Эх, өҙә баҫыуҙары!

баик 2017Баш ҡалабыҙҙың “Ватан” этнопаркында балалар араһында үткәрелгән “Байыҡ” башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы. Тиҫтәгә яҡын йыл эсендә илебеҙҙең йөҙөк ҡашына әйләнгән, башҡорт бейеү сәнғәтен халыҡ-ара кимәлгә күтәргән күркәм сарала республикабыҙҙың дәртле бейеүселәре менән бергә Түбәнге Новгород, Сорғот ҡалаларынан, Чечен, Бүрәт, Татарстан республикаларынан, Германиянан ҡунаҡтар ҡатнашты.


Йыл буйына дауам иткән телевизион конкурста ике меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашып, шуларҙың өс йөҙө финал концертына йыйылды.
Йәйҙең эҫе ҡояшы ла, ҡапыл ҡойған ямғырҙар ҙа байрам кәйефен боҙ­маны. Бәйгеселәр бейеү мөхите һәм халыҡсан берҙәмлек менән рухланып, матур майҙанда йыйылған өфөләрҙе, ҡунаҡтарҙы сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы.
Балаларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ нуры уйнай. Бейеү ансамблдәренең етәкселәре, ата-әсәләр менән бергә тамашасылар йәш таланттар өсөн янып-көйә, һәр сығышты дәррәү ал­ҡыштар менән ҡеүәтләй. “Байыҡ” кон­курсының Рәсәйҙә иғлан ителгән “Бала саҡтың ун йыллығы” уңайынан үткәре­леүе лә сараға ҙур мәртәбә өҫтәй.
Конкурстың продюсеры Рита Өмөт­баева фекерҙәре менән уртаҡлашты: “Балалар – күҙҙәренән сафлыҡ бөр­көлгән, халыҡтың яҡтылығын, киләсә­ген, йөҙөн күрһәткән һоҡланғыс кеше­ләр. Уларҙың һәр береһе сәхнәгә халҡыбыҙҙың йөҙөн, миллилекте алып сыға, ышаныслы һәм ныҡлы баҫып, һоҡландырырлыҡ бейеүҙәре менән рухи байлығыбыҙҙы раҫлай. “Байыҡ” – ул халыҡ бейеүҙәре бәйгеһе, уларҙа рухиәтебеҙҙең көс-ҡеүәте тупланған. Бөгөнгө конкурс – ошоларҙың бер матур миҫалы”.
Сара алдынан йәш бейеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, баш ҡала буйлап сәйәхәттәр ойошторолдо. Матур байрам иһә эстрада йон­доҙ­ҙарының моңло йырҙары менән үрелеп барҙы.
Ниһайәт, балаларҙың һәм ансамбль етәкселәренең тырышлығы, арыу-талыу белмәй етди әҙерлеге менән йыл дауамында барған мәртә­бәле сараға йомғаҡ яһалды. Тәжри­бәле баһалама ағзалары тарафынан шат йөҙлө ҡыҙҙар һәм малайҙар “соло”, “бәләкәй ансамбль”, “ансамбль” номинацияларында баһаланды, махсус бүләктәр тапшырылды.
Төрлө йәштәге яңғыҙ башҡарыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында иң-иңдәр тип Ишембай ҡалаһынан Камил Мөхәмәтйәнов, Баймаҡ районынан Айгөл Кинйәбулатова һәм Учалы районынан Азамат Тажетдинов табылды. “Бәләкәй ансамблдәр” номинация­һында Әбйәлил районынан Айгизә Вәлиева, Гөлнур Вәлиева, Гөлзиә Килдейәрова, Илгизә Килдейәровалар һәм “Алтынай” өлгөлө бейеү ан­самблдәре, Өфө ҡалаһының “Guzel dance” бейеү студияһы, ҙур ансамблдәр араһында Ғафури райо­ны­ның “Төлкәҫ”, Күгәрсен районының “Гөрләүек” өлгөлө, Өфө ҡалаһының “Дарман” халыҡ бейеүҙәре ан­самбл­дәре гран-при яуланы.

“Башҡортостан” гәзите

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *