Дандары ҡайтты халҡына

…Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100 йыллығына ҡарата бихисап эштәр башҡара. Был юҡҡа түгел. Тап ошо төбәктә халҡыбыҙҙың киләсәк яҙмышы, Башҡортостан дәүләтенең ҡоролошо хаҡына янып-көйөп, утҡа-һыуға ингәндәр, яңыса сәйәсәт һәм тормош өсөн фиҙакәр көрәшкәндәр. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡала­һының тарихты өйрәнеү музейы алдында Ғабдулла Иҙел­баев менән Ғимран Маға­зовтың исемдәрен мәңге­ләштереү маҡсатында иҫтәлекле стела […]
Continue reading…

 

Мөнәжәттә – мең хикмәт

Сибайҙа мөнәжәт һөйләүселәрҙең VI төбәк-ара конкурсы булды. Унда республикабыҙҙан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән дә килеп көс һынаштылар. Конкурстың маҡсаты – рухиәте­беҙҙә лайыҡлы урын биләгән мөнә­жәтте тергеҙеү, халҡыбыҙға ҡайтарыу, йәштәргә өйрәтеү. Сығыштар өс номинацияла – мөнәжәт, нәсихәт, Ҡөрьәндән сүрәләр башҡарыу буйынса баһаланды. Улар­ҙың һәр береһе буйынса берәр әҫәр һөйләргә кәрәк ине.
Continue reading…

 

Салауат Юлаев иҫтәлегенә

Нефтекама ҡалаһының “Аҡ инәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы Яҡшығолова башланғысы һәм “Ягуар” спорт клубы президенты, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы депутаты Фәһим Йәғәфәр улы Низамов ярҙамы менән С.Юлаев иҫтәлегенә кикбоксинг уйыны ойошторолдо. Ярышта Башҡортостандың Нефтекама, Пермь өлкәһенең Чайковск ҡалаларынан 7 спорт клубы тәрбиәләнеүселәре, йәмғеһе 62 спортсы ҡатнашты.
Continue reading…