Яугир даны яулай донъяны

2Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә Голландияла башҡорттарға һәйкәл асылыуы, йәғни презентацияһы тураһында яҙам. 1814 йылда 1-се башҡорт полкы Эйссел йылғаһын йөҙөп сығып, Нидерландтарҙы француздарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был операцияға генерал Бенкендорф етәкселек итә.
Рәхмәт йөҙөнән бөгөн был халыҡ башҡорттарға һәйкәл асты! Ул ғәйәт матур ерҙә урынлашҡан. Һыу эсендә тороуы – үҙе бер иҫ китмәле күренеш, хас та әкиәттәге һымаҡ. Һәйкәлдең һыуҙа сағылыуы хистәр өйөрмәһе, мис­тика тыуҙыра. Таш һыбайлы терелеп, сабып сығып китер кеүек. Һәйкәл асыу тантанаһында көн дә матур торҙо. Хәйер, әгәр иҫкә төшөрһәк, бындай ваҡиғаларҙа һәр ваҡыт һауа торошо матур була. Былар барыһы ла Хоҙайҙандыр…
Беҙ хыял иткәндәр тормошҡа ашты – Нидерланд короллегендә “төньяҡ амурҙарына” һәйкәл асылды! 


Veessen 12012018Һүҙемде ойоштороусылар һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙенән башлайым. Был эште башлап ебәргән Йорн Байсман, ойоштороусы Альберт Адамс әфәнде­ләрҙе, скульптор Александр Таратыновты, ойоштороусы һәм тарихсы Рәмил Рәхмәтовты һәм Венер Варгановты оло хеҙмәте өсөн айырым билдәләп үтергә теләйем. Уларға маҡтау һүҙҙәре һәм “Ура”!
Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә Голландияла башҡорттарға һәйкәл асылыуы, йәғни презентацияһы тураһында яҙам. 1814 йылда 1-се башҡорт полкы Эйссел йылғаһын йөҙөп сығып, Нидерландтарҙы француздарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был операцияға генерал Бенкендорф етәкселек итә.
Рәхмәт йөҙөнән бөгөн был халыҡ башҡорттарға һәйкәл асты! Ул ғәйәт матур ерҙә урынлашҡан. Һыу эсендә тороуы – үҙе бер иҫ китмәле күренеш, хас та әкиәттәге һымаҡ. Һәйкәлдең һыуҙа сағылыуы хистәр өйөрмәһе, мистика тыуҙыра. Таш һыбайлы терелеп, сабып сығып китер кеүек. Һәйкәл асыу тантанаһында көн дә матур торҙо. Хәйер, әгәр иҫкә төшөрһәк, бындай ваҡиғаларҙа һәр ваҡыт һауа торошо матур була. Былар барыһы ла Хоҙайҙандыр.
Һәйкәлдең презентацияһы 11 ғинуар­ҙан 13-өнә тиклем Нидерланд королле­гендә Башҡортостан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үтте.
Һүҙемде ҡыҫҡа тотам: нидерландтар, Голландияны француздарҙан азат итеүҙә башҡорттарҙың да ҡатнашыуын билдәләп, тарихи ғәҙеллекте тергеҙә. Миңә бөгөн Голландияла французса һөйләшергә тура килер ине! Быны голланд тарихсылары ла раҫлай!
Сара матур үтте. Нидерландтарҙа яһалмалылыҡ юҡ, барыһын да ябай ғына итеп эшләнеләр.
1-се башҡорт полкы “Любизар” хәрби-тарихи клубы һәм Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы ағзаһы була­раҡ, мин ошо оло байрамда башҡорт яугире формаһында халҡыбыҙ исеменән сығыш яһай алдым. Презентация һуңында Эйссел йылғаһына уҡ атып салют бирҙем. Был байрамда ҡатнашыу­сыларға айырыуса ныҡ оҡшаны.
Әйткәндәй, һәйкәл ҡаршыһында рес­торан һәм күмәсхана бар. Һәйкәл ауылда ошо адрес буйынса урынлашҡан: Vessen, Ijsseldjik, 40.
Хатымда ошоларҙы ла күрһәтергә теләйем: Германияла Лейпциг, Дрезден, Рудольштадт (башҡорт яугиренең алтын уғы һаҡланған Шварца районы) ҡала­ла­рында һәм бына хәҙер Нидер­ландтарҙа башҡорттарға һәйкәл бар. Ә Өфөнөң үҙендә Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙағы походтарҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә һәйкәлдәр юҡ. Был ҙур ғәҙелһеҙлек! Оят хатта!

Ирек БАЙЫШЕВ.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *