Йәштәр ҙә үҙ эшен белә, ярата

Райондың алдынғы ҡарашлы йәштәрен бергә туплаған ҡоролтай тәүге тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, милләтебеҙҙе борсоған проблемаларҙы ҡыйыу күтәреүе, йәштәрҙең үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлап сығыш яһауҙары менән әһәмиәтле булды. Фекер алышыуҙа өлкән класс уҡыусылары, урындағы ҡоролтай рәйестәре, әүҙем йәмәғәтселәр, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Йыйындың эшенә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселек итте.
Continue reading…

 

Селтәр, хәситә, һаҡалдар… йәки Асия-ҡашмау байрамы

 “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түшелдерек кейеп ихлас йылмайып торған бер инәйҙең фотоһы йөрөй. Был рәсем аҫтына замана йәштәре “Деньги – башкирское национальное украшение” тип яҙған. Ошо һүрәтте бер мәл сәхифәмә ҡуйғайным, “Йәшлек” гәзитендә бергә эшләгән Миңлегөл Абдулова: “Был бит минең Зөһрә Хәсәнова нәнәйем, Әлшәй районының Ҡармыш ауылынан ул”, – тине. Ҡасандыр Мәскәүҙән экспедиция килеп, башҡорт әбейен […]
Continue reading…