Мөнәжәттә – мең хикмәт

1539327785_15-2Сибайҙа мөнәжәт һөйләүселәрҙең VI төбәк-ара конкурсы булды. Унда республикабыҙҙан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән дә килеп көс һынаштылар.
Конкурстың маҡсаты – рухиәте­беҙҙә лайыҡлы урын биләгән мөнә­жәтте тергеҙеү, халҡыбыҙға ҡайтарыу, йәштәргә өйрәтеү.
Сығыштар өс номинацияла – мөнәжәт, нәсихәт, Ҡөрьәндән сүрәләр башҡарыу буйынса баһаланды. Улар­ҙың һәр береһе буйынса берәр әҫәр һөйләргә кәрәк ине.


Сарала 22 яңғыҙ башҡарыусы һәм 16 коллектив ҡатнашты, барлығы 100-ҙән ашыу тел оҫтаһы йыйылды. Күр­кәм байрамда беҙҙең Йылайыр районынан да сығыш яһаусыларҙың булыуы һөйөнөслө. Мәҫәлән, яңғыҙ башҡарыусылар араһында уҙғарылған Ҡөрьәндән сүрәләр ятлауҙа Юлды­байҙан Фатима Айытҡоловаға етеүсе булманы. Яманһаҙ ауылынан Гөлнур Йәнсурина шул уҡ номинация буйынса икенсе урынды яулаһа, Матрайҙан Гөлсирә Сәйетова әүҙем ҡатнашыусы булараҡ билдәләнде.
Конкурстың төп бүләге Ырымбур өлкәһенән килгән Флүзә Хәлитоваға тапшырылды. Ҡатнашыусыларҙан күптәр дипломға лайыҡ булды, төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.
– Беҙҙең мөнәжәтселәребеҙ был конкурста өс йыл рәттән ҡатнашып, һәр саҡ беренсе урындарҙы алып килә, – ти Йылайыр районы ағинәй­ҙәре ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратова. – Артабан да шулай булыр, конкурсҡа йәштәрҙе лә йәлеп итербеҙ тип ышанам.
Бындай саранан һуң мөнәжәт жанрына ҡарата иғтибар, ихтирам артыр, ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйер тигән ышаныстабыҙ.

Гөлгөнә Таһирова,

Йылайыр районы.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *