Мең ере – мең берлеге

IMG_5335Хөрмәтле дуҫтар, иптәштәр, туғандар – Мең ҡәүеме ырыуҙарының III йыйынында ҡатнашыусы делегаттар һәм ҡунаҡтар! 
Донъяла Хәтер, Ил хәтере, Халыҡ хәтере тигән ғәжәп тәрән мәғәнәле һүҙ бар. Илде – ил, милләтте милләт итеп тотоп торған көстәрҙең береһе ул. Беҙҙе бөгөн әүәл-әүәлдән, сал быуаттар төпкөлөнән ырыу-ырыу булып берләшеп, иңгә-иңде терәп, ҡулға-ҡул тотоношоп, сал Уралдың тау һәм далаларында йәйрәп ғүмер иткән халҡыбыҙҙың тарихи хәтере бер ҡорға йыйҙы, бер ҡорға тупланы. Беҙ, меңдәр, – башҡорт иленең нәҡ уртаһында урынлашҡан, башҡорт халҡының, Баш­ҡорт­останыбыҙҙың яҙмышы өсөн хәл иткес ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашып йәшәгән ғәйәт күп һанлы һәм ғәййәр ҡәүем.


Мең ҡәбиләһе әүәлдән ошондай ундан ашыу ырыуҙы берләштереп йәшәгән: мең (меңдәр), ҫыбы-мең, күл иле-мең, илекәй-мең, ҫарайлы-мең, ҡобау-мең, өршәк-мең, меркет-мең, ҡырҡ өйлө-мең, яйыҡҫыбы-мең, уҫылы-мең. Мең ауылдары Дим һәм Өршәк, шулай уҡ Ағиҙел һәм Өфө йылға­лары ҡушылған ерҙәрҙә урынлашҡан. Элегерәк, ХIV быуаттың икенсе яртыһынан меңдәр Ыҡтың түбәнге ағымындағы Ялан Зәйе, Минзәлә һәм Сөн йылғалары буй­ҙарына тиклем таралып ултырған. Беҙҙең бөгөнгө йыйында мең ауылдары урын­лашҡан Өфө, Иглин, Шишмә, Дәүләкән, Ауырғазы, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Благовещен, Благовар, Ҡырмыҫҡалы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ райондарынан, Өфө, Дәүләкән, Благовещен, Бәләбәй ҡала­ларынан делегаттар һәм ҡунаҡтар ҡат­наша. Татарстан Республикаһының Минзә­лә, Сарман һәм Туҡай райондарындағы ҫарайлы-мең башҡорттары араһынан (улар 18 ауыл) ҡунаҡтар саҡырылды. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө меңдәрҙең аҫаба ерендә урынлашҡан. Шишмә районы ҡарттары хәтерләүенсә, бының өсөн уларға революцияға тиклем аренда хаҡы түләп торғандар. ХХI быуат башына меңдәр йәшәгән ауылдар һаны 140 самаһы ине, шуларҙың 120-һе – Башҡортостан Республикаһында. Был ырыуға ҡараған халыҡтың дөйөм һаны хәҙерге ваҡытта яҡынса 100 мең кеше иҫәпләнә. Был ғәйәт ҙур һан, әлбиттә.
Меңдәрҙең күпселегенең йәнле һөйләү теле – башҡорт теленең көньяҡ диалекты составындағы Дим һәм Өршәк һөйләш­тәре. Ҫарайлы-меңдәрҙең һөйләү теле иһә башҡорт теленең көнбайыш диалекты – түбәнге Ағиҙел – Ыҡ буйы һөйләше.
Беҙ, меңдәр, уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында ҡуҙғалып киткән ырыуҙар хәрәкәтенә тәүгеләр рәтендә ҡушылдыҡ. Әммә шуны ла иҫкә төшөрөп үтмәйенсә булмай: тәүге осорҙа был хәрәкәткә үҙебеҙҙең ҡайһы бер зыялыларыбыҙ ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Улар, ырыуҙар һәм ҡәбиләләр хәтерен иҫкә төшөрөү милләтебеҙҙе тарҡатыуға, үҙ-ара ҡаршы ҡуйыуға килтереүе ихтимал, тип хафаланды, был хәрәкәт хаҡында трайболизм күренеше тип саң ҡаҡты. Әммә ысынбар­лыҡта хатта көтмәгәндә бөтөнләй башҡаса килеп сыҡты. Ырыуҙар хәтерен тергеҙеү башҡорт халҡының тәрәндәге тамырҙарын юллау аша уның тарихындағы бик күп билдәһеҙ биттәрҙе асырға, милли аңыбыҙҙы, милли ғорурлығыбыҙҙы уятыуы менән беҙҙең алдыбыҙҙа өр-яңы мөм­кинлектәр булдырҙы. Сөнки башҡорттоң ҡәбилә кимәлендә тарихын, хәтерен һәм тәжрибәһен, йолаларын, традицияларын тотороҡло һаҡлауы уның бик боронғо халыҡ булып, мең йыллыҡтар буйы ошо Урал иленә тамыр йәйеп йәшәүе күренеше ул. Был – һирәк күренеш, һәм ул беҙҙә бары ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Нәҡ шул нигеҙҙә республикала шәжәрәләр төҙөү эше, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары, ауылдар тарихын өйрәнеү, район һәм ҡала энциклопедияларын төҙөү эштәре йәнләнеп китте.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәжәрә байрамдарын үткәреү тураһындағы ҡара­ры был йәһәттән айырыуса әһәмиәтле булды. Бындай эшмәкәрлекте беҙгә артабан да әүҙем дауам итергә кәрәк. Хәҙер бының өсөн ғилми әҙәбиәт өр-яңы хеҙмәттәр иҫәбенә байыны. Мәшһүр тарихсыбыҙ Әнүәр Закир улы Әсфән­диәровтың “Башҡортостандың башҡорт ауылдарының тарихы” тигән күп томлыҡ тикшеренеүе, Салауат Хәмиҙуллин етәк­селегендә бер төркөм йәш тарихсы­ларыбыҙҙың “Башҡорт ырыуҙары тарихы” тигән уникаль проектты бойомға ашырыуы фәндә, рухи-мәҙәни тормошобоҙҙа ҙур ҡаҙанышҡа әйләнде. Ҡырҡтан артыҡ томдан торасаҡ был проектта Мең ырыуына арналғандары ғына ла дүрт ҡалын китап булып донъя күрҙе. Был баҫмалар урындағы тыуған яҡ белгестәре өсөн ысын мәғәнәһендә өҫтәл ҡулланмаһына әйләнде. Тау хәтлем эш атҡарған авторҙар коллективына ошо йыйын исеменән ихлас күңелдән рәхмәт белдерге килә. Меңдәрҙең тарихи тамырҙарын юллауҙа Благовар районында йәшәгән ҫарайлы-мең ырыуы аҡһаҡалы, атаҡлы тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәйес Ғәйнислам улы Ҡорбанғоловтың тикшеренеүҙәре лә фәнебеҙҙең ҡиммәтле ҡаҙанышы булып тора.
Беҙҙең тәүге йыйыныбыҙ бынан 24 йыл элек, 1994 йылдың 19 мартында, Дәүләкән ҡалаһының район мәҙәниәт йортонда булып үтте. Беҙҙән алда, 1993 йылда, юрматылар, бөрйәндәр, үҫәргәндәр, әйлеләр, ҡыпсаҡтар, табындар, ҡатайҙар, үҙҙәренең йыйындарын үткәреп, күп кенә мөһим эштәрҙе башлап ебәрҙе. Һуңғы йылдарҙа төньяҡ-көнбайыш ырыуҙары араһынан ҡаңнылар, таныптар, урандар, ғәйнәләр әүҙем эшләй башланы.
Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен башлап ебәреү һәм уға йүнәлеш биреп тороуҙа күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡовтың роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур булды. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда ырыуҙар хәрәкәтенең дөйөм ижтимағи-сәйәси, ойоштороу һәм юридик нигеҙе барлыҡҡа килде. Ырыу йыйындары һәм дөйөм халыҡ ҡоролтайҙары беҙҙә борон-борондан йәшәп килгән, улар ил яҙмышы өсөн хәл иткес мәсьәләләрҙе демократик шарттарҙа уртаға һалып тикшереү һәм ҡарарҙар ҡабул итеү органы булған.
Меңдәрҙең алда әйтеп үткән I һәм 2006 йылда Өфөлә үткәрелгән II йыйынында ҡабул ителгән резолюциялар респуб­ликаның Президент аппаратына, Баш­ҡортостан Хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, меңдәр йәшәгән ҡала һәм район хакимиәттәренә ебәрелде, I йыйында “Меңдәр” йәмәғәт ойошмаһының Уставы, идара составы, рәйесе һайланды. Йыйын ҡарарҙарын бойомға ашырыу барышында хәл ителгән һәм хәҙер ҙә күҙ уңында тотолорға тейешле иң мөһим проблемаларҙың бер нисәһен билдәләп үтеү урынлы булыр.
Беренсенән, беҙ – бөтөн халҡыбыҙ, бер төптән, ниһайәт, республикала 1999 йылда башҡорт теленең урыҫ теле менән бер рәттән дәүләт теле тип иғлан ителеүенә өлгәштек. Бында башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең дә әһәмиәте ҙур, әлбиттә.
Икенсенән, I йыйында беҙ шулай уҡ Өфөнөң һәр районында башҡорт балалар баҡсаһы һәм башҡорт мәктәбе асыу талабын күтәреп сыҡҡайныҡ. Был мәсьәлә әлегә үтәлеп бөтмәне. Әммә шулай ҙа башлаған эштәр күҙгә күренерлек: беҙҙең хәҙер иҫке Өфөлә, Дим районында, Сипайловола, Инорста, Шаҡшала башҡорт мәктәптәре ныҡлап аяҡҡа баҫты тип әйтергә була. Өфөнөң нәҡ уртаһындағы 20-се башҡорт гимназияһы милли белем һәм тәрбиә биреүҙә үҙенең позицияларын һаҡлап алып ҡалды.
Өсөнсөнән, Әлшәй районы үҙәге Раевка ауылында үҙенең ҙур тарихы булған башҡорт урта мәктәбен тергеҙеү шулай уҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ине. Был мәктәп хәҙерге ваҡытта халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге лицей-интернат булараҡ киң билдәле.
Милли мәғарифты үҫтереү йәһәтенән Бәләбәй ҡалаһының башҡорт йәмәғәт­селеге айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтте. Бәләбәй башҡорт мәктәп-интернаты хәҙер өлгө алырлыҡ мәктәптәрҙең береһенә әйләнде. Беҙ шулай уҡ Бәләбәй педагогия училищеһында башҡорт бүлеген асты­рыуға өлгәштек. Унда ошо яҡ райондарынан, Дим буйы ауылдарынан бер нисә быуын башҡорт балалары белем алып сыҡты.
Бишенсенән, Благовар районының Иҫке Усман ауылында меңдәрҙең тарихи-мәҙәни музейы асылыуы шатлыҡлы ваҡиға булды. Бында 2007 йылда ҫарайлы-меңдәр үҙҙәренең ырыу йыйынын үткәрҙе. Район үҙәге Языков ауылында 2007 йылда меңдәрҙең Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу өсөн көрәшенә етәкселек иткән легендар Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә сквер асылды. Унда бөйөк ырыу башлығына һәйкәл асыу мәсьәләһен дә, ниһайәт, хәл итергә ваҡыт.
Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында ҡырҡ өйлө-меңдәрҙең йыйынын үткәреү традицияға әйләнеп бара. Был инициативаның башында торған эшҡыуар Филүс Хәлиуллинға бөгөн йыйыныбыҙҙың исеменән “афарин” тип әйтергә тейешбеҙ.
Ырыуым, халҡым тип башҡарылған игелекле эштәрҙең тағы бер нисәһен атап үткем килә. Үҙ ваҡытында беҙ, шөкөр, бөйөк Аҡмуллабыҙҙы халыҡҡа ҡайтарып алыуға өлгәштек. Ә беҙҙең дәүерҙә талантлы шағирә Лариса Абдуллинаның фиҙакәрлеге арҡаһында икенсе атаҡлы мәғрифәтсе шағир Сафуан Яҡшығолов ижады яңынан тергеҙелеү осоро кисерә. Рәхмәт һиңә, Лариса һеңлем!
Әлшәй районының Сурай ауылында уҡыусылар илленән артмаһа ла, директор Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Солтангәрәева етәкселегендәге уҡытыусылар коллективы мәктәпте һаҡлап алып ҡалыу өсөн тирә-яҡ ауылдарҙан мәктәп йәшендәге балаларҙы алып килеп, үҙҙәрендә йәшәтеп уҡыталар икән. Быны нисек гражданлыҡ ҡаһарманлығы тип атамаҫһың! Эйе, заман беҙҙән телебеҙҙе һаҡлау хаҡына шундай батырлыҡтарға барыуҙы ла талап итә. Шул уҡ Сурай ауылында үҙ иҫәптәренә мәсет һалып, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйып, Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтар халыҡтың бөтмәҫ рәхмәтен яулауға өлгәште. Рәхмәт һеҙгә, туғандар!
Хөрмәтле ырыуҙаштар!
Бөгөнгө йыйынға беҙ күренекле ваҡиға – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек барған осорҙа йыйылдыҡ. Был иһә беҙҙең алдыбыҙға ҙур бурыстар ҡуя. Йыйындың программаһында милләтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән көнүҙәк проб­лемалар буйынса сығыштар планлаштырылды. Ул мәсьәләләрҙең иң үҙәктә торғандарын Әхмәтзәки Вәлиди әйтеп ҡалдырған һүҙҙәр берләштереп тора. Телегеҙҙе, динегеҙҙе, ерегеҙҙе һаҡлауға бөтөн көсөгөҙҙө сарыф итегеҙ, тигән ул 1923 йылда башҡорт халҡына хушлашыу хатында. Был мәсьәләләр беҙҙең өсөн һәр ваҡыт мөһим булып ҡала. Шуға өҫтәп, ауылдарыбыҙ яҙмышы, рухиәт, йәштәргә тәрбиә биреү, һаулыҡ һаҡлау, демография, эшҡыуарлыҡ, йүнселлек мәсьәләләренең милләттең үҫеше өсөн ни тиклем көнүҙәк булыуы һәммәбеҙгә аңлашылып тора.
Мең төрлө уңыштар һәм шатлыҡтар насип булһын һиңә, мең йыллыҡ оҙон тарих юлдары аша үткән Мең ҡәүеме!

Рәшит Шәкүр,

“Ҡоролтай тауышы” гәзитенән.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *