Баш ите табынына саҡырам…

Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө беҙҙән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Кешелектең һәр аҙымы, хатта ниәт иткән маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Уларҙың үтәлеүе бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Быларҙың бөтәһен дә йола, йола үтәү, йола атҡарыу тиҙәр.

Йолалар бик күп төрлө. Уларҙың ҡайһы берҙәре билдәле бер миҙгелгә генә  ҡағылышлы. Ошондай йолаларҙың береһе – баш ите ашына саҡырыу йолаһы. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, һуғым һуйғас, малдың башын ҡәҙерләп, ҡараңғы, һалҡын урынға элеп ҡуя торған булған.  Һуйылған малдың йәне яҙға тиклем  шул баштың эсендә һаҡлана, тигән ышаныу ҙа йәшәгән. Яҙ етеп, көндәр йылына башлағас, малдар көтөүгә сыҡмаҫ борон, һәр ауылда “Баш итенә саҡырыу” йолаһын үткәрә торған булғандар. Ошо бик боронғо, хәҙер инде онотола ла башлаған йоланы тергеҙеү, яңартып күрһәтеү теләге  менән Яҡут ауылы ағинәйҙәре Аҡһары ауылы ағинәйҙәрен үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Был көндө Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто байрамса биҙәлгәйне. Килгән ҡунаҡтарҙы милли кейемдәр кейгән, баштарына аҡ яулыҡтарын бәйләгән Яҡут ауылы ағинәйҙәре йыр, бейеү менән ҡаршы алып, түргә үтергә саҡырҙы. Залда ҙур табын әҙерләнгән, стеналарҙа Яҡут ауылы ағинәйҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә теҙелгән.  Йола буйынса, хужабикәләр  килгән ҡунаҡтарҙың ҡулдарын еҙ тасҡа ҡомғандан һыу ҡойоп йыуҙырып, өҫтәл янына саҡырҙы. Байрам сараһын Яҡут ауылының төп ағинәйе Хәмдиә Рәшитова өҫтәлдәге ризыҡҡа, килгән ҡунаҡтарҙың иҫәнлегенә аят уҡып башлап ебәрҙе. Был байрам сараһын үткәреүҙә Яҡут ауылы ағинәйҙәре барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Кемдер бәлеш, кемдер ҡоймаҡ, кемдер бауырһаҡ, ҡош теле һәм төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешереп алып килгән. Өҫтәл тултырып ҡорото, ҡатығы, эремсеге, емеш-еләге ҡуйылған. Таңһылыу Исламғолова әҙерләгән буҙа ла өҫтәл түрендә урын алған. Яҙғы ризыҡтарҙың береһе – баш-тояҡтан әҙерләнгән дерелдек тә бар табында.

Ошолай итеп, күмәк кеше йыйылып, бер ҡаҙанда, бер мейестә, бер табала бешерелгән, күмәкләп  ашалған ризыҡ  “йола ризығы” тип  атала. Йола ризығының саҡырылған ҡунаҡтарға ғына түгел, саҡырылмай  килгәндәрҙең дә алдынан, артынан артып ҡалырлыҡ булыуы, етем-еҫергә, ҡош-ҡортҡа ла өлөш ҡалырлыҡ итеп әҙерләнеүен күҙ уңында тотоп, мул табын ҡорҙо был көндө Яҡут ауылы ағинәйҙәре. Сөнки табын барышында килеп кергән ҡунаҡтарҙы  улар: “Маҡтап йөрөйһөгөҙ, әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ, яҡшының ҡунағы бер көндә”, – тип  ҡәҙерләп ҡаршы алды. Бына ошолай күмәкләп йыйылып, мул ризыҡ әҙерләү, уның артып ҡалыуы киләһе йылдарҙа ла малдарҙың ишәйеүенә, ризыҡтарҙың мул булыуына ишара.

Яҡут ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, ошо күркәм байрамды ойоштороусы Рәмзиә Әбйәлилова табынды: “Һыу бойһонор быуаға – ил бойһонор йолаға”, тигән һүҙҙәр менән асып ебәрҙе. Яҡут ауылы ағинәйҙәре  бешерелгән ит, баш ите, бәрәңге һалынған тәрилкәләрҙе табынға теҙҙе. Бисмиллаһын әйтеп, малдарыбыҙ һилле булһын, ҡото китмәһен тигән теләктәр менән баш итен ауыҙ итеү башланды. Баш итенең һәр бер  өлөшө тураһында  Рәмзиә  ентекләп һөйләп барҙы. Баш бешеп сыҡҡас, итте яңаҡ һөйәгенән айырып, аҫҡы, өҫкө өлөштәргә бүләләр. Һәр өлөштөң дә үҙенең символик мәғәнәһе  бар. Мәҫәлән, яңаҡ һөйәге янындағы һум итте хужаға һалалар.  Нәфис һүҙле, йомшаҡ телле кешегә телдән өлөш сығаралар, күҙе насарырыаҡ күргәндәргә күҙ майы, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғандарға ҡолаҡ кимерсәге һалына.

Ит ашалып бөтөүгә өҫтәлгә һалмалы һурпа килтереп ултыртылды. Ит һоғондороу йолаһын да иҫкә төшөрҙө был көндө яҡуттар. Һәр бер ҡәҙерле ҡунаҡҡа ит һоғондороп бөткәс, ағинәйҙәр көлөшә-көлөшә, шаян, уйын- көлкөлө, йор һүҙҙәр менән: “Ите – иткә, һурпаһы – биткә” тип, тағы ла өҫтәлгә ҡоротло һурпа сығарҙылар. Ҡунаҡтарҙы тәмле ризыҡтары менән һыйлаған арала ата-бабаларыбыҙҙың бик борон йырлаған  йырҙарын да йырлап ишеттерҙе ағинәйҙәр. Ит, аш ашалғас, ҡоймаҡлап сәй эскәс, хужабикәләр ҡунаҡтарҙы төрлө уйындар уйнарға, боронғо йыр-бейеүҙәрҙе иҫкә төшөрөргә саҡырҙы. “Наза”, “Косилка-молотилка” уйындарын уйнатып,  Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто директоры Рәүеф Әбйәлиловтың баян моңдарына ҡушылып йырлап, бейеп, былай ҙа күтәренке  күңелдәргә тағы ла дәрт өҫтәне ағинәйҙәр. Бына шулай,  боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, милли аш-һыуҙарыбыҙға өҫтөнлөк биреп, туған-тыумасаларҙы, дуҫ-ҡәрҙәштәрҙе бергә туплап, гөрләтеп йәшәп ята Яҡут ауылы ағинәйҙәре.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә. Киләсәктә оло быуын кешеләре генә түгел, йәштәребеҙ ҙә милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирһә, өҫтәлдәрендә ҡымыҙ, буҙа, ҡорот, айран кеүек ризыҡтар өҫтөнлөк алһа, үҙебеҙ ҙә күбекмай, талҡан. эремсектәрҙе күберәк ҡулланһаҡ, милләтебеҙ һау-сәләмәт булыр, борондан ҡалған шөғөлдәребеҙ ҙә юғалмаҫ, йолаларыбыҙ ҙа онотолмаҫ ине.

 

Тамара МАЛБАЕВА,

Көйөргәҙе районының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.

“Киске Өфө” гәзитенән.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *