау буйындағы байрам программаһына Килмәк абыҙ […]
Continue reading…

 

Аҡһаҡал Руфтың рух ныҡлығы

Ошо көндәрҙә Татарстан халыҡтары дуҫлығы йортонда яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Руф Зиннуровҡа арналған тантаналы кисә үтте. Сараны Татарстан башҡорттары ҡоролтайының төбәк милли-мәҙәни автономияһы ағзалары ойошторҙо.
Continue reading…

 

Рух ҡошо тураһында риүәйәт

Донъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, ул нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары күңел менән генә тойоп була. Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ уның менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы […]
Continue reading…

 

Йөҙ йыл йәшәһен ине “Алтын ай”

Бөгөнгө геройыбыҙ тураһында БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин: “Ул тырышһа, бөйөк бейеүсе була торған кеше”, – тигәйне. Был һүҙҙәр РФ Милли гвардия ғәскәрҙәренең академик йыр һәм бейеү ансамбле артисы, Мәскәүҙәге “Алтын ай” башҡорт бейеү ансамбле етәксеһе, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында тыуып үҫкән Нәзир Нияз улы БАЙЕГЕТОВҡа адресланған. Күптән түгел “Алтын ай”ҙың ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле “Байыҡ” […]
Continue reading…