Һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай!

Баймак курултайАҫаба башҡорттар йәшәгән, аҫыл йыр-моңдарыбыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тыуған төбәктә милләтебеҙ йыйынының юғары кимәлдә үтмәүе мөмкин дә түгел. Үткән аҙнала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йыл йомғаҡтарына арналған ҙур йыйыны ла юғары кимәлдә ойошторолоуы ла менән күңелдә ҡалды, илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙҙең халҡыбыҙ проблемаларына битараф булмауы һөйөндөрҙө, Ҡоролтай делегаттарына ысын мәғәнәһендә рухи көс, алға аныҡ маҡсат өҫтәне.

Танылған ҡурайсы Илнур Аслаев етәкселегендәге Буранбай сәсән исемендәге район ҡурайсылар ансамбле  оҙатыуында халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты Әлфир Замановтың халҡыбыҙҙың гимны – мәшһүр “Урал” йырын аһәңле, күңелдәрҙең аҫтын-өҫкә килтерерлек итеп башҡарыуы йыйынға ысын мәғәнәһендә фатиха бирҙе, ҡорҙоң мәртәбәле үтәсәгенә ишараланы. Ә инде Баймаҡ лицей-интернатының “Башҡортостан ынйылары” мәктәп балалар ойошмаһының иҫ киткес рухлы һәм сағыу сығышы (уны директор урынбаҫары Ғәлимә Юнысова һәм өлкән вожатый Рәсимә Моратова әҙерләгән) Ҡоролтайҙа ҡатнашыусыларҙы хайран ҡалдырҙы, милләтебеҙҙең өмөтлө киләсәге үҫеп килеүенә тағы бер ҡат инандырҙы.

Бына шундай рухи күтәренкелек менән башланған йыйын бер тынала үтеп, ул  халҡыбыҙ алдында торған иң киҫкен проблемаларҙы күтәреп кенә ҡалманы, ә уларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләне, бар йәмәғәтселекте һөйләшеүгә саҡырҙы. Ысынлап та, күҙ буяу, ваҡыт үткәреү өсөн генә ойошторолманы был сара, ул йөрәгендә башҡорт рухын йөрөткән һәр кемдең күңеленә ойотҡо һалды, милләте алдындағы бурысын үтәргә саҡырҙы. Тап шуныһы менән ҡиммәтле һәм мәртәбәле ине был ҡор һәм ул тулыһынса үҙ маҡсатына иреште.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының үткән йылдағы эшмәкәрлеге һәм шул осорға билдәләнгән ҡарарҙарҙың үтәлеше тураһында төп доклад менән уның рәйесе Ришат Ишембәтов сығыш яһаны. Ришат Вәкил улы үҙенең телмәрендә ҡоролтайсылар башҡарған эштәрҙе барлап ҡына ҡалманы, ә халҡыбыҙҙы борсоған иң ҡырҡыу проблемаларҙы күтәреп сыҡты, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға, рухлы быуын тәрбиәләргә саҡырҙы. Ҡор башы “Сәләмәт ауыл” конкурсын артабан дауам итергә, уның сиктәрендә Ғаилә йылына арнап “Ауылым матур – уңған ғаиләләре менән” конкурсы, “Мул һыулы Һаҡмар”, “Мул һыулы Таналыҡ”, “Таҙа шишмә” акциялары үткәрергә тәҡдим итте. Ул Башҡортостан автономияһының 100 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршы алыу һәм ошо юҫыҡта төрлө саралар ойоштороу, “100 йыллыҡҡа – Баймаҡтың 100 шәхесе” исемле проектҡа ингән шәхестәр тураһында айырым китап сығарыу мөһимлеген билдәләне.

Доклад буйынса фекер алышыуҙарҙа район мәғариф бүлегенең методисы Гөлфиә Ямантаева, Күсей ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина, Аҡморон ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рим Йәнбирҙин, Ҡолсора ауылынан матбуғат һәм хеҙмәт ветераны Салауат Мөхәмәтшин, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова, Һаҡмар ауылынан фермер Илфат Сәфәрғәлин, райондың имам-мөхтәсибе Хәмзә Хафизов, Темәс ауылының “Атайсал” клубы рәйесе Сәлимйән Вәлиев ҡатнашты. Сығыш яһаусылар район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшен яҡшы баһаланы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Баянов үҙенең сығышында башҡорт йәмәғәтселеген борсоуға һалған иң көнүҙәк мәсьәлә – тел проблемаһын күтәреп кенә ҡалманы, уны һаҡлау һәм яҡлау йүнәлешендә атҡарылған эштәрҙе бәйән итте. Әйтергә кәрәк, Ҡоролтай делегаттары Рөстәм Сәлим улынан тап ошо теманы күтәреүен көттө лә инде. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан туған телебеҙҙе һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ошоноң һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус Указдар ҡабул ителеүен билдәләне. Бөгөн уларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатлы дауам итә. “Баймаҡ – Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә ҙур роль уйнаған, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, рухи булмышын һаҡлап ҡалған уникаль төбәк. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эше республиканың барлыҡ ойошмаларына үрнәк булып тора һәм бында өйрәнәһе тәжрибәләр байтаҡ. Ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ күперен дә Башҡортостанда иң тәүҙә баймаҡтар булдырҙы. Шуныһы һөйөнөслө,  ошо көндәрҙә Баймаҡ районы  башҡорттары ҡоролтайы республикала иң беренсе булып Юстиция министрлығында рәсми рәүештә теркәлеү үтте. Быларҙың барыһы ла ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Ришат Вәкил улының эште юғары кимәлдә ойоштороуы, ойошманың әүҙем эшләүе тураһында һөйләй”, – тине Рөстәм Баянов.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов үҙенең сығышында Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеген юғары баһаланы, ойошманың төбәктең социаль-ижтимағи мәсьәләләрен хәл итеүгә тос өлөш индереүен билдәләне. Бер үк ваҡытта Илшат Хәмит улы йәмғиәтте борсоуға һалған көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп сыҡты, уларҙы тормошҡа ашырыуға бар йәмәғәтселекте йәлеп итергә саҡырҙы. Район башлығы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең эшкәртелмәй ятыуына, йәштәрҙең ситкә китеүенә, суицидтың таралыуына етди борсолоу белдерҙе, тәрбиәне ғаиләнән башлайыҡ, башҡорт телендә сараларҙы күберәк ойошторайыҡ, тип билдәләне.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Баймаҡ районы  хакимиәте һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы иғлан иткән  “Сәләмәт ауыл-2017” конкурсына йомғаҡ яһау йыйындың күркәм өлөшөнә әүерелде. Әйтергә кәрәк, тәүгә ойошторолған был бәйге ауыл биләмәләре араһында төрлө саралар ойоштороуға этәргес көс булды, сәм уятты.

Һуңынан милләтебеҙ мәнфәғәтендә ал-ял белмәй эшләгән әүҙем йәмәғәтселәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Баймаҡ районы хакимиәтенең, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Район башҡорттарының сираттағы Ҡоролтайы ябай йыйын булманы. Ул һуңғы осорҙа ысын мәғәнәһендә ниндәйҙер кимәлдә рухи бушлыҡ кисергән халҡыбыҙға ҡот һәм өмөт килтергәндәй булды, милләттәштәребеҙгә дәрт һәм ышаныс өҫтәне. Ҡоролтайҙан һуң ишетелгән фекерҙәр тап шуны һөйләй ҙә инде. Күптәрҙең был йыйындан үҙ алдына яңы маҡсаттар ҡуйып ҡайтыуы ла билдәле. Ысынлап та, һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай!

Азамат Мөхәмәтшин.

А. Юлдашбаев фотоһы.

 

Ҡоролтайҙа яңғыраған фекерҙәр

Гөлфиә Ямантаева:

– Ҙур ҡалаларҙың статистикаһы менән сағыштырһаҡ, беҙҙә башҡорт телен өйрәнеү һәм уҡытыу эше яҡшы бара кеүек. Әммә Баймаҡ районын, Башҡортостанда иң күп башҡорттар йәшәгән төбәк икәнлеген иҫәпкә алһаҡ, уйланырға урын бар. Сөнки беҙ ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла русса аралашҡан, башҡортса өндәшкәнгә лә русса яуап биргән “телевизор балаларын” күпләп күҙәтәбеҙ.

Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙә лә төп фәндәрҙе башланғыс кластан руссаға күсеп уҡытырға мәжбүрбеҙ. Сөнки хәҙер Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре, Берҙәм дәүләт имтихандары рус телендә үткәрелә, тәржемә итергә мөмкинлек бирелмәй, бөтә эштәрҙе лә сәғәтләп-минутлап эшләйбеҙ. Бер уҡытыусы ла, ата-әсә лә балаһын белемһеҙ итеп күрһәтергә теләмәй. Тағы бер объектив сәбәп – башҡорт телендәге дәреслектәрҙең һуңлап килеүе.

 

Гөлшат Байдәүләтова:

– Районда 19014 ғаилә иҫәпләнә.  Шуның 3411-ен – күп балалы, 152-һен – ауыр хәлгә тарыған, 119-ын теркәүгә алынған ғаиләләр тәшкил итә. 20 ғаилә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ошондай ғаиләләр менән ныҡлы эш алып бара. Йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бөтөн йәмәғәт ойошмалары берләшергә тейеш. Йәш быуынды үҙ милләтенең рухи тамырҙары нигеҙендә тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Мәктәптәрҙә тәрбиәүи эштең төрлө формаларын ҡулланыу отошло. Был тәңгәлдә Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейының тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ. Ветеран-уҡытыусылар етәкләгән “Нурлы” клубы уҡыусыларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә педагогтарға, ата-әсәләргә ҙур ярҙам күрһәтә. Ошо юҫыҡта класс сәғәттәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр, ата-әсәләр йыйылыштары, конференциялар үткәрелә, уларға ата-әсәләр, ветерандар саҡырыла. Төрлө йүнәлештәге халыҡ педагогикаһы алымдары ла киң ҡулланыла. Халыҡ аҡылына, уның йолаларына мөрәжәғәт итеп кенә беҙ рухи һәм иҡтисади көрсөктән ҡотола аласаҡбыҙ.

 

Салауат Мөхәмәтшин:

– Район  башҡорттары  ҡоролтайы башҡарма  комитетының “Мул һыулы Һаҡмар” акцияһын иғлан итеп, йылға-күлдәребеҙ буйына ағас ултыртыу буйынса тәҡдиме хуплауға лайыҡ һәм был башланғысты барлыҡ ауыл биләмәләре күтәреп алыр, тигән ышаныстамын. Әйтергә кәрәк, бындай матур тәжрибә бар – 90-сы йылдар башында Ҡолсора ауылында БАССР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы Шакирйән Базиков инициативаһы менән Һаҡмар буйына ағастар ултыртылды. Бөгөн ул урын бәләкәй урманды хәтерләтә. Ошоно үрнәк итеп алып, быйыл ағас ултыртыу акцияһын ойошторһаҡ, уға бар халыҡты йәлеп итһәк, бик яҡшы булыр ине.

 

Илфат Сәфәрғәлин:

– Бөгөн күптәр, ауылда эш юҡ, аҡса юҡ, тип зарланырға ярата. Әммә был буш һүҙ ул. Ауылда эш тә күп, үҙ шөғөлөңә тотоноу өсөн ер ҙә етерлек, хужаһыҙ объекттар ҙа бар. Тик тырышлыҡ, тәүәккәллек, иртәнге көнгә ышаныс кәрәк. Ниндәйҙер башланғыстан ҡурҡырға, артҡа сигенергә ярамай. Тәүәккәлләйек! Тәүәккәл кеше генә үҙ маҡсатына ирешә ала.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *