Оло юлға сығыр алдынан

сэсэнБашҡорт халҡы тарихта үҙенең урынын, йәшәгән Ер-һыуын биләүгә, үҙ теле, асылы, динендә йәшәү, Хаҡын хаҡ итеп танытыр өсөн тыуа-тыуғаны, була-булғаны буйы көрәшә. Был иһә башҡорттоң йәшәү рәүеше, иң гүзәл Ерҙә ырыҫлы йәшәү шарты булып әлмисаҡтан бирелгән. Оһолдарын оло уй, маҡсат менән туҡтауһыҙ камиллаштырһын, йөрәген таҙа тотһон тип, Аллаһы Тәғәлә башҡортҡа Баш тигәнгә бәйле Исем биргән, тик өҙлөкһөҙ хәрәкәт кенә бәрәкәт биререн, Яҡшылыҡ эшләп кенә уңырын белеп – уға уны закон итеп Урал ғәләйһиссәләм аша төшөргән. Беҙ һәр саҡ һынау һәм һынауҙан яңырыуға күсеп үҫештә тороусы, лайыҡлылыҡты раҫлап торорға тейешле өммәт. Сөнки Тәңре бүләге – Тел, ул иһә бар төрки халҡы аңлай һәм һоҡлана торған мәшһүр Телгә, йәннәттәй Ергә, гүзәлдин гүзәл Илгә бит лайыҡлыҡ кәрәк. Һәм Беҙ лайыҡлы!

Тик ул лайыҡлыҡты аҡлап, йәшәтеп, ризалатып торабыҙмы? Үҙебеҙҙең фиғел-булмышыбыҙ, бер-беребеҙгә мөнәсәбәт, изге ҡиммәттәргә, кешене  Кеше, халыҡты Халыҡ иткән терәктәргә ниндәй уйҙа хәҙер беҙ? Аҡса заманына алданып, ғәжәйеп матур асылыбыҙҙы үҙгәртмәнекме? Илдең күрке китеп барыуға үҙебеҙ дәү «өлөш» керетмәнекме? Бөгөнгө заманда килеп тыуған ҡаршылыҡтар, ауырлыҡ һәм ғәҙелһеҙлектең юлдары киңәйеүенә үҙебеҙҙә бер ҙә ғәйеп юҡмы? Ундай тәкәбберлек килешмәй. Сөнки һәр булған нәмә өсөн бәндә үҙе яуаплы. Иң сәхрә лә, иң көслө лә, иң илаһи ҙа Ерҙә – Уралда йәшәүсе беҙ, донъя ғәжәп итер Йыр ҡойоусы беҙ иһә бөгөн шул илаһи сифаттарға йәнәшә йәшәргә тиңме? Нәфрәт, үпкә, ҡурҡыу, меҫкенлек баҫа йәндәрҙе. Көсө еткәнгә көсөктәй булып башҡортто – бер-беребеҙҙе – талайбыҙ. Хатта милләт киләсәге өсөн бағышланған иң изге хеҙмәт, Ватан – иман эшендә лә яман ярыш ишәйә, һеркәһе һыу күтәрмәй үсегеп, әруахтарҙан оялмай бер-берен батырыу бара.Уртаға һалып һөйләшер урынға иһә Илдең йөҙөн ҡарайтып, Илдең күҙен моңайтып, ололар һәм йәштәр, даусы һәм илсе, башҡорт менән башҡорт араһында дау ҡупты. Ил яҙмышы, Ил хәле бит спорт яланы түгел. Башҡорт менән башҡорт ҡаршы барғас, Ил рухы риза буламы ни ҙә, эштәр уң буламы ни? Башҡорт Иленең йәне бар, уның Рухы бар, ундай аҡылһыҙлыҡты ҡабул итмәй, шуға ярҙам да итмәй, тырышлыҡты ла күрмәй… Шулай күпме аманатҡа хыянат иттек түгелме?! Аяҙ көндө тиктән тиерлек килеп сыҡҡан дау – Тел дауы иһә аяуһыҙ ҡаза, тәбиғәт касафаттары, хәүефле төҙөлөштәрҙән ситләштергәнен күреү ҡыйын түгел бит. Башҡорт телен яман сәйәси ут эсендә ҡалдырып, изгебеҙҙе һандалға һалабыҙ, аманат итәбеҙ. Яман тоҙаҡҡа уны, иң ҡәҙерле ҡаҙанышыбыҙҙы, илтәбеҙ, милләт-ара ыҙғыш ҡуптарыу ҡоралына әйләндерәбеҙ. Шуға ҡулай итеп төптән уйламай ҡубабыҙ. Бындай ҙа бер ҡатлылыҡ килешәме? Мәкерҙән тыуған дау-яу яланында еңеүсе булмай, ә Телебеҙ  яраланып, илап яза алыр, беҙгә әсенеп ҡарар. Ни тиербеҙ?! Ә таланып бөтһә, ҡанға батып майҙан уртаһында яңғыҙ ҡалһа, кем ғәйепле булыр? Бер нәмә хаҡ – Тел яҡлау сәбәбендә башҡорт  үҙен кәмһетергә бирмәйәсәге асылды, юғары Аң ҡабул итте, сөнки беҙ битарафлыҡтан сығабыҙ, иншә Аллаһ!

Илдә дау шомо, берен-беренә ҡаршылык, ғибрәт, асыу, алдаҡ, тартыш-талаш күбәйһә, төрки олатайҙар Намыҫ баба өсөн ҡорбандар салған. «Ил-йорт тыныс түгел, ҡото китте, Намыҫ баба ҡорбан һорай», – тип изге йола атҡарылған, аҡ ҡорбан салынған. Бөгөн иһә башҡорт Кеше булыр өсөн, Ил күрке өсөн бындай ҙа юғары талаптар ҡуямы? Намыҫ бабаны ризалатабыҙмы? Көнсөллөк, ошаҡ, бер-беренең Һүҙен күтәрмәй, нәфсеһе аҙған илдә ҡот тормаҫы көн кеүек асыҡ бит. Ошаҡ йөрөтөп, ғауға менән кем- кем булып, йә күрәләтә бауырҙашына ҡара яғыусы башҡорт башҡортмо әле ул? Сын һиҙәптәйме?

Ер-һыуын, йолаһын һаҡлауҙа тиңдәше булмаған башҡорттар, Урал кәүҙәһен изге тере фетиш итеп, шуға күрә яттарға уның тәненә һис баҫырға бирмәгән яугир, уҫал, тоғро ҡәүем бөгөн ниндәй тундар кейҙек? Эйе, асылыбыҙ ытырғынып китеп бара беҙҙән. Шуға ла Тел, Ер-һыу, Ил дә китеп барырға сыҡҡан кеүек  уның менән… Әммә… нәҡ бөгөн иң файҙалы мәл дә хасил булып, тарҡау Илде берләштерер ҡыҙыл көн тыуғаны ла хаҡ! Ағай-эне талашыр, атҡа менһә ярашыр саҡ! Барыһы ла бер һынау Аллаһтан! Мөхәммәт с.ғ.ә. Аллаһтан өс төрлө ниғмәттең бере – өммәтендә тарҡаулыҡҡа юл ҡуймауын һорағанда Аллаһ нәҡ уныһын ҡабул итмәгән… Ни өсөн? Сөнки туплана белеүебеҙ тик бәндә-өммәттең  үҙенең  генә иман эше, иманын яңыртыу ғәмәле, үҙебеҙ Аллаһ ризалығына таянып, тәкәбберлектән арыныу, тимәк туплана белеү эше.

Оло Илдә кесе Ил булып йәшәүҙә, аҡса бәҫе намыҫтан алда булған заманда ҡыйралған рухи, әҙәп-әхлаҡ ҡиммәттәрен күреп әсенеү мәлендә асылын һаҡларға, алданмаҫҡа, аҙашмаҫҡа барыһының да шәхсән көсө, рухи ҡеүәте тиң түгел шул. Юғиһә, бөгөнгө шауҡымда, бола заманда, саф-саф булып бергә баҫып алға барыр, Илде яҡлауҙа берләшер урында төрлөбөҙ төрлө яҡҡа сәселеп, Илде тарҡатып ятмаҫ инек. Был хәлдең сәбәбе иһә шул – иң яман ҡорт керҙе Иләүгә – ул тәкәбберлек!

Батырға бахыр тип әйтеү, якшыға эйәрә белмәү, нәфсе тыйыуҙан ситләшеү, ҡарап торған шәхестәр таяныстан аянысҡа әйләнеүе… Оло  һынаулы мәлдә сәүек эттәй  бер-беренә йәбешер инеме  намыҫлы башҡорт үҙ  бауырына? Береһе йәбешһә лә, аҡһаҡалдай  бер ир уҙаманы уны  елкәһенән алмаҫ инеме ? Ошоно күреп, алға киткән милләттәр көлмәйме?.. Илем, Ерем, Телем, тип атҡа менгән ил улдары, ил ҡыҙҙарының сысҡан томшоғондай хатаһын фил ҡолағындай ялпайтып яман һүҙ ҡуптарыусы маңҡорт, үсле, тар эслеһе иһә болғансыҡ һыуҙа файҙа юллай. Мәшһүр ғалим Риза Фәхретдиновтың: «Ил мәнфәғәтенә арналған оло хеҙмәттәрендә бер бәләкәй хатаһы өсөн  ул инсанға ҡаршы оло ғәйеп дауы күтәргән кеше үҙе халыҡҡа ҡаршы булыр», – тигән фекере бар. «Үҙеңдеке үҙеңә – яу» була. Кеме генә юҡ илдең. Урта ҡул, ике йөҙлө, даланһыҙ кеше башҡаны кәмһетеп кинәнес таба. Үҙ ҡыйығынан байҡап һәр яҡшы һүҙҙе лә гел кирегә генә юрағаны ла бар. Эскәйе йоҙроҡ ҡына, түшәме тәпәш кенәләр ҙә болғауыр мәлдә күсләнмәй, үсләнеп оло мәйеллене тешләп, алдаҡ юлға этәреп, батыр булмаҡсы. Арыҫланға йәбешкән ул сысҡан һымаҡтарға биғәйбә. Ошондайы ла бар Илдең. Хәүефе, асыуы былай ҙа ҡуйырған өйөргә ут өҫтәп үҙендә булмаған батырлыҡты, киңлекте, ғилемлекте шундай мәкерле ысул менән бар ҡылырға уйлай бәғзеһе. Илдең ошондайы ла бар. Ундай кеше үҙенең нәфрәтен юғары гражданлыҡ сифатына төрөргә маташа, асыу менән үсе күп булып, үҙенән һәйбәт кешене яманлауҙа «оло ижад» яһай. Хатта әруахтарҙың тыныс гүрен тынғыһыҙлап, улар исеменән һүҙ әйтергә лә сирҡанмай, Аллаһтың барлығынан һәм бөйөклөгөнән ҡурҡмай.

Береһенең аты уҙһа, уның башына һуғырға әҙер икенсеһе. Уныһы ла бар Илдең. Халыҡ өсөн үҙе профессионал кимәлдә эшләп тә, шәхес булып та әгәр халыҡ эшен күтәреп йөрөгән кеше унан шәберәк булһа, уны ла ғәйбәт, кәмһетеү менән көн итә ике түгел, ун ике йөҙлө. Ғилем фиғелле булырға тейеш шул. Бәғере наҙанлыҡтан килә былары. Улары ла бар илдең. Боролошло, һынлышлы мәлдә алсабырҙар бәхәстә булһа, бола ҡуптарыусылар мәлен көтөп кенә ята. Уларҙың күбеһе инде башҡорт түгел, махсус һөсләтеүселәр. Былары ла беҙҙең һиҙгерлеккә һынау. Улар төркөм психологияһын шулай ҡыҙҙыра, нәфсеһен уята. Үҙ бауырың, үҙ башҡортоңа кем дә кем дорфа бәлә, ғәйбәт, белер-белмәҫ «лаф» ороп махсус ғауға өсөн нәфрәт көсәйтә икән, ул хаҡ юлдан барыусы түгел. Башҡаларҙан ала алмаған асыуын үҙенекенән алыусы булыр.

Исемдәре ҙур булып та, үҙ бауырына ошаҡты кәсеп иткәндәр ҙә бар Илдең. Байыйым, тип, башҡаны белергә теләмәгәне лә бар. Бары ла бар. Һәммәһе лә үҙ ғәмәлен йыя. Һәммәһенә әхирәт бар. Аллаһы  Тәңре тәғәлә  барыһын күрә, барыһын белә. Әхирәттә яман эш матдиләшеп, йылан-саянға әүрелер, яҡшы эш матдиләшеп, йән рәхәте бирер бостанға әүрелер.

Әммә ләкин йән аямай изге эше менән Ил күтәреүсеһе, хаҡ һорамай халыҡҡа эшләүсеһе лә бар. Яңылышлы ғәмәл ҡылып, уттай ҡыҙып, сабырлыҡһыҙ хата ебәргәненә кеселеклелек тейеш. Береһен дә инҡар итеү килешмәй. Ил хаҡын алда ҡуйғандар матур ғәмәл йыя. Уртаға һалып, баш ҡушып кәңәш итеү кәрәк хәҙер. «Илем, Ерем, Һыуым!», тип, бал ҡортондай көнө-төнө эшләгән, Ил мәртәбәһен арттырырға  ихластан үҙ өлөшөн, йөрәк көсөн көнө-төнө һалған шәхестәребеҙ – маяҡ. Уларға дан һәм асыҡ юлдар бойор, Аллаһы Тәғәлә!

Туған тел – һайлау үлсәүенә һала торған мал түгел! Үҙенең туған телен өйрәнеүгә тамыры боронғо халыҡтан ризалыҡ йыйыу беҙҙең намыҫты тапауға, милләт  тойғоһон түбәнәйтеүгә мәкер булды. «Быныһын да  йотор, килешәсәк  ул башҡорт», – тип, беҙҙе һынанылар. Аҫтыртын көлдөләр. Халыҡты үҙ-үҙенән баш тартырға ҡул ҡуйҙырҙылар! Үҙ әсәһен һатҡандай иттереп, әсәһе мөсһөҙ балаһын детдомға биреүгә тиң ҡылдылар. Әсәһе ҡарай алмаһа, йә иһә үгәйһетелһә, баланы ғаиләнән айыралар. Ә беҙ үгәй Ил балалары түгел! Беҙ – донъя балҡытып торор Башҡорт Иле балалары, Ерһеҙ түгел, ерҙе әле гөл итер балалары, телһеҙ түгел – ҡобайырҙар һөйләп донъя шаулатыр тел эйәләре! Туған тел һайлатып ғариза яҙыу – Намыҫ тапамай эшләнә торған эш түгел! Беҙҙе намыҫ тапарға тағы һынау ҡуйҙы, йәнәһе, иптәш “глобализация”. Тик  кешеһе беҙ түгел!Тик милләте беҙ түгел! Туған Теленән ятһынған халыҡ рухи ҡурсалауһыҙ ҡала. Әүлиә-әмбиәләрҙең, Аллаһ ярлыҡауынан үҙен дә, быуындарын да мәхрүм итә. Үҙенә-үҙе ҡул һалған гонаһлы кеүек. Сөнки һәр кеше донъяға тик бер милләт вәкиле булып тыуа. Башҡорт иһә урыҫ, татар, сыуаш йәки башҡа булып тыумай. Урыҫ та башҡорт булып тыумай. Үлеп, яңынан тыуһа ғына Аллаһ Бер һәм Бар алмаштыра ала бәндәнең үҙен, асылын, телен, ризығын. Шуға ла Тел һаҡлау – ул Халыҡ һаҡлау, Халыҡ асылын һаҡлау, Тел һаҡлау – ул Ер һаҡлау. Улар бер-беренән айырылмаҫ изгеләр! Барыһын һаҡлай белеп беҙ тарихтың тағы бер сираттағы боролошонда Халыҡ булыуға һынау тотабыҙ.

Заман яманы бөтөр, әҙәм яманы бөтмәҫ. Кем ялған патриот, кем ысын, хаҡ илһөйәр, кемдә Илде яратыу бар, кемдә ул тик үҙен яратыу ғына – барыһы ла ап-асыҡ. Әммә улары ла  иманға килер. Тик уяулыҡ кәрәк! Махсус һөсләтеүҙән, халыҡты утҡа алып барыу мәкеренән, ай-һай ниндәй уяулыҡ, ҡурсыулыҡ кәрәк бөгөн! Үҙе иле өсөн бауыр һығып эшләгән кеше бер ваҡытта ла башҡаны хурлап һүҙ йөрөтмәй. Үҙе ырыҫлы кеше, үҙ Һүҙе өсөн  яуаплы ул, көслө кеше бер саҡта ла бер кемгә арҡаланыу эҙләмәй, майҙан тота икән, «ҡайҙа шулар, ҡайҙа былар?!» тип артҡа ҡарап үрҙә һүҙ һөйләмәй,  һөйләһә лә, һүҙе үтмәй, сөнки ғәмәле сын булмаҫ! Үҙ ғәмәлен яҡшы инсан, көслө ырыҫлы кеше тик үҙ яуаплылығы менән атҡарыр.

Илебеҙҙә генә түгел, Рәсәй, донъя киңлектәрендә ырыҫ, намыҫ ҡәҙерҙәре  кәмһетелде, глобализация ҡанундарына яраҡһыҙлыҡ шаңҡыта, суверенитет ҡиммәттәре ҡыйралды, Тәбиғәт балаһы – башҡорт башына һыймаҫ мәңгелек Изгеләр – тел, ер һатыу рәсмиләштерелгәс, халыҡ ышанысы ҡаҡшаны. Әммә был мәл дә һынау .

Аҡса ҡыуыу, саманан тыш байығыу нәфсеһенә баҫып, ҡайһыһы түр-дан алып илен онотҡандар Башҡорт Илен ишетмәҫ булды. Барыһы ике-өс-бишкә ярҙы Илде. Асылыбыҙға хыянат иттек. Ошолар дошман, ошолар, ә глобализация, баҙар, техника, телевизор сәбәп кенә. Шуларға ҡаршы тора алмай баҙап, мәлйеп китте халыҡ, сөнки уңмаған уңай юлға баҫты күбеһе. Сөнки ҡурҡҡан, халҡы тарҡау Илдән иман ҡаса, ә ҡурҡыу баҫҡан илдән Ил-Ере лә ятһына. Шуға ла оло Эш бармай, барһа ла уңмай. Әпкәләйлек Ил тынын быуа. Үтә лә хисле халыҡ, үтә лә йырсы халыҡ бер-беренән ауыр һүҙҙе күтәрмәй. Сөнки был кәмселеккә ер-һыу, ил, Тәбиғәт эйәләре үҙҙәре ҡаршы. Иманһыҙлыҡ  тантана иткән ерҙә Ил  биле лә бушағая.

Ни генә булмаһын, бындай хәлдәр Тарихта булған. Һәм һәр саҡ ҡотҡарыр көс тә табылған! Илгә ҡурҡыныс янаусы, бәндәлә илһеҙлек шиген көсәйтеп, күктә ҡара болот ҡуптарып өммәтте аҙаштырыуға яҫҡанған көс кем тарафынан баш күтәрмәһен, – уға ҡаршы Көс бар! Эйе, Был яман хәлдән Илде, үҙебеҙҙе, еребеҙҙе, киләсәгебеҙҙе йолоп алыу өсөн юл бар! Ун ике башлы аждаһа ауыҙына инеп китмәҫ борон берҙән-бер сара ул – бөтөн Илебеҙ менән Иман нығытыу, Иман яңыртыу, тәүбәләр ҡылып ышаныс арттырыу. Уның өсөн үрнәктәребеҙ ҙә, таяныстарыбыҙ ҙа БАР! Халыҡ рухын, көсөн яңыртыуға әйҙәй алыр мәшһүр Изгеләребеҙ бар!  Рухтары тере Әүлиәләребеҙ бар! Асманда батыр күҙҙәре бар! Ҡаяларынан сая орандар саңҡыған  бөркөттәребеҙ бар! Улар оялар Урал бар! Урал ғәләйһиссәләмдең үлмәҫ Рухы, Аҡбуҙат менеп Илде байҡап йөрөгәне бар! Тоймайһығыҙмы?! Ул килмәһә, уның законын, яҡшылыҡ законын, беребеҙ әйтә алмаҫ инек. Ер аҫтында аят көтөп, ҡара төндө ағартып ятҡан хаҡтин изге аҡ һөйәктәре бар аҫылдарыбыҙҙың! Ер өҫтөндә иһә Рухи ҡеүәте ташып, баҫҡан ерендә баҡыр иҙер, төңөлгәнде тетрәтеп торған хаҡ иманлы шәхестәребеҙ, ғалим, шағир, сәсән, диндарҙар бар! Тик улар сын инсан булһын – кеше хаҡына ингән, башҡортон рәнйеткән, ғәйбәт тотҡан, тәкәббер, дан өсөн мал биреп  ҙурланған кеше булырға тейеш түгел. Улар өндәүсе, ихлас әйҙәүсе була алмай. Булһа ла асманда ораны ҡабул  булмай.

Бөгөнгө Көрәш – иман, рухилыҡ көрәше. Кем иманы, ышанысы көслө, шул еңә! Ә Ил өсөн, Ватан өсөн саф йөрәк, бер-береңә тоғролоҡта берләшкән  ҡәүем сын иман эйәһе була һәм шуға ла тиңдәше юҡ көслө була! Рух бөтөнлөгөндә, Илде яҡлау тигән иманда берләшһәк кенә алға, яңы үҫеш юлына, заман үҙе алдыбыҙға сығарған яңы баҫҡысҡа күтәрелә алырбыҙ! Бер-берен аңламай, тыңлаһа ла ишетмәй, сәйнәм һүҙ күтәрмәй,  тик үҙенеке дөрөҫ тип ашҡынған башҡорт алсабырҙары бер-береһе менән тиң һөйләшеп, ғәфү үтенеп, баш ҡушып берҙәмлек үрнәген халыҡҡа күрһәтһен!!!! Бер Ҡорҙа баш ҡушып Ант яңыртһын! Ошондай сик – тәкәбберлек сиген – үтмәй тороп, Иман яңырмай! Шәхестәр, ирҙәр – ил көҙгөһө. Улар бер бөркөт ҡанатындай  булһа ғына Ил алға талпына, оса ала. Уларҙы күреп башҡа башҡорттар тәүбә әйтеп, Иман яңыртһа ғына Башҡорт иле, Рухы үҙ халҡына боролор, бата бирер, беҙҙән ситләшкән изге рухтар, Тәбиғәт көстәре беҙгә иш булыр. Шулай булмаһа, сын милләт Ырыҫына халыҡ үҙе  тоғро булмаһа, Илде икенсе ил алмаштыра.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз Тел ҡиммәте бер үҙе генә тыуа, йәшәй һәм үҫешә алмай. Ул иһә Халыҡ, Ил, Ер-Һыу тигән изге сынбарлыҡтар һәм төшөнсәләр менән генә көслө, киләсәкле һәм кәрәкле. Шуға ла бөгөн беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ, Халыҡ асылын һаҡлау өсөн бер табандан ҡуҙғалабыҙ. Халыҡ үҙаңы, йолаһы, асылы, тормош фәлсәфәһе теле менән үҫешә, теле менән башҡанан айырыла. Үҙ асылыбыҙҙы һаҡламай Телде һаҡлап булмай. «Ере барҙы ер тартыр, ер тартмаһа, тел тартыр», – ти халыҡ аҡылы. Барыбыҙҙы бөгөн бер ҡынға йыйып, бөйөк Яратыуыбыҙҙы раҫ итеп, үҙебеҙҙә һиҙмәҫтән үҙаңды һиҫкәндереп, берләштереп Башҡорт Телебеҙ телгә килде бит! Тартып, туплап, терелтеп тора бит! Бәләкәй һыуҙа оло балыҡ үҫмәй. Бәләкәй маҡсат халыҡты үҫтермәй. Оло юлға сығыр, оло маҡсаттар алдынан Ант, Аң, Иман яңыртайыҡ. Бөйөк  Аҡмуллабыҙ ни тигән –

«Киң ялан тар булалыр, ҡаза килһә,

Юҡ ғәйеп бар булалыр, яза килһә.

Ҡәҙере бит Имандың аман саҡта,

Башыңдан аҡыл китер, бәлә килһә».

Эле Иман нығытыр арманыбыҙ, аҙаныбыҙ, аманлығыбыҙ бар! Бер ниндәй мөғжизәгә ал бирмәҫ Тел, Ер-Һыу, Тәбиғәтебеҙ бар, беребеҙ өсөн беребеҙ уҡтай торор мәлебеҙ, ни генә булһа ла Ил менән күтәрер хәлебеҙ,  алдыбыҙҙа көткән Аҡ көнөбөҙ, артта –халҡыбыҙ, алда – ышанысыбыҙ-Илебеҙ  бар! Бар! Иман нығытайыҡ! Иманда берләшәйек!   Ант яңыртайыҡ!

 

АНТ булыр ИМАН ШАРТЫ

 

  1. Аҡыллылар әйткәндәрен белеү кәрәк,

Ҡолаҡ түгел, йөрәк менән тыңлау кәрәк.

Ҡотҡо, ошаҡ, бахыр үҙен күтәргәндә

Уяулыҡ һәм тоғролоҡто һайлау – терәк!

  1. Бар һынауҙар бары Аллаһ тарафынан

Аралаһын тиеп аҡты ҡараһынан.

Яман холоҡ менән халыҡ һис уңа алмаҫ,

Тел бүләге ул халыҡта тора алмаҫ.

  1. Урал баба тәндәренән Ил яралған,

«Яҡшылыҡ» фарманы ла хаҡ таралған.

Шул бағандан ысҡынған  һис уңа алмаҫ,

Ер бүләге ул халыҡтан сәләм алмаҫ.

  1. Был заманда ике икең гел дүрт түгел,

Биште биреп берҙе алыр һиҙгер күңел.

Һаны һайыҡ халайыҡты төкәштереп,

Йылан-саян емен табыр үтә еңел.

  1. Яҡшылар саҡырырҙар берҙәмлеккә,

Ямандар һалдырыр  ул тик ғәйепкә.

Ямандар ҡотҡо таратыр тел болғап,

Яҡшылар эш күтәрер төптән уйлап.

  1. Имән-Иман тамырҙары ай, бик тәрән,

Бөгөн яңы шифайәтле һуттар табыр.

Баҡый быуаттарҙан килгән ҡотло халыҡ!

Һиңә әйтәм! Дан, мал түгел, Намыҫ саҡыр!

  1. Алда торған батырыңды «Батыр», – тип әйт,

Маһайма һин, үҙең эйәр, үҙең өйрәт!

Тарҡаулыҡтан тыуған Берлек – көслө терәк, –

Дошман  йөрәгенә   шулай ҡурҡыу керет!

  1. Бөтөр өсөн бирелмәгән Тел бүләге,

Ҡайта уға бөгөн төрки аһәң һәм дә йәне.

Шуға иҫке алдаҡ тунын һалдырам, тип

Аллаһ телде һәм дә һынай үҙебеҙҙе.

  1. Кем теләмәй көслө, йәнә уң булырға,

Батыр, Ишан рухтарынан аң алырға,

Әйҙә ҡыйнап нәҫел-ырыу, ҡан тамырын –

Юл алһын телен һатып,  алданырға.

  1. Бер-береңде Яратыуҙа таҙарыр Кем?!

Иман шарты-Бергәлекте аңғарыр Кем?!

Тел һайлатып  ғаризалар яҙҙырыр  кем ?!

Ул күренмәҫ  бидеғәтте ауҙарыр кем?!

  1. Болғауырҙа ҡәүем бушап, юлын боҙһа,

Түрә, хаким  ил күңелен күрмәй торһа,

Ант яңыртыу  булған изге  Ил йолаһы

Уны үтәп нығытҡан Рух ил балаһы!

  1. Ант баба борондан төрки Илаһы ул,

Әхирәттә ғәҙеллектең хужаһы ул.

Антты биреү  шуға тигеҙ Ғүмер менән,

Боҙмай тотҡан бәндәһенә хикмәте мул.

  1. Бер Теләккә һөңгөләрҙе беҙ манайыҡ!

Ант  әйтешеп Иманда  беҙ яңырайыҡ!

Аллаһ шаһит, был ғәмәлде ҡабул ҡылып,

Бер табандан Оло юлға ҡуҙғалайыҡ !

  1. Тәүбә ҡылып асылыңды сафландыр һин,

Йәшең ағыҙ, таҙар, ситкә ҡарама  һин.

Тәкәббер енен  елкәнән  сойорғотһаҡ,

Күңел  күҙең асылыуҙы тоярһың һин!

  1. Ант итәйек Ил, Ер-һыу, Халыҡ алдында

Яҡшылыҡтың аттарына атланырға!

Һәр Көнөбөҙ, Эшебеҙ һәм Ғәмәлдәрҙе

Ил бәхете, Ырыҫына атҡарырға!

  1. Яҡты Ҡояш, Изге Урал байҡап тора!

Һынауҙарҙан Башҡорт тағы еңеп  сыҡһын !

Тоғро, берҙәм  Илде йотмай аждаһа ла ,

Ант итәйек! Донъя тәбрик – разый торһон!

  1. Берҙәм Илдә –бәрәкәттәр хужа булыр,

Даулы илдә һәләкәттәр  тоҙаҡ ҡорор.

Заман ниндәй ҡаҙандарҙа ҡайнатмаһын-

Сын Еңеүсе  иман менән Тере сығыр!

  1. Оло юлға сығыр алда тын асабыҙ-

Аң яңыртып йөрәктәрҙе нығытабыҙ.

Намыҫ, Ырыҫ, Ҡот, Лөғәт, Ыҡ һәм Ҡеүәт–

Иман ҡапҡаһы алдында тупланабыҙ!

  1. Сәләм ал һин башҡорттарҙан, ғәзиз Ерем!

Сәләм ал һин башҡорттарҙан, ғәзиз Телем,

Сәләм ал, һин, рәнйемәйсә, Тәбиғәтем!

Боролоғоҙ, Халайыҡҡа ярҙам итең!

  1. Һеҙҙең көс бит беҙҙең ҡанда һуғарылған,

Һеҙҙең өсөн тире, телдәр  һыҙырылған.

Ят ҡанунға кермәҫ өсөн һыуҙа туңған,

Себер киткән, баһадирҙар дар  аҫылған!

  1. Һеҙҙең булмыш ҡот вә һөттө беҙҙән йыйған.

Ҡорбан, һөргөн, ҡырғын инде һорамағыҙ!

Һеҙ тип тора ғәмле  башҡорт,  йәнен тотоп,

Инде бөгөн Һеҙҙәр  беҙҙе ҡалдырмағыҙ!!!

  1. Даръя шауы  көнө килер, тынысланыр,

Һылыу Илем халайыҡтан рәхмәт алыр.

Һынатмаған  ата-бабаларым, тиеп,

Быуын-быуын  оло эшкә Ант яңыртыр!

Быуын-быуын Намыҫ менән Донъя барыр…

 

 

 

Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы,

башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы, йырсы, сәсәниә,

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт

институтының баш ғилми хеҙмәткәре,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,

Салауат Юлаев ордены кавалеры,

Ҡаҙағстан Республикаһы Аҡтүбә университетының  почетлы профессоры

Халыҡ-ара аҡындар, дастансылар конкурсы,

Бөтә Рәсәй «Голоса России» телевизион конкурсы,

Аҡмулла исемендәге премия лауреаты.

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *