Боронғо башҡорт ауылы Ҡыпсаҡ-Асҡар оло юбилейын билдәләне

12Һораһалар, әгәр, һеҙ ҡайҙан, тип?

Ҡырын ғына кейеп кәпәсте,

Үҙебеҙ үк һорау яуҙырабыҙ:

Беләһеңме, тиеп, Ҡыпсаҡты?

10Тыуған ерем— йәмле Ҡыпсаҡ ере,

Данлы улдар, ҡыҙҙар тыуған ер.

Ата-бабаларҙың төйәк иткән ере,

Минең тәүге тәпәй баҫҡан ер…

11 июндә Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында ҙур сара – ауыл тарихы сығанаҡтарҙа сағылыш табыуына 255 йыл тулыуға арналған йыйын үтте. Ошо ауылда тыуып, төрлө тарафтарҙа йәшәгән ҡыпсаҡтар йыйылып, туған-тыумасаһы, нәҫел-ара туғандары менән осрашты, тамырҙарын барланы. Ауыл хакимиәте, халыҡ был байрамға ҙур ихласлыҡ менән ныҡлы әҙерләнгән, йорт-ҡура тирәһе ҡаралып, һәр кемдең ихатаһы тәртипкә килтерелгән, төҙөкләндерелгән.

Сараға әҙерлек барышында ауылдың тарихын, күренекле шәхестәрҙең хеҙмәт юлын, тормош тәжрибәһен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленде. Ауыл тарихына бағышланған китап нәшер ителде.  Китап авторҙары мәғариф хеҙмәте ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мөнир Шәйхетдинов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Таһинур Бәҙертдинова тарихи мәғлүмәттәргә, халыҡтың ауыҙ-тел ижадына таянып ауыл тарихын сағылдырырға ынтылған.

5Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән, милли үҙаңды үҫтереү, йәш быуынға рухи тәрбиә биреүгә бәйле һәм башҡа мәртәбәле эштәрҙә айырыуса әүҙемлек күрһәткән Ҡыпсаҡ-Асҡар хеҙмәтсәндәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Башҡарма комитет ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән тәбрикләне.

Байрамдан фотоларҙы ошонда ҡарарға мөмкин.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *