Нефтекама ҡалаһының “Аҡ инәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы Яҡшығолова башланғысы һәм “Ягуар” спорт клубы президенты, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы депутаты Фәһим Йәғәфәр улы Низамов ярҙамы менән С.Юлаев иҫтәлегенә кикбоксинг уйыны ойошторолдо.
Ярышта Башҡортостандың Нефтекама, Пермь өлкәһенең Чайковск ҡалаларынан 7 спорт клубы тәрбиәләнеүселәре, йәмғеһе 62 спортсы ҡатнашты.
Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың батырлыҡтарын онотмау, уның тураһында йәштәргә ҡабатлап һөйләү, йәш быуынды Салауат рухында тәрбиәләү уйындың төп маҡсаты ине. Һәм Салауат батырға арналған кикбоксинг турниры традицион сараға әүерелеп китер, тип ышанабыҙ, тип хәбәр итә Нефтекаманан ҡала башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге етәксеһе Айгөл Йәһүҙина.