Баш ите табынына саҡырам…

Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө беҙҙән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Кешелектең һәр аҙымы, хатта ниәт иткән маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Уларҙың үтәлеүе бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Быларҙың бөтәһен дә йола, йола үтәү, йола атҡарыу тиҙәр.
Continue reading…

 

Димселек… буйҙаҡлыҡтан ҡотҡарыр бер сара

Бөгөн егеттәрҙең буйҙаҡлығы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, хатта ғаиләләрҙең баш бәләһе  булып тора. Уның сәбәптәрен төпсөнә башлаһаң, һыныҡҡа һылтау  табыла инде ул. Күптәр ата-әсәләренең елкәһендә икәүләп йәшәүҙе хуплап еткермәй, йә иһә, йәшәргә йорт, ҡулға эш юҡ,  һәм башҡа шуның кеүек сәбәптәрҙән ары үтмәйҙәр. Минең фекеремсә, хәҙерге егеттәргә этеп-төртөп йөрөтөүсе еңгә-еҙнәләр мәктәбе һәм тәүәккәллек, ныҡышмаллыҡ етмәй.
Continue reading…