Һамарҙарға дан кәрәкмәй, дуҫтар кәрәк, кәрәк туғандар

Өфөнән 622 саҡырым юл үтеп, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районының үҙәгенә килеп еткәндә, көн кискә ауышҡайны инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, машинанан төшөп, ярайһы ғына талсыҡҡан билдәрҙе яҙып та өлгөрмәнек, эргәбеҙгә ике заманса сит ил джиптары килеп туҡтаны ла, шат йылмайып Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәфиулла Вилданов һәм өлкә ҡоролтай ағзаһы Ғәбделбар Сәүгәновтар […]
Continue reading…