Килмәк Нөрөшев

килмякХәбәр иткәйнек инде: бөгөн, 20 майҙа Ишембай районында юрматылар йыйын ойоштора, Торатау буйына аҡ тирмәләр ҡороп, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәүсе ырыуҙаштарҙы ла, башҡа ырыу вәкилдәрен дә, сит-ят тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ла бер ҡорға йыя. Торатау буйындағы байрам программаһына Килмәк абыҙ Нөрөшев кубогына традицион яндан уҡ атыу буйынса турнир ҙа индерелгән.


Эйе, башҡорт тарихында оло эштәр, юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған батырҙарыбыҙ бихисап. Килмәк Нөрөшев та шундай фиҙаҡәр шәхестәребеҙҙең береһе. Юрматы ере батыры, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе булған ул. Иң мөһиме, ниндәй генә яуҙарҙа йөрөгән, ниндәй генә вазифалар биләгән шәхес булмаһын, уны “абыҙ” тигәндәр. Башҡортта “абыҙ” иң уҡымышлы, иң зыялы, иң юғары дәрәжә яулаусыға ғына бирелә торған вазифа ул. Беҙ Кинйә абыҙҙы беләбеҙ, быныһы беҙҙең Килмәк абыҙ. Тағы кемдәрҙе атай алабыҙ? Тимәк… Ошоға тиклем беҙ бөйөк кешебеҙ Килмәк Нөрөшев тураһындағы хәтерҙе ҡуҙғатмай йәшәгәнбеҙ булып сыға. Бәлки, киләсәктә йәш тарихсыларыбыҙҙан кемдер был шәхесебеҙ хаҡында тулыраҡ материалдар табыр, бәлки, яҙыусыларыбыҙҙан кемдер ошо Юрматы батыры тураһында роман яҙыр, ә Айнур Асҡаров һымаҡ егеттәребеҙ тарихи геройҙарыбыҙ тураһында кинолар төшөрөргә өлгөрөп етер? Өмөт итәйек. Ә хәҙергә фиҙаҡәр тарихсыларыбыҙҙың береһе, Ишембай егете Юлдаш Йосоповтың ошо яҙмаларын уҡый торайыҡ һәм Торатау буйындағы йыйында йөрөгәндә “Кем ул Килмәк Нөрөшев?” тип һорау биреүселәр араһында ошо мәғлүмәт менән уртаҡлашайыҡ. Килмәк абыҙ Нөрөшев. XVIII быуаттың Нуғай даруғаһы башҡорт аристократтары вәкилдәренең береһе. 1706-1707 йылдарҙа Ҡырым ханы менән Осман солтанына ебәрелгән башҡорт илселеге составында ул да була. Килмәк Нөрөшев 3 мең кешелек отряд туплап, 1735 йылдың июнендә баш күтәрә.1736 йылдың ахырына тиклем Нуғай даруғаһы ихтилалын етәкләй.
Ырымбур экспедицияһы әҙерләнеүе хаҡында башҡорттар 1734 йылда ул саҡ Петербургта булған башҡорт старшинаһы һәм мулла Тоҡсура Әлмәковтың хатынан беләләр. Хат Килмәк Нөрөшевҡа төбәп ебәрелгән була. 1734 йылдың декабрендә Килмәк абыҙ бөтөн Башҡорт ҡоролтайын саҡырыуҙы башлап йөрөүселәрҙең береһе була. Батша хөкүмәте тарафынан башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтарын, дини һәм башҡа йолаларын боҙоу, шулай уҡ һалымдарҙың арта барыуы, унан ҡала һалым йыйыусы урыҫ чиновниктарының баш-баштаҡлыҡтары ихтилалға күтәрелеүҙең сәбәпсеһе булып тора. Ә шулай ҙа төп сәбәп Ырымбур экспедицияһы эшмәкәрлеге була.
П.И. Рычков раҫлауынса, башҡорттар “…бөтөн көстәрен һалып ҡаршылашырға һәм Ырымбур ҡалаһын (әлеге Орск ҡалаһы) төҙөтмәҫкә, юғиһә, шул арҡала уларға бер ниндәй ирек ҡалмаясағы” хаҡында ҡарар ҡабул итә. Баш күтәреүселәрҙең төп маҡсаты итеп Ырымбур экспедицияһы эшмәкәрлеген туҡтатыу мәсьәләһе ҡуйыла. Экспедиция етәксеһе И.К. Кириловтың ставкаһына Килмәк Нөрөшев һәм уның көрәштәштәренән ике илсе ебәрелә һәм улар башҡорттарҙың экспедиция пландарына ҡаршы бөтөн көскә ҡаршы торасаҡтары хаҡында хәбәр итә һәм был проекттан баш тартыуҙы талап итә. Ләкин илселәрҙең икеһе лә ҡаты һорау алыуҙарға дусар ителә һәм береһе хатта язалауҙы күтәрә алмайынса, шунда йән бирә. Кирилов өҫтәмә көстәрҙең килеүен көтөп тормаҫҡа һәм Орь йылғаһына табан ҡуҙғалырға ҡарар итә. 1736 йылдың 15 июнендә Иван Кирилов Пенза пехота полкы оҙатыуында Чесноковка лагерынан һөжүм башлай. Уның командаһына ҡаршы баш күтәреүселәр ҙур көс туплап, ҡаршы сығырға һәм Орь йылғаһына хәрәкәтте туҡтатырға тейеш була, ләкин был көстәр берләшеп өлгөрмәү сәбәпле, план барып сыҡмай.
Ағиҙелдең һул яҡ бөгөлөндә Кирилов үҙҙәре артынан килгән драгун полкына башҡорттарҙың һөжүм итеүе хаҡында хәбәр ала. 1736 йылдың 1 июлендә Ергән тауы (Башҡортостандың әлеге Мәләүез районы) янында Килмәк Нөрөшев үҙенең отряды менән Өфөнән Ырымбур экспедицияһына ҡушылырға тип ебәрелгән Вологда драгунының биш ротаһы хәрәкәтен туҡтатып, уны ҡыйратыуға өлгәшә. Килмәк Нөрөшев етәкселегендәге башҡорттар иртә менән Вологда драгундары, Өфө дворяндары һәм казактары хәрәкәтен туҡтата. Кириловтың хәбәр итеүенсә, был һуғыш барышында отряд командиры подполковник Чириков, шулай уҡ 18 драгун, экспедицияның 42 хеҙмәткәре – йәмғеһе 60-лап кеше һәләк була. Башҡа хәбәрҙәргә ҡарағанда, был мәғлүмәт ҡорбандар һанының икеләтә, хатта унлата артығыраҡ булыуы хаҡында ла һөйләй (күрәһең, Кирилов тарафынан ҡорбандар һаны кәметеп күрһәтелгән). Шул уҡ йылдың 6 июлендә Кирилов вологодтарға ярҙамға көслө команда ебәрә. Килмәковтың баш күтәреүселәре, ике фронтҡа һуғыша алмау сәбәпле, сигенергә мәжбүр була һәм, шунан файҙаланып, вологодтар Кириловтың төп көстәренә килеп ҡушыла. Иң ҡанлы һуғыштарҙың береһе булған 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт яуы башлығы Килмәк Нөрөшев, Йөрәктау янындағыса, регуляр армияның бер юлы ике көслө берләшмәһенә ҡаршы тора алмай, ләкин башҡорттар Ырымбур экспедицияһының үҙҙәре менән килешелмәгән һәм улар мәнфәғәтенә тап килмәгән ғәмәлдәренә ҡаршы көрәшергә әҙер тороуҙарын һәм көстәрен күрһәтеүгә өлгәшә. Ырымбур проблемаһын хәл итеүҙә аҙыҡ-түлек ылауҙарын кире бороп, партизан һуғышы тактикаһына күсеү ысулы үҙен аҡлай. Ырымбур экспедицияһының һәм гарнизондың аслыҡтан, шуға бәйле сирҙәрҙән һәм өшөүҙән юғалтыуҙары “бөйөк географ” И.К. Кириловтың хәрби һәм етәкселек абруйын ҡаҡшатыуға килтерә.
Килмәк Нөрөшев 1737 йыл башында табын комиссары И. Утятников тарафынан тотолоп, Минзәләгә оҙатыла. 1737-1738 йылдарҙа баш күтәреүсе башҡорттар бер нисә тапҡыр Килмәк абыҙҙы иреккә сығарыуҙы талап итә. В.Н. Татищев Килмәк Нөрөшевтың ғүмерен һаҡларға һәм уны порукаға биреп, Ҡаҙанға йәки башҡа берәй ҡалаға ебәрергә тәҡдим итә. П.И. Рычков мәғлүмәттәре буйынса, Килмәк Нөрөшев Санкт-Петербургҡа һөрөлә. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Юлдаш ЙОСОПОВ, тарих фәндәре кандидаты.

“Киске Өфө” гәзитенән.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *