Яңы сыҡҡан “Башҡорттарҙың архивтарҙы өйрәнеү фәненә инеш” китабы ҡомартҡылар хаҡында бай мәғлүмәт туплаған

для книгиИршат Йәнбирҙиндың “Башҡорттарҙың архивтарҙы өйрәнеү фәненә инеш. I баҫма” (“Введение в башкирское архивоведение. Издание I”) тип аталған китабы сыҡты. Ул ғалимдарға ғына түгел, ябай халыҡҡа ла ҡыҙыҡлы.

Баҫмала Башҡортостан ерҙәрендә ташта, һөйәктә, металда, балсыҡта һаҡланған бихисап тарихи яҙма тупланған. Атап әйткәндә, Башҡортостан – ул күп төрлө яҙмаһы булған мәҙәниәттәрҙең (Ҡаңлы дәүләте, Һун дәүләттәре, Авар дәүләте, Хазар дәүләте, Ҡыпсаҡ дәүләте, Алтын Урҙа, Аҡ Урҙа, Бөйөк Нуғай бейлеге, Башҡорт-ҡалмыҡ конфедерацияһы, үҙ аллы Башҡортостан һәм ахыр килеп Урыҫ дәүләттәре) ҡомартҡылары һаҡланған ер. Был ҡомартҡылар 35 төрлө боронғо яҙмалар менән, төрлө-төрлө археологик ҡомартҡыларҙың тышына яҙылып башҡарылған (ҡәбер таштары, сулпы-көмбәҙҙәр, аҡсалар, ҡая таш яҙмалары, нота китаптары, орден-миҙалдар, пайсалар һ.б.). Китап авторы ошо ҡомартҡыларҙа теркәлгән яҙма мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, әлеге көнгә билдәле булған документтарға палиографик тикшереү үткәреп, ғилми эшкә бәрәбәр китап яҙып сығарған.

Баҫма Иршат Йәнбирҙиндың аҡсаһына 20 дана менән генә нәшер ителгән. Бөгөн уны күбәйтеү зарур.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *