Үҙебеҙҙән башлайыҡ

Башҡорт халыҡ ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килгән изге аманат. Шуға ла уны һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәр кем үҙенең бурысы тип иҫәпләргә тейеш. Был тәңгәлдә айырыуса бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр иңенә ҙур йөкләмә һалынған. Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында үткән төбәк семинарында башлыса һүҙ шул хаҡта барҙы. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге ойошторған […]
Continue reading…

 

Милли мираҫҡа тоғролоҡ

Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, йолаларын тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу — һәр кемдең изге бурысы, тиҙәр. Ә ошоларҙы атҡарыу беҙгә нәҡ ауыҙ-тел ижады, йыр-моң аша килә түгелме? Был юҫыҡта миҫал эҙләп алыҫ йөрөйһө түгел, Башҡортостаныбыҙҙың көньяҡ-көнбайыш райондарына күҙ һалыу ҙа етә. Мәҫәлән, Федоровка халҡы ла быны үҙ миҫалында аныҡ иҫбатлай.
Continue reading…