Һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай!

Аҫаба башҡорттар йәшәгән, аҫыл йыр-моңдарыбыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тыуған төбәктә милләтебеҙ йыйынының юғары кимәлдә үтмәүе мөмкин дә түгел. Үткән аҙнала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йыл йомғаҡтарына арналған ҙур йыйыны ла юғары кимәлдә ойошторолоуы ла менән күңелдә ҡалды, илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙҙең халҡыбыҙ проблемаларына битараф булмауы һөйөндөрҙө, Ҡоролтай делегаттарына ысын мәғәнәһендә рухи көс, алға аныҡ […]
Continue reading…

 

Стәрлеләр “Етегән”гә әҙерләнә

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының гөрләтеп “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә әҙерләнеп йөрөгән мәле. Ойоштороу эштәре, сара мәшәҡәттәре, шулай уҡ март аҙағында үтәсәк башҡорт өләсәйҙәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре конкурстары буйынса һорауҙар – ҡоролтайҙың сираттағы киңәйтелгән ултырышында һүҙ ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында барҙы.
Continue reading…

 

Хәйбуллалар сараларға башланғыс бирҙе

Үткән аҙнала Өфөлә “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!” тип аталған үҙенсәлекле фестиваль-марафон рәсми рәүештә старт алды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республика ҡала һәм муниципаль райондары хакимиәттәре ойошторған был сараны Хәйбулла районынан һуң Әлшәй районы дауам итәсәк.
Continue reading…